Перихан Мәғдән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Перихан Мәғдән
төр. Perihan Mağden
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of Turkey.svg Төркиә
Тыуған көнө 24 август 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[3] (60 йәш)
Тыуған урыны Төркиә, Истанбул[3]
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист
Уҡыу йорто Роберт-колледж[d]
Босфор университеты[d]

Перихан Мәғдән (24 август 1960 йыл, Истанбул ) — төрөк яҙыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Перихан Мәғдән 1960 йылдың 24 авгусында Истанбулда тыуған. Роберт-колледжын тамамлаған[4] , артабан Босфор университетын «психология» һөнәре буйынса тамамлай. 1997—2000 йылдарҙа «Radikal» гәзитендә эшләй[5][6].

Шулай уҡ «Yeni Aktüel» аҙналыҡ гәзитендә колонка алып бара[7].

Енәйәт эшендә эҙәрлекләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006 йылдың ғинуарында Перихан Мәғдән төрек намыҫынан баш тартыусы Мехмет Тарханды яҡлап мәҡәлә яҙа. Шул уҡ йылдың апрель айында Перихан Мәғдән армия хеҙмәтенә ҡаршы пропагандалауҙа ғәйепләнә, шулай уҡ уны ҡулға алыуға ордер бирелә. 2006 йылдың июлендә суд яҙыусыны аҡлай[5].

2016 йылда Мәғдән президент Рәжәп Эрдоғанды мыҫҡыл итеүҙә ғәйепләнә («Төрөк республикаһы Президентын хурлау» Төркиә Енәйәт Кодексының 299 -сы статьяһы), уны үҙенең бер интервьюларының береһендә «ҡырағай юлбарыҫ» тип атай, шулай уҡ уға ҡарата «мөйөшкә ҡыҫырыҡланған ҡырағай хайуан кеүек» тигән әйтем ҡуллана[6][8].

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге китабын 1991 йылда яҙа[4]. Ҡәләме аҫтынан романдар, ҡыҫҡа хикәйәләр һәм поэмалар сыға. Мәғдәндең «Две девушки» романы бестселлер булып китә. 2005 йылда Ҡотлоғ Атаман төшөргән экранлаштырыуы сыға[6].

Инглиз Пен-үҙәгенең почетлы ағзаһы[9].

Төрөк нәшриәтселәре ассоциацияһы биргән һүҙ азатлығы өсөн ҙур премия менән бүләкләнә[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫ телендә сыҡҡан китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]