Эстәлеккә күсергә

Парфёнова Светлана Рәфәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Парфёнова Светлана Рәфәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған урыны Өфө
Һөнәр төрө сәйәсмән, университет уҡытыусыһы
Парфенова Светлана Рәфәт ҡыҙына «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл» юбилей миҙалы тапшырыу

Парфёнова Светлана Рәфәт ҡыҙы - - (25 октябрь 1960 йыл) — йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетының философия һәм социология кафедраһы доценты [1]. Башҡортостан Республикаһының 1 класлы Дәүләт советнигы.

Парфёнова Светлана Рәфәт ҡыҙы 1960 йылдың 25 октябрендә Өфө ҡалаһында донъяға килгән.

1985-1988 - статистик, ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһындағы төрлө райкомдары комсоргы.

1988-1991 - ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитеты студенттар һәм уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире урынбаҫары.

1991-1992 - Өфө ҡала башҡарма комитетының йәштәр эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы.

1992-1995 - Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса Баш идаралығы гуманитар мәсьәләләр буйынса начальнигы.

1995-1999 - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты; мәғариф, фән, мәҙәниәт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы.

1999-2003 - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты; урындағы власть мәсьәләләре, милләттәр эштәре, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр, киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет ағзаһы.

2003 йылдан - Башҡортостан Республикаһы юстиция министры урынбаҫары.

Күп ғилми мәҡәләләр, монографиялар авторы [2].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы.
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының "Хеҙмәт батырлығы" билдәһе
  • СССР Халыҡ мәғарифы министрлығының почет грамотаһы [2]
  • «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл» юбилей миҙалы (2019)
  • Парфёнова Светлана Рафатовна// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.

Парфенова Светлана Рафатовна