Парса (жанр)
Парса (фарс.) — 1) өҙөк, киҫәк, 2) бәләкәй, теҙмә, йәки сәсмә әҫәр) — әҙәби жанр; ҙур булмаған, әммә тос ҡына художестволы деталь нигеҙендә ижад ителгән, композицион һәм тематик бөтөнлөк менән ҡылыҡһырланыусы әҫәр. К. Әхмәтйәнов «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге»ндә парсаны «фекер бөтөнлөгө менән характерланған кескәй әҫәр» тип аңлата.
Парсаларҙың сәсмә формалағыһы, шиғри проза менән яҙылғаны, ҡатнашы бар.
Парса Көнсығыш халыҡтары әҙәбиәтендә, шулай уҡ революцияға тиклемге башҡорт һүҙ сәнғәтендә йөрөгән хикмәт, ҡитға, Көнбайыш әҙәбиәтендәге миниатюра жанрҙарына яҡын, йәғни шуларҙың бер ижади синтезы күренеше булып тора. Парса философик йөкмәткеле булып, уның нигеҙен өгөт-нәсихәт һәм афористик фекер тәшкил итә. Миҫалға, 20-се быуат башында әүҙем ижад иткән Әбүстең (Сабит Суфиянов) парсаларында тәрән фәлсәфә ята: Кемгә йәшерен нәфсе-шайтан өсөн/ Закон ҡалыбының тарлығы,/ Үлгәндә лә нилот ҡәберен һорай/ Был донъяның һәр бер карлигы («Парса»).
Парсалар өсөн сюжетҡа ҡарағанда бер-береһе араһындағы мәғәнәүи бәйләнеш, образдар һәм фекерҙәр ассоциацияһы характерлы. Һәр бер фәлсәфәүи фекер, ассоциатив образ хикмәт, хикәйәт, көләмәстәр, шулай уҡ легенда, әкиәт һ.б. менән үрелеп бара. Был бигерәк тә Ғ. Хөсәйенов парсаларында асыҡ күренә[1].
Мәҡәлдәр, әйтемдәр, хиҡмәтле һүҙҙәрҙе әүҙем ҡулланыу — парсаларға хас күренеш. Шундай традициялар һәм формаларҙы ижади үҙләштереү йөкмәткене байыҡтыра, парсалар үҙҙәре лә афористик ижадҡа яҡыная.
Башҡорт әҙәбиәтендә парса жанры Аҡмулла («Ут», «Ер», «Һыу» һ. б.), Шәйехзада Бабич («Хәлебеҙҙән бер күренеш» һ. б.), Мәжит Ғафури («Ниңә кәрәк ине?» һ. б.) ижадтары менән бәйле. 20 быуаттың икенсе яртыһында — 21 быуат башында парса жанрына Сафуан Әлибай, Ҡәҙим Аралбай, Рауил Бикбаев, Муса Ғәли, Ҡадир Даян, Сәйфи Ҡудаш, Назар Нәжми, Рәшит Назаров, Зиннур Ураҡсин, Ғайса Хөсәйенов, Мәүлит Ямалетдин һ.б. мөрәжәғәт иткәндәр.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдрафикова Гульнара Хависовна. Малые жанры башкирской прозы (природа жанра, пути развития, современное состояние). Уфа, 2005. — 104 с.
- Абелгузина Фаниля Ражаповна. Жанр «парса» в башкирской литературе : Проблемы формирования и развития. Уфа, 2003.- 185 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ахметьянов К. А. Теория литературы. — Уфа, 2003. — С. 392.