Паршиков Геннадий Петрович
Паршиков Геннадий Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 30 июнь 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Паршиков Геннадий Петрович (30 июнь 1957 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр. 2005—2008 йылдарҙа Салауат ҡала округының хакимиәт башлығы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геннадий Петрович Паршиков[1] 1957 йылдың 30 июнендә Салауат ҡалаһында тыуа.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Салауат индустриаль техникумында уҡый (1976г). Артабан Өфө дәүләт нефть техник университетында (ӨДНТУ) юғары белем ала.
1980 — 1981 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә.
Салауат нефть химияһы комбинатында энергия менән тәьмин итеү идаралығында электромонтер, электротехник лаборатория мастеры булып эшләй.
1981 — 1983 йылдарҙа — Салауат оптика-механика заводында цех электромонтеры, цехтың өлкән мастеры.
1983 — 1998 йылдарҙа — «Салаватводоканал» дәүләт унитар предприятиеһының баш энергетигы, директор урынбаҫары, баш инженеры.
1998 — 2005 йылдарҙа «Салаватводоканал» ДУП-ы директоры.
2006 йылда Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына һайлана.
Ҡала хакимиәте башлығы булараҡ, «Салауатбыяла»[2] һәм «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең директорҙар советына инә[3].
2008 йылдың 1 мартында РФ Енәйәт кодексының 286-сы статьяһы 2-се өлөшө буйынса («дәүләт вазифаһын биләгән вазифалы, вәкәләтле кешенең дәүләт вәкәләтен арттырыуы») Г. П. Паршиковҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. 2006 йылда Паршиков «Хосусилаштырыу тураһында» законды боҙоп, коммерция ойошмаһы булған «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте милкенә ҡала йылылыҡ селтәрҙәрен тапшыра (закон энергетика әһәмиәтендәге объекттарҙы кемдеңдер милкенә тапшырыуҙы тыя). Селтәрҙәр 75 миллион һум тип баһалана. Шулай уҡ, прокуроратура тикшереүе КСП һығымталарын раҫлай: Башҡортостан ҡаҙнаһы 434 миллион һумдан ашыу килем алып еткермәй. Яҡтар ҡуртым килешеүендә 76 ҡуртым килешеүе төҙөлмәй. Торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары килешеүһеҙ һәм дәүләт теркәүһеҙ бирелә, ә муниципаль предприятиелар коммерция ойошмаларын ойоштороусы булып тора. Нөҡ шундай юл менән урындағы баҙар һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү йорто шәхси ҡулдарға күсә.
Һуңынан енәйәт эше ябыла.
2008—2010 йылдарҙа Мәскәүҙә «Производство-технология комплектацияһы приятиеһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең кәңәшсеһе булып эшләй, 2011—2012 йылдарҙа — Өфөлә «Башнефть» АНК-һы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең энергосервис һәм автоматика бүлеге начальнигы, 2013—2012 йылдарҙа — Өфөлә «Нефть табыуҙы энергия менән тәьмин итеүҙең Октябрьский идаралығы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры.
2013 йылдан «Газпром нефтехим Салауат» ойошмаһының инвестициялар һәм капиталь төҙөлөш буйынса директоры, идара ағзаһы. Өйләнгән, өс балаһы бар.
Хакимиәт башлығы вазифаһындағы эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Г. Паршиков Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһында булғанда ҡайһы бер социаль әһәмиәтле объекттар сафҡа индерелә: Никах һарайы, Вега бассейны, Өҫтәмә белем биреү йорто, ике спорт залы, Физкультурниктар йорто, «Салауат» Спорт-концерт комплексы, "Колхоз баҙары"нда сауҙа үҙәге, Каруанһарай. Ҡала урамдары матурлана, клумбалар, ағастар ултыртыла, төп юл саттарында беренсе тапҡыр таймерлы светофорҙар ҡуйыла. Шулай уҡ перспективала ябыҡ бассейн төҙөлөшө күҙаллана, әммә ул Паршиков эштән киткәс тапшырыла. Дуп-һы директоры була тағы «Салаватводоканал» ДУП директоры булғанда Г. П. Паршиков уны Рәсәйҙең дәғүәселеккә һәләтле предприятиеларының береһе кимәленә күтәрә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Госстройының Рәхмәт хаты[4].
- Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре энциклопедияһына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Республика Башкортостан//Указ Президента Республики Башкортостан :Указ Президента Республики Башкортостан О главе администрации города Салавата Республики Башкортостан.1. Возл … 2014 йыл 14 август архивланған.
- ↑ Краткие сведения о лицах, входящих в состав управления | Отчеты для акционеров ОАО «Салаватстекло»(недоступная ссылка)
- ↑ Аммиачная селитра | ОАО «Газпром нефтехим Салават» 2008 йыл 16 ғинуар архивланған.
- ↑ от .03.2000г. № 2014 йыл 12 ғинуар архивланған.