Пасео-де-Грасия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пасео-де-Грасия
Нигеҙләү датаһы 1827
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Грасия[d]
Дәүләт  Испания
Административ-территориаль берәмек Барселона, Dreta de l'Eixample[d] һәм Vila de Gràcia[d]
Архитектура стиле каталонский модернизм[d]
Нимә менән тоташа Ronda de Sant Pere, Barcelona[d], Гран-Виа[d], carrer de la Diputació[d], Carrer del Consell de Cent[d], Carrer d'Aragó, Barcelona[d], Carrer de València[d], Carrer de Mallorca[d], Carrer de Provença[d], Carrer del Rosselló[d], Площадь Синко де Орос[d], Площадь Каталонии[d], Carrer de Casp[d] һәм Carrer Gran de Gràcia[d]
Карта
 Пасео-де-Грасия Викимилектә

Пасео-де-Грасия (кат. Passeig de Gràcia; исп. Paseo de Gracia) — Барселонаның (Испания, Каталония) иң төп проспекты һәм мөһим сауҙа һәм ҡаланың эшлекле райондарының береһе, унда ҡаланың бер нисә иң билдәле архитектура ҡомартҡылары урынлашҡан. Проспект Эшампленың[1] үҙәк өлөшөндә, Плас-Каталуньянан алып Каррер-Гран-де-Грасияға[2]тиклем һуҙылған.

Пасео-де-Грасия Барселонаның һәм Испанияның иң ҡиммәт урамы тип һанала.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Амалья һәм Кас-Батльо йорто

Элек Ками-де-Хесус («Иисус юлы») тип билдәле булған Пасео-де-Грасия башта ысынбарлыҡта баҡсалы ауыл урамынан аҙ ғына ҙурыраҡ була, ул Барселона менән элек айырым ҡала булған Грасияны тоташтырып тора. Урам 1821 йылда бында либераль ҡала советы һәм уның башында торған етәксеһе Плана Рамон тарафынан башҡарылған беренсе урбанизациялауға тиклем үҙгәрешһеҙ торған. Был проект шул ваҡытта Барселонала ҡоторған эпидемия арҡаһында юҡҡа сыҡҡан.

Либерал хөкүмәт ҡолағандан һәм абсолютизмға ил кире ҡайтҡандан һуң, 1824 йылда генерал Хосе Бернальдо де Кирос, маркиз Кампо-Саградо, тырышлығы менән проспектты төҙөү проектына ҡабаттан тотоналар. 1827 йылда яңы проспекттың киңлеге 42 метр тәшкил итә, һәм ул аристократтарҙың иң яратҡан урынына әүерелә. Улар бында атта һыбай йөрөү оҫталығын һәм XIX быуат дауамында бөтә ҡиммәтле ат экипаждарын күрһәтә.

1906 йылда архитектор Пере Фалькес-и-Урпи проспект өсөн биҙәкле эскәмйәләр һәм фонарҙар эшләтә. Был ваҡытта Пасео-деГрасия Барселонаның иң модалы урамына әйләнә, унда кархитекторҙар Антонио Гауди, Пере Фалькес-и-Урпи, Жозеп Пуч-и-Кадафалк, Льюис Доменек-и-Монтанер, Энрик Санье модерн һәм ар-нуво стилендә төҙөгән биналар ҡалҡып сыға.

Басктар иле (баск. Eusko Jaurlaritza) хөкүмәте Пасео-де-Грасия, 60 адресы буйынса урынлаша, был Испанияла Граждандар һуғышы барған саҡта була. Каталон шағире Сальвадор Эсприу Кас-Фустер (Пасео-Грасия, 132) йортонда йәшәй.

Билдәле биналар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кас-Мила
Басктар иле хөкүмәтенә арналған иҫтәлекле таҡтаташ.
Касес-Рокамора
  • Илья-де-ла-Дискордия
    • Амалье йорто, архитектор Жозеп Пуч-и-Кадафалк (1890—1900)[2]
    • Каса-Батльо, архитектор Антонио Гауди (1904—1906)[2]
    • Льео һәм Морера йорто, архитектор Доменек-и-Монтанер, Льюис (1902—1906)[2]
    • Парфюмерия музейы
  • Касес-Антони-Рокамора, архитектор Жозеп Бассегода-и-Амиго (1914—1917)
  • Каса-Бонавентура-Феррер, архитектор Пере Фалькес-и-Урпи (1906)
  • Каса-Фустер, архитектор Жозеп Пуч-и-Кадафалк (1908—1911)
  • Каса-Мила «La Pedrera», архитектор Гауди, Антонио (1905—1910)[2]
  • Каса-Понс-и-Паскуаль, архитектор Энрик Санье (1891)
  • Каса-Рамон-Касас, архитектор Антони Ровира-и-Рабасса (1898)
  • Отель Мажестик (1918)
  • Палау-Роберт (1903)

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Пасео-де-Грасия (метро станцияһы)
  • Диагональ (метро станцияһы)
  • Пасео-де-Грасия (тимер юл станцияһы)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «{{{title}}}».
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «btpdg» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ALBAREDA, Joaquim, GUÀRDIA, i altres Manel.Barcelona de Enciclopèdia, Gran Enciclopèdia Catalana, Barcelona, 2006.