Пиленхофен монастыры
Пиленхофен монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | 1240 |
---|---|
Дәүләт | Германия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Пиленхофен[d][1] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q1832952? |
Мираҫ статусы | Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d][2] |
Адрес | Klosterstraße 12 |
Пиленхофен монастыры Викимилектә |
Пиленхофен монастыры (нем. Kloster Pielenhofen) — ҡатын-ҡыҙҙар өсөн элекке цистерциан монастыры. Был монастырь Баварияның Үрге Пфальц округындағы шул уҡ исемдәге муниципалитеттың Пиленхофен коммунаһында урынлашҡан. Монастырға нигеҙ 1240 йылда һалына. Монастырь Реформация дәүерендә, 1542 йылда, донъяуи идаралыҡ аҫтына күсә. Ваҡытында тарата. секуляризация . Бавариялағы секулярлаштырыу ваҡытында, 1803 йылда, монастырь таратыла.
Тасуирлау һәм тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пиленхофендағы ҡатын-ҡыҙҙар монастыры цистерциан монах ҡатын-ҡыҙҙар өсөн аббатлыҡ булып тора. Пиленхофен монасытыры Пресвятая Дева Марияның Успениеһына бағышланған. Уға нигеҙ 1240 йылда урындағы лорд Хоэнфельс һәм Эренфельс тарафынан һалынған. 1542 йылда, Реформация осоронда, Пфальц-Нейбург (Пфальц-Нойбург) кенәзлегендәге монахтар общинаһы донъяуи идаралыҡ аҫтына бирелә, ә монастырь 1655 йылда . Кайсхаймдағы империя аббатлығына буйһондорола. Бавариялағы секулярлаштырыу барышында, 1803 йылда, монастырь тулыһынса таратыла. Монастырь сиркәүе урындағы мәхәллә сиркәүе итеп үҙгәртелә.
1806 йылда монах-кармелиткалар Мюнхендан һәм Нойбург-ан-дер- Донауҙан Пиленхофен монастыры бинаһына күсә һәм уртаҡ ҡатын-ҡыҙҙар монастыры ойошторола. 1838 йылда монах-визитанткалар монастырҙың биналарын һатып ала һәм унда ҡыҙҙар өсөн мәктәп аса. 1981 йылда Пилонхофен башланғыс мәктәбе — Регенсбург соборы янындағы мәктәп-интернат — элкке мәктәпте алмаштыра. 2010 йылда монастырҙа тороп ҡалған 5 монах ҡатын-ҡыҙ Цангбергтағы общинаға күсә. Монастырҙың барокко стилендәге сиркәүе үҙ эсенә өс ҡатлы ике ҡынғырауҙар башняһын алып тора. Сиркәү эсендә һуңғы барокко стилендә төҙөлгән бейек миһраб тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монастырь Фрауенцель
- Бывший мужской монастырь Святых Петра и Павла в Ландсхуте
- Бывший женский францисканский монастырь Святого Креста
- Монастырь Святого Павла в Бранденбурге
- Монастырь Хайлигенграбе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://geodaten.bayern.de/denkmal_static_data/externe_denkmalliste/pdf/denkmalliste_merge_375184.pdf
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bauer, Hermann und Anna: Klöster in Bayern. Eine Kunst- und Kulturgeschichte der Klöster in Oberbayern, Niederbayern und der Oberpfalz, München 1985, S. 245—247;
- Keßel, Willi: Das Kloster der Heimsuchung Mariens in Pielenhofen: Von der Gründung bis zum Zweiten Weltkrieg, in: Festschrift 750 Jahre Kloster Pielenhofen, München-Zürich 1987, S. 54 ff.;
- Krausen, Edgar: Die Klöster der Zisterzienser in Bayern, München 1953, S. 79—81 [со списком источников, опубликованных до 1953];
- Schneider, Hans: Das Kloster Pielenhofen — ein geschichtlicher Überblick von der Gründung bis zur Säkularisation, in: Festschrift 750 Jahre Kloster Pielenhofen, München-Zürich 1987, S. 9—17;
- Wollenberg, Klaus: Die Zisterzienser in Altbayern, Franken und Schwaben (Hefte zur Bayerischen Geschichte und Kultur Band 7), München 1988.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Peter Morsbach. Pielenhofen — Zisterze im Naabtal (нем.). Haus der Bayerischen Geschichte. Дата обращения: 2 февраль 2019.