Эстәлеккә күсергә

Покров монастыры (Балахна)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Покров монастыры
Нигеҙләү датаһы 1552
Рәсем
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Балахна[d]
Епархия Нижегородская епархия[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1783
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Нижегородская область/Балахнинский район[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться проспект Революции, 17 / Пионерская улица, 14
Карта
 Покров монастыры Викимилектә

Покров монастыры — Балахна ҡалаһында ғәмәлдән сығарылған ирҙәр монастыры. Иеромонах Пафнутий тарафынан ХVI быуаттың беренсе яртыһында нигеҙ һалынған. 1552 йылда Иван Грозный монастырға үҙенең жалованный грамотаһын бирә, шул уҡ йылда сатырлы Никольский таш сиркәүе төҙөлә. XVII быуат уртаһында ағас сиркәү урынына таштан Покров сиркәүе төҙөлә.

XVIII быуатта, тоҙ кәсебе тарҡалғас, монастырь фәҡирләнә. 1783 йылда монастырь бөтөрөлә. Епархияға монастырҙы тапшырыу һәм уны тергеҙеү халыҡ ополчениеһына 400 йыл тулыу айҡанлы 2012 йылға планлаштырыла.[2]

Никольский сиркәүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Никольский сиркәүенең дөйөм күренеше. 1894 йыл. Максим Дмитриев фотоһы
Никольский сиркәүе. 2013 йыл

Изге Николай Чудотворец хөрмәтенә сиркәү — Түбәнге Новгород епархияһының иң боронғо таш ғибәҙәтханаһы. 1552 йылда рус ғәскәре Ҡазан ҡалаһын алыу хөрмәтенә Иван Грозный бойороғо буйынса төҙөлгән. 1917 йылда унда мөғжизәле «Одигитрия» Богородица иконаһы торған. Совет осоронда сиркәүҙә һөт заводы була, унан һуң торлаҡ бина. Һуңғы бер нисә йыл бында Балахнин тыуған яҡты өйрәнеү музейының запас фонды урынлашҡан. Диндарҙарға 2008 йылда ҡайтарыла, ә шул йылдың 19 декабрендә беренсе литургия үткәрелә[3].

Никольский сиркәүендә уға нигеҙ һалған иеромонах Пафнутийҙың 2011 йылда яңынан килтерелгән мәйет киҫәксәләре тора.

2015 йылдағы Успенский посының (ураҙаһының) беренсе көнөндә — 14 августа ҡорам Преподобный Сергий Радонежский хөрмәтенә изгеләндерелә. Ҡорамды Бөйөк Чин менән Түбәнге Новгород һәм Арзамас митрополиты Георгий изгеләндерә[4].

XVII быуат уртаһында төҙөлә. 1937 йылда ябыла. 1950 йылдан алып сиркәүҙә тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан. 2009 йылдың 14 октябрендә бер нисә йылдар эсендә беренсе тапҡыр молебен үткәрелә. Молебенды Никольский ҡорамы иеромонахы Александр Ионов алып бара[5].

2010 йылдың авгусында Түбәнге Новгород епархияһына тапшырыла. 2010 йылдың 14 октябрендә ҡорам ябылғандан һуң тәүге тапҡыр Пресвятая Богородица Покровы хөрмәтенә литургия үткәрелә. Уны үткәрергә Балахнин округы протоиерейы Виктор Софроновҡа Покров сиркәүе протоиерейы Роман Сосинович ярҙам итә[6].

Владимир ҡалаһы архитекторҙар төркөмө 2011 йылдың февралендә Покров ғибәҙәтханаһыны биналарының эске күләмдәрен ала, ә майҙа сиркәүҙең тышҡы күләмдәре алына һәм конструкциялары тикшерелә[7]. Тикшереү ваҡытында асыҡланыуынса, төп (четвериктың) дүрткелдең түбәләре 1690 йылдағы янғын ваҡытында бөтөн ҡалған, әммә байтаҡ ерҙәре үтәләй тишелгән.

Святитель Николай Чудотворец хөрмәтенә сиркәү мәхәлләһе башлыҡтары:

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Балахнинский краеведческий музей будет перемещен из Покровского монастыря к 2012 году (9 март 2010). Дата обращения: 4 ноябрь 2010. Архивировано 3 июль 2012 года.
  3. Сегодня в восстановленной Никольской церкви города Балахна прошла первая Божественная литургия 2015 йыл 25 июль архивланған., (фото, видео) Нижегородская епархия, 19 декабря 2008 года
  4. Игорь Чистяков. В Балахне освящен храм в честь преподобного Сергия Радонежского. Нижегородская митрополия (14 август 2015).(недоступная ссылка)
  5. В Покровском храме города Балахны отслужен первый за многие десятилетия молебен 2013 йыл 23 май архивланған., Нижегородская епархия, 14 октября 2009 года
  6. Вихарев, Александр В престольный праздник в Покровском храме Балахны состоялась первая Божественная литургия с момента его закрытия в советское время (фото). Нижегородская епархия (14 октябрь 2010). Дата обращения: 4 ноябрь 2010. Архивировано 3 июль 2012 года. 2012 йыл 3 июль архивланған.
  7. Вихарев, Александр Группа архитекторов из Владимира обследовала Покровский храм в Балахне (фото). Нижегородская епархия (3 май 2011). Дата обращения: 4 май 2011. Архивировано 3 июль 2012 года. 2011 йыл 23 декабрь архивланған.
  8. Архиепископ Нижегородский и Арзамасский Георгий. Указ № 144 от 15 июня 2009 года. Дата обращения: 19 декабрь 2010. Архивировано 3 июль 2012 года. 2012 йыл 6 сентябрь архивланған.
  9. Архиепископ Нижегородский и Арзамасский Георгий. Указ № 175 от 16 апреля 2010 года. Дата обращения: 19 декабрь 2010. Архивировано 3 июль 2012 года. 2012 йыл 4 сентябрь архивланған.
  10. Архиепископ Нижегородский и Арзамасский Георгий. Указ № 334 от 14 сентября 2010 года. Дата обращения: 18 декабрь 2010. Архивировано 3 июль 2012 года. 2012 йыл 12 сентябрь архивланған.
  11. Архиепископ Нижегородский и Арзамасский Георгий. Указ № 335 от 14 сентября 2010 года. Дата обращения: 4 ноябрь 2010. Архивировано 3 июль 2012 года. 2012 йыл 5 сентябрь архивланған.