Пономаренко Николай Степанович
Николай Пономаренко | |
Тулы исеме |
Николай Степанович Пономаренко |
---|---|
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Степановка ауылы, хәҙерге Сумы районы,Сумы өлкәһе, Украина |
Үлгән | |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор |
Пономаренко Николай Степанович (1 август 1893 йыл, Сумы өлкәһе Степановка ауылы — 6 июль 1952 йыл, Кишинев) — композитор, педагог, Молдавия ССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1902 йылдан 1912 йылға тиклем Петербург батша һарайы капеллаһында Михаил Климовта уҡый[1]. Капеллаға, күрәһең, айырыуса һәләтле балаларҙы махсус йыйыу буйынса ҡабул ителгәндер, уларҙы махсус рәүештә бөтә Рәсәй буйынса эҙләгәндәр.
Николай Пономаренко 1920—1938 йылдарҙа Таганрог музыка училищеһында уҡыта, теоретик предметтар алып бара. Унда Л. И. Ухин шәхси рәүештә шөғөлләнгән, уның әҫәрҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҫылмай ҡала, әммә теоретик алған белеме, музыкаль һәләттәре, музыканттың гармоник телен заманса һәм үҫешкән итә. Аҙаҡ Л. И. Ухиндә Таганрогтың билдәле музыканты һәм композиторы, Таганрог радиотехника институтының профессоры В. П. Рыжов уҡый[1][2].
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында I Мәскәү хәрби училищеһында тынлы оркестр дирижеры булып эшләй.
Николай Пономаренко Таганрогта үҙе тураһында, теләһә ниндәй әҫәрҙе шунда уҡ «ишеткән буйынса ғына» уйнай алған, бик талантлы музыкант булараҡ хәтирә ҡалдырған[1]. Пономаренконың «Чехов иҫтәлегенә Кантата» әҫәре уның Таганрогта йәшәгән дәүеренә ҡарай(1935)[1].
Николай Пономаренко әҫәрҙәренең күп өлөшөн вокаль һәм хор музыкаһы әҫәрҙәре тәшкил итә[1]. Үзбәк, тажик, молдаван халыҡ йырҙарын йыйған һәм эшкәрткән.
1945—1951дарҙа Кишинев консерваторияһында классик әҫәрҙәр, гармония, полифония буйынса уҡыта. 1950 йылдан — доцент.
1948—1952 йылдарҙа Молдавия совет социалистик республикаһының композиторҙар союзында яуаплы сәркәтип булып эшләй.
Әҙәби әҫәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1927 — сборник рассказов «Примирение с ребёнком».
- 1971 — роман «Фантом».
- 1975 — роман «Натура».
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Михайлова Н. Г. Пономаренко Николай Степанович // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 574. — ISBN 978-5-88040-064-5.
- ↑ Боровская Н. Музыка и физика звука // www.relga.ru. — 2005. — 16 дек.
- 1 августа тыуғандар
- 1893 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Украинала тыуғандар
- 6 июлдә вафат булғандар
- 1952 йылда вафат булғандар
- Кишинёвта вафат булғандар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса композиторҙар
- СССР композиторҙары
- Молдавия композиторҙары
- XX быуат композиторҙары
- СССР музыка педагогтары
- Молдавия музыка педагогтары
- XX быуат музыка педагогтары
- Молдавия ССР-ы атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса педагогтар