Пегов Валентин Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пегов Валентин Алексеевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1 ғинуар 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (69 йәш)
Һөнәр төрө спортсы
Квалифицирован для мужской спорт[d]

Пегов  Валентин Алексеевич (тыуған. 1 ғинуар 1950 йыл) — тренер. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006), дзюдо буйынса бөтә союз категориялы судья (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пегов Валентин Алексеевич 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө районы Урыҫ-Юрмаш ҡасабаһында тыуған.

1977 йылда ул П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай.

Спорт менән 6-сы «Геркулес» олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә (тренеры Н. Д. Попов) шөғөлләнә.

Валентин Алексеевич 1972 йылдан башлап 6-сы «Геркулес» олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы, һуңынан директор урынбаҫары булып эшләй. 1979 йылдан — «Спартак» ирекле спорт йәмғиәтенең Башҡортостан, Рәсәй һәм Үҙәк советтарының тренеры, 1990 йылдан — Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы һәм Башҡортостан Республикаһының юғары спорт оҫталығы мәктәбе тренеры, 1997-2004 йылдарҙа— Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы тренеры.

Спортсы-инвалидтар В. Н. Мичурин, М. Г. Яковлев, О. В. Крецул, С. А. Севостьянов, К. Капитонов, В.Волков, Р. Шәйхаттаров, Ю. Акшинцев, В. Бычков һәм башҡалар В. Пеговтың тәрбиәләнеүселәре булып торалар.

Бер үк ваҡытта Валентин Пегов Башҡорт физик культура институтында, фехтование теорияһы һәм методикаһы, көрәш һәм ауыр атлетика кафедраһы доценты булып эшләй.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Чемпионы (2005-07)

Европа чемпионатының көмөш призеры (2005, 2007)

Донъя чемпионатында шәхси зачетта көмөш (2006) һәм бронза (2007) призёр.

Спорт мастерҙары араһында команда зачетында Европа чемпионаты еңеүсеһе (2005) һәм көмөш призеры (2006).

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә (2002).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 5 . П — Советы / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа : Башк. энцикл., 2009.

Ямгуров, У. Заслуженные мастера спорта СССР и России и их наставники [Текст] Уфа, 2004.-106 с.

Ямгуров, У. Олимпионики из Башкортостана. Уфа, 2005. — 120с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]