Пинега (йылға)
Пинега — Рәсәйҙең Архангельск өлкәһе йылғаһы, Төньяҡ Двинаның уң ҡушылдығы/
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо — 779 км, бассейны майҙаны — 42 000 км²[1].
Йылға Төньяҡ Двина йылғаһына Белая һәм Черная йылғаларының ҡушылған ерендәге уң яҡ ярында башлана. Йылға диңгеҙ кимәленән 135,2 бейеклектә ята. Төньяҡ Двина менән төньяҡ-көнбайышҡа табан киң үҙәндә йәнәшә аға, Башлыса һыубаҫар туғай үҙәндәре буйлап аға.
Йылға түбәнге ағымында Беломор-Кулой карст яҫы ҡалҡыулығы аша аға һәм Аҡ диңгеҙҙең Мезень ҡултығына ҡойоусы Кулой йылғаһына яҡын килә.Был урында Пинега Кулой менән «Кулой — Пинега» каналы менән бәйләнгән[2]. Артабан йылға көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә Паленьга тамағына тиклем аға һәм артабан көнбайышҡа табан борола.
Йылға тамағы өлөшөнөң киңлеге — 190 м, тәрәнлеге — 4 м, ағым тиҙлеге — 0,4 м/с, төбө ташлы[3].
Согра ауылынан алып Пинега тамағына тиклем суднолар йөрөй, был участоктың оҙонлоғо 654 км, йылға Рәсәй Федерацияһыныңэске һыу юлдары исемлегенә ингән[1][4]. Пинегала, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Горка пристанына тиклем суднолар йөрөй (тамағынан 580 км тирәһе)[5].
Йылға буйында иң ҙур тораҡ пункттар — Новолавела, Пинега, Усть-Пинега ҡасабалары һәм Карпогоры ауылы.
Гидрология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғаның төп аҙығы-ҡар һыуҙары, йылы ваҡытта — ямғыр һыуҙары.. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы яҡынса 430 м³/с. Октябрҙең икенсе яртыһында — ноябрь башында туңа, апрелдең икенсе яртыһында — майҙың беренсе яртыһында боҙо ирей.
Тамағында һыу сығымы 34 м³/с. тәшкил итә[6], тамағынан 536 км алыҫлыҡта — 101 м³/с.[7], тамағынан 394 км алыҫлыҡта — 174,5 м³/с.[8]. 1914—1999 йыл мәғлүмәттәре буйынсауртаса йыллыҡ сығымдар тамағынан 125 км-ҙа. — 375,4 м³/с, 1955 йылда сығымдар максималь кимәлдә була һәм 2910 м³/с тәшкил иткән[9]:
Ҡушылдыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп ҡушылдыҡтары: һул — Вый,Юла, Покшеньга, Пюла, Шуйга, Түбәнге Поча, Юбра, Охтома, Сура, Сия, Угзеньга, Паленьга; уң — Илеша, Нюхча, Шоча, Ежуга, Чуплега, Явзора, Тиньга, Вонга ҡылымы.
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пинега йылғаһының бассейнында гипс карсты бар, уларҙа 500-ҙән ашыу мәмерйә (Пинегаҡурсаулығы)
- Красногорский Богородицкий монастыры
- Артемиевый-Веркольский монастыры
- Сура ауылында Иоанн Кронштадтский тыуған
- Веркола ауылында яҙыусы Федор Абрамов тыуған һәм ерләнгән
- Усть- Ежуга ауылында һүҙ оҫтаһы Кривополенова Мария Дмитриевна тыуған
- Ендом зыяраты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 «Пинега» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Лист карты Q-38-111,112 Пинега. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1998 г.
- ↑ Лист карты Q-37-143,144 Холмогоры. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1987 г.
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 19.12.2002 № 1800-р (ред. от 27.02.2010) . — Перечень внутренних водных путей Российской Федерации. Дата обращения: 5 май 2013. Архивировано 10 май 2013 года.
- ↑ [ Пинега (йылға)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Pinega At Sogry (ингл.). R-ArcticNET. Дата обращения: 27 ноябрь 2014.
- ↑ Pinega At Severny (ингл.). R-ArcticNET. Дата обращения: 27 ноябрь 2014.
- ↑ Pinega At Zasur'e (ингл.). R-ArcticNET. Дата обращения: 27 ноябрь 2014.
- ↑ Pinega At Kulogory (ингл.). R-ArcticNET. Дата обращения: 27 ноябрь 2014.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [ Пинега (река в Архангельской обл.)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Пинега // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.