Эстәлеккә күсергә

Покровкалағы «Хәрби төҙөүсе» кооперативының торлаҡ йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Покровкалағы «Хәрби төҙөүсе» кооперативының торлаҡ йорто
Нигеҙләү датаһы 1935
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Басманный район[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27602932?
Мираҫ статусы исторически ценный градоформирующий (средоформирующий) объект[d][1]
Указания, как добраться улица Покровка, 7/9-11, корпус 1
Карта
 Покровкалағы «Хәрби төҙөүсе» кооперативының торлаҡ йорто Викимилектә

Покровкалағы «Хәрби төҙөүсе» кооперативының торлаҡ йорто — Мәскәүҙең (Покровка урамы, 7/9-11-се йорт) бинаһы. Бина 1930-сы йылдарҙа конструктивизм стилендә архитекторҙар К. В. Аполлонов һәм А. Ф. Волхонский проекты буйынса төҙөлгән[2]. Бина мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.

Элек Мәскәүҙең Покровка һәм Потапов тыҡрығы киҫелешендә Пашковтарҙың биләмәләре булған. 1928—1935 йылдарҙа был территорияла «Хәрби төҙөүселәр» кооперативының (архитекторҙары В. К. Аполлонов һәм А. Ф. Волхонский) торлаҡ комплексы төҙөлә[2]. Ул комплекс Покровка урамынан Потапов тыҡрығы эсенә табан һуҙыла. Шулай уҡ комплекска Чистопрудный бульварына (12-се йорт) ҡараған бина ла инә. Торлаҡ комплексы 6-8 ҡаттан тора. Бинаның беренсе ҡатында «Ҡыҙыл йондоҙ» һәм «Хәрби әҙерлек» гәзиттәре редакциялары урынлашҡан була, һуңғараҡ, — «Финанс һәм статистика» нәшриәте тора[3]. Сталин репрессияһы йылдарында был йортта йәшәгән күп кенә ҡыҙыл командирҙар атып үлтерелгән[2].

Потапов тыҡрығына сыҡҡан бер корпуста, Ольга Всеволодовна Ивинская, Борис Пастернактың һөйгән йәре һәм «музаһы», йәшәгән . Яҙыусы уның фатирында йыш була[2][4]. Пастернакка Нобель премияһы бирелеүе иғлан ителгәс, Ивинская фатирында Пастернак һәм уның дуҫтары власҡа мөнәсәбәттәре тураһында һөйләшергә йыйыла[2].

  1. Распоряжение Департамента культурного наследия города Москвы № 689 от 04.08.2014]
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Романюк С. К. Переулки старой Москвы. — М.: ЗАО Издательство Центрполиграф, 2013. — С. 321—322. — ISBN 978-5-227-04274-3.
  3. Федосюк Ю. А. Москва в кольце Садовых. — М.: Московский рабочий, 1983. — С. 308.
  4. Кооперативы йорто «Хәрби төҙөүселәр» // Мәскәү Белер