Покровкалағы «Хәрби төҙөүсе» кооперативының торлаҡ йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Покровкалағы «Хәрби төҙөүсе» кооперативының торлаҡ йорто
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1935
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү ҡалаһы һәм Улица Покровка[d]
Commons-logo.svg Покровкалағы «Хәрби төҙөүсе» кооперативының торлаҡ йорто Викимилектә

Покровкалағы «Хәрби төҙөүсе» кооперативының торлаҡ йорто — Мәскәүҙең (Покровка урамы, 7/9-11-се йорт) бинаһы. Бина 1930-сы йылдарҙа конструктивизм стилендә архитекторҙар К. В. Аполлонов һәм А. Ф. Волхонский проекты буйынса төҙөлгән[1]. Бина мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элек Мәскәүҙең Покровка һәм Потапов тыҡрығы киҫелешендә Пашковтарҙың биләмәләре булған. 1928—1935 йылдарҙа был территорияла «Хәрби төҙөүселәр» кооперативының (архитекторҙары В. К. Аполлонов һәм А. Ф. Волхонский) торлаҡ комплексы төҙөлә[1]. Ул комплекс Покровка урамынан Потапов тыҡрығы эсенә табан һуҙыла. Шулай уҡ комплекска Чистопрудный бульварына (12-се йорт) ҡараған бина ла инә. Торлаҡ комплексы 6-8 ҡаттан тора. Бинаның беренсе ҡатында «Ҡыҙыл йондоҙ» һәм «Хәрби әҙерлек» гәзиттәре редакциялары урынлашҡан була, һуңғараҡ, — «Финанс һәм статистика» нәшриәте тора[2]. Сталин репрессияһы йылдарында был йортта йәшәгән күп кенә ҡыҙыл командирҙар атып үлтерелгән[1].

Потапов тыҡрығына сыҡҡан бер корпуста, Ольга Всеволодовна Ивинская, Борис Пастернактың һөйгән йәре һәм «музаһы», йәшәгән . Яҙыусы уның фатирында йыш була[1][3]. Пастернакка Нобель премияһы бирелеүе иғлан ителгәс, Ивинская фатирында Пастернак һәм уның дуҫтары власҡа мөнәсәбәттәре тураһында һөйләшергә йыйыла[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Романюк С. К. Переулки старой Москвы — М.: ЗАО Издательство Центрполиграф, 2013. — Б. 321—322. — ISBN 978-5-227-04274-3.
  2. Федосюк Ю. А. Москва в кольце Садовых — М.: Московский рабочий, 1983. — Б. 308.
  3. Кооперативы йорто «Хәрби төҙөүселәр» // Мәскәү Белер