Пицунда ҡорамы
Пицунда ҡорамы | |
груз. ბიჭვინთის ტაძარი | |
Кем хөрмәтенә аталған | Андрей Первозванный[d] |
---|---|
Дәүләт |
Грузия Абхазия Республикаһы |
Административ-территориаль берәмек | Пицунда |
Әҫәр заказсыһы | Баграт III[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Оҙонлоҡ | 37 метр |
Киңлек | 25 метр |
Бейеклеге/буйы | 29 метр |
Рәсми сайт | pitsundaorgan.webs.com |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | X быуат |
Пицунда ҡорамы Викимилектә |
Пицунда ҡорамы[1] йәки Ҙур Пицунда ҡорамы[2], шулай уҡ Апостол Андрей Первозванный хөрмәтенә Пицундала Патриарх соборы — Пицундала башта IV быуатта төҙөлгән христиан соборы (шул ваҡытта Питиунт) . Артабан б.э. VI . быуатында һәм X быуат башында, Абхаз батшалығы үҫешкән ваҡытта яңынан ҡоролған. Әлеге ваҡытта аҙағында тергеҙелгән һәм һаҡланып ҡалған собор IX быуат аҙағы —X быуат башына ҡарай.
Собор тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең эраның IV быуатында ҡәлғә биләмәһендә, ике быуат элек римляндар төҙөгән һәм Рим империяһының форпосты булып хеҙмәт иткән боронғо Питиунт урынында был төбәктә, боронғо христиан ғибәҙәтха-базилика төҙөлә, унда епископ Стратофил хеҙмәт итә. V быуат аҙағында — VI быуат башында 60 квадрат метр майҙанлы иҙән менән был ҡорам донъя әһәмиәтенә эйә булған боронғо сәнғәттең шедевры бай мозаика менән биҙәлә. Кавказда был иң боронғо мозаикалы иҙәндәрҙе береһе урындағы ун ике төҫлө тоҡомдарҙың таш шаҡмаҡтарынан башҡарылған. Мозаикала шулай уҡ боронғо грек телендә яҙыу бар[1].
Византия императоры Юстиниан I Пицунданы VI быуатта Ҡара диңгеҙҙең Кавказ яры буйындағы мөһим стратегик ҡәлғә тип иҫәпләй. Vi быуатта шул уҡ урында уның бойороғо буйынса аламаланған ҡәлғә урынына мөһабәт ҡорам төҙөлә[3]. Б.э. 541 йылында ҡорамда епископ кафедраһы урынлаша, унда абхаздарҙың беренсе суҡындырыуы үтә. VIII быуатта Абхаз батшалығы ойошоролоу һәм Абхаз сиркәүе автокефалия алыу менән Пицунда ҡорамы Абхазияның тәхетле ҡорамы була.
IX—X быуаттарҙа Абхаз батшалғы үҫешкән ваҡыттағы яңы көмбәҙле ҡорам кирбестән төҙөлә. Абхазияның иң ҙур иртә урта быуат ҡорамы булып һанала. Пицунда соборы X быуатта Абхаз Католикостарының кафедраһы була. Бында Католикос-Патриархтарҙы һайлау уҙғары
XI — XV быуаттарҙа собор бер нисә тапҡыр яңыртыла. XVII быуатта, төрөктәр баҫып алыу ҡурҡынысы менән, Абхазия католикостары кафедраһы Гелатиға (Грузия) күсерелә, собор етемһерәп ҡала.
XIX быуаттың икенсе яртыһында собор яңыртыла һәм Успение Богородицаһы хөрмәтенә изгеләндерелә
Собор бинаһынан 1975 йылда немец оҫталары эшләгән органды күсереү мәсьәләһе 2009 йылда күтәрелә[4]. 2014 йылдың 29 июлендә Абхазия президенты вазифаһын үтәүсе Валерий Бганба Мәҙәниәт министрлығына дәүләт идаралығы менән берлектә мәҙәни мираҫ тарихын һаҡлау буйынса Пицунда соборынан органды икенсе урынға күсереү мөмкинлеге тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя[5].
Архитектура үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Собор тәре-көмбәҙле, өс нефлы һәм өс апсидалы типҡа ҡарай. Уның күләме 43,3х22,7 метр тәшкил итә. Таш һәм кирбестән һалынған. Ҡорамдың цоколдән алып стеналары тик таш блоктарҙан тора, һуңынан ҡатнаш характер ала: таш рәттәре кирбес менән аралаша. Стеналарҙың өҫкө өлөшө, барабан һәм ундағы көмбәҙ, эске терәк бағаналар тулыһынса төрлө ҙурлыҡтағы кирбестән һалынған. Үҙәк алтарь апсидаһында тыштан тәҙрәләр араһында тәреләр һалынған. Шыма стеналар штукатурланған, элек фрескалар менән биҙәлгән, уларҙан хәҙер тик алтарҙа медальондар бүлкәте генә һаҡланған.
Собор эсендә, уның көнбайыш өлөшөндә төрбә урынлашҡан, унда апостол Андрей Первозванный һәм Симон Кананитҡа ойошторлған ике кәшәнә бар, был турала кәшәнәләр эсендәге ике апостолдың фреска һүрәттәре раҫлай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Пицундский храм 2018 йыл 17 октябрь архивланған.
- ↑ [1] Археологические открытия 2007 года]
- ↑ [2] Из истории средневековой Абхазии]
- ↑ В министерстве культуры не разделяют мнение главы Абхазской православной церкви о необходимости переноса органа Пицундского храма в другое помещение. Дата обращения: 28 ғинуар 2011. Архивировано 10 август 2014 года. 2014 йыл 10 август архивланған.
- ↑ Решение вынести орган из храма в Пицунде разделило абхазское общество
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На Викискладе есть медиафайлы по теме Пицундский храм
- Патриарший собор: фотографии
- Архиепископ Павел Лебедев († 1892 г.). Слово при освящении Пицундского Успенского Собора в Абхазии, 3 (16) Сентября 1885 года (Казань, 1889). На сайте Слово пастыря
- Орган Пицундского храма в Абхазии. Официальный сайт. 2019 йыл 28 июнь архивланған.