Эстәлеккә күсергә

Петропавловский ғибәҙәтханаһы (Шахты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православие ҡорамы
Петропавловский ғибәҙәтханаһы (Шахты)
Файл:Шахты, Петропавловский сиркәүе1.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Шахты
Конфессия Православие
Архитектура стиле Эклектика
Төҙөлөшө 18951899 йылдар
Бөгөнгө хәле емерелгән

1899

Петропавловский ғибәҙәтханаһы — Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһындағы емертелгән православный сиркәүе, Баҙар майҙанында урынлашҡан булған (хәҙер Ленин майҙаны).

Петропавловск ғибәҙәтханаһы урынында башта Грушевский таулы ауылының Петр һәм Павел апостолдары исеме менән аталған ағас сиркәү торған. Сиркәү 1854 йылда урындағы күмер сығарыу сәнәғәте хужаларының аҡсаһына төҙөлгән. Бер тәхетле сиркәү йортон ете йыл төҙөгәндәр, уға тиклем урындағы Хоҙайға табыныу йортонда ғибәҙәт ҡылғандар. Петропавловск ғибәҙәтханаһының тәүге клириктары рухани Федор Быстров һәм дьяк Антон Данилович Сербинов булған.

Грушевский таулы ауылында сиркәүҙе 1861 йылда изгеләндергәндәр. Сиркәү таш нигеҙгә ҡуйылған иконостаслы, тимер башлы йорт булған.

1880-се йылдар аҙағында Петропавловск сиркәүенең ағас бинаһы ныҡ иҫкергән. Мәхәллә кешеләре таштан сиркәү һалыу тураһында мәсьәлә ҡуҙғатҡандар. Был ваҡытта сиркәү торған Грушевский тау ауылы Александрово-Грушевский ҡалаһына әйләнгән. Унда яңы ғибәҙәтхана төҙөүгә рөхсәт алынған. Яңы йорт Кривянскийҙә табылған таштан төҙөлгән. 1899 йылда ҡалала таш сиркәү төҙөлөп бөткән.

1899 йылда Петропавловской сиркәүенең таш бинаһы изгеләндерелгән, ә иҫке ағас сиркәү йортон Бесән майҙанына күсереп, кирбес менән көпләп тышлағандар.

Святейший Синодтың 1913 йылғы 5 февралендәге 2291-се Александровск-Грушевский ҡалаһындағы Петропавловский сиркәүенә ғибәҙәтхана исеме бирелгән. Яңы ғибәҙәтхана Дондың күмер сығарыу сәнәғәте үҙәгендәге төп ғибәҙәтханаға әйләнгән. Ундағы китапханала 156 том китап булған[1].

Үҙ ваҡытында Петропавловский ғибәҙәтханаһы Александровск-Грушевскийҙың рухи һәм мәғариф үҙәге булып торған. 1920 йылға тиклем Александровск-Грушевскийҙағы Петропавловск сиркәүе руханиҙары уҡытҡан 12 мәхәллә училищеһы булған. Шул иҫәптән Беренсе ирҙәр ҡала мәхәллә училищеһы, ике класлы Икенсе ҡала ҡатнаш мәхәллә училищеһы, Ҡала ҡатын-ҡыҙҙар мәхәллә училищеһы, Һөнәрселек училищеһы, Мещандарҙың ҡатнаш мәхәллә училищеһы, Рудник ҡатнаш мәхәллә училищеһы, Ирҙәр гимназияһы, Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы, Кошкин руднигының башланғыс мәхәллә училищеһы, Азов күмер компанияһы руднигының Власов халыҡ башланғыс училищеһы, Грушевский Тау сәнәғәте товариществоһы руднигының ҡатнаш мәхәллә училищеһы булған.

1922 йылда Шахты ҡалаһында дин өлкәһендә яңыртыусылар килеп сыҡҡан. Был яңыртыусыларҙың үҙәге Петропавловский ғибәҙәтханаһында булған. Был ваҡытта Шахты ғибәҙәтханалары Изгеләрҙән-изге Синодтың яңыртыуын танып, Дондың яңыртылған епархияларының епископтарына буйһонған. Шул уҡ йылда Эшсе һәм крәҫтиән депутаттары Советы Петропавловский ғибәҙәтханаһын ундағы барлыҡ дини ҡорамалдары менән бергә бушлай срокһыҙ файҙаланыуға алған. Сиркәүҙең күп ҡиммәтле әйберҙәре тартып алынған.

1923 йылда Ҡала башҡарма комитеты барлыҡ ҡала сиркәүҙәрен, шул иҫәптән: Петропавловск ғибәҙәтханаһын, Александр Невский, Покров сиркәүен ябырға ҡарар сығарған. Был ҡарар ҡалала ҙур тәртипһеҙлектәр килтереп сығарған, шунлыҡтан Петропавловск ғибәҙәтханаһында ғибәҙәт ҡылыуҙы бер нисә тапҡыр тергеҙеп маташҡандар.

Һуңыраҡ Ҡала башҡарма комитеты үҙенең ҡарарын юҡҡа сығарған һәм сиркәүҙәргә кешеләрҙең дини ихтыяждарын үтәргә рөхсәт биргән. Башҡа эштәр менән булышыу ҡәтғи тыйылған[2].

1929 йылда тағы бер ҡабат Петропавловский ғибәҙәтханаһын ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. 1929 йылдың 28 ноябрендә Элекке Петропавловск ғибәҙәтханаһының мөлкәтен ҡабул иткән комиссия сиркәү мөлкәтен Дәүләт банкының Шахты бүлегенә тапшырған. Ғибәҙәтхана ябылып, мөлкәте хөкүмәткә тапшырылғас, ҡала хакимдары буш бинаны музейға әйләндерергә уйлаған, тик бының өсөн аҡса табылмаған. 1930-сы йылдарҙа ғибәҙәтхана емертелгән. Бинаның кирбесен ҡала инкубатор станцияһының ишек алдына түшәгәндәр. Ғибәҙәтхана урынында Новочеркасск политехник институтының филиалын һалғандар һәм В. И. Ленинға һәйкәл ҡуйғандар.

Петропавловск сиркәүендә өс тәхет булған: уртала апостол Петр һәм Павелдың төп тәхете, төкәтмә тәхеттәрҙең береһе Изге апостол Филиппҡа, икенсеһе Хоҙай Әсәһе «Одигитрия» иконаһына төҙөлгән .

Төрлө ваҡытта ғибәҙәтханала руханиҙар: Феодор Быстров, Митрофан Киреев, Симеон Пономарев, Николай Рукин, Антоний Махонин, Михаил Киреев, Петр Нектаревский, Захария Лобов, Гавриил Руднянский, Александр Куреннов, Дмитрий Серебрянский, Семен Соколов, Константин Гиляревский, Василий Иеремиев, Федор Шаповалов һәм протоиерей Василий Попов-эшләгән.

  • Табунщикова Л. В. «Обновленческий раскол в Таганрогском и Шахтинско-Донецком округах Северо-Кавказского края (Ростовской области)». Вестник ПСТГУ II: История. История Русской Православной Церкви. 2015. Вып. 3 (64). С. 51-60.