Петр казармалары (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Петр казармалары
| |
Казарма бинаһы 2012 й. | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, 1-се Крепостной тыҡырығы,46 |
Беренсе тапҡыр | 1806 |
Петр казармалары Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6110056002 |
Петр казармалары — Троицк ҡәлғәһенең «дөйөм ғәскәри ячейкаһының» Таганрогта беҙҙең көндәргә тиклем һҙаҡланып ҡалған XVIII быуат аҙағындағы төҙөлөш һәйкәле өлөшө. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1803 йылдың 7 декабрендә Таганрогҡа Изге Дмитрий Ростовский ҡәлғәһенән (буласаҡ Дондағы Ростов) гарнизондың бер батальоны күсерелә[1]. Бында ике батальонлы Таганрог полкы ойоштороу өсөн яңы казармалар төҙөлә башлай. Элекке Троицк ҡәлғәһе тиҫтәләрсә «өлгөлө» һалдат казармалары ячейкаһына эйә була. Һәр ячейка һалдат казармаһынан, офицерҙар залынан һәм аш-һау бүлмәһенән тора. Ячейкалар периметр буйынса 51,3 х 68,4 метрҙа урынлаша һәм ике метрға еткән ҡойма менән уратыла.
Беҙҙең көндәргә тиклем ни бары бер «өлгөлө» ячейка һаҡланып ҡала. Уның баштағы планировкаһы артабанғы ремонт эштәре барышында бер ни тиклем үҙгәртелә. Казарма диуарҙары 2,5 кирбес ҡалынлығында һалына. Фасады буйынса 16 дүрт мөйөшлө тәҙрә уйылған. Түбәһе ике яҡлы. Элек барлыҡ тәҙрәләргә лә тыштан рәшәткә ҡуйылһа, ул бары тик Полуротный тыҡырығы яғында берәү генә тороп ҡалған.
1910 йылдарҙа казарманың һаҡланып ҡалған бинаһында холоҡ төҙәтеү приюты урынлаша. 1920 йылдарҙа бында һәм Крепостной тыҡырығындағы 23-сө йортта бәлиғ булмаған енәйәтселәр өсөн колония асыла. 1923 йылда ҡоролма ячейкалары дәүләткә бирелә, ә 1937 йылда 7-се йорт йорт идаралығына торлаҡ бүлмәләре итеп тапшырыла.
Музей
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылда казарма бинаһына Таганрог тарихи-архитектура ҡурсаулығы һәм казактар хужа була. Унда реставрация эштәренән һуң « Троицк ҡәлғәһе казармалары» музейын асыу күҙаллана[2]. Музей комплексы составына һалдат казармаһы, офицерҙар йорто, аш-һыу бүлмәһе, дары мөгәрәбе һәм ҡойо инергә тейеш була.
2007 йылда ҡала хакимиәтегдә Ғәскәр ячейкалары биналарында «Диңгеҙ даны музейын» ойоштороу идеяһы буйынса фекер алышына[3]. Ләкин унан баш тарталар, сөнки ул «Ростов өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығында хуплау тапмай».
2012 йылдың ғинуарында Таганрог муниципалитеты «Петр казармалары» музей-ял үҙәге булдырырға һәм уны буласаҡ Фаина Раневская музейы һәм Александр Беренсенең мемориаль бүлмәһе менән берләштерергә ҡарар итә[4]. Был боронғо симбиоз «Таганрог музей комплексы» тип аталасаҡ. 2012 йылда музей комплексын реставрациялау өсөн проект-смета документтарына биш миллион һум бүлеү планлаштарыла, тағы ла дүрт миллион — экспозицияға һәм йыһаздарға[5].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Назаренко И.
- ↑ Назаренко И. В. Казарма времен государя Павла / Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — С. 281.
- ↑ Андреева Е. Объекты реставрации — к юбилею писателя 2016 йыл 4 март архивланған. // Недвижимость Таганрога. — 2007. — 30 июня.
- ↑ Лобахина Ю. Музей Фаины Раневской будет объединен с «Петровскими казармами» // Аргументы и Факты на Дону. — 2012. — 29 янв.
- ↑ Ионова Л. В Таганроге появится музей Раневской // Российская газета. — 2012. — 14 февр.