Попов Иван Петрович (яҙыусы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иван Петрович Попов
Тыуған көнө:

1836({{padleft:1836|4|0}})

Тыуған урыны:

Новочеркасск ҡалаһы

Вафат булған көнө:

1906({{padleft:1906|4|0}})

Гражданлығы:

Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шиғриәт, журналистика

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус телендә

Попов Иван Петрович (1836 йылда Новочеркасскиҙа — 1906) — рус шағиры, журналисы, нәшриәтсеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Петрович Попов Дон Ғәскәре өлкәһендәге Новочеркасск ҡалаһында ғәскәри старшина ғаиләһендә тыуа. Новочеркасск гимназияһын, аҙаҡ — Харьков университетының юридик факультетын тамамлай. Хоҡуҡ кандидаты дәрәжәһен ала.

Гимназист осоронда әле «Аҙау ултырыуы сидение» повесын яҙа. Университетты тамамлағандан һуң, Өлкә статистика комитеты секретары булып эшләй. Эше буйынса материалдар йыйыу һәм уларҙы «Дон Ғәскәре өлкә статистика комитеты йыйынтығында» баҫтырыу менән шөғөлләнә.

1887 йылда Иван Попов үҙенең «Дон телмәре» тип аталған гәзитенә нигеҙ һала һәм баҫып сығара. Уның гәзите Рәсәйҙең көньяғында иң ҙур гәзиттәрҙең береһе булған, унда А. И. Куприн, К. А. Тренев, А. С. Попов (Серафимович) һ. б. әҫәрҙәре баҫылған.

Уның икенсе башланғысы — «Дон» журналына нигеҙ һалыуы һәм 1887 йылда уны сығара башлауы. Журнал йыл тирәһе баҫыла һәм сығарыу өсөн аҡса юҡлыҡтан ябыла.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Попов Иван Петрович шиғырҙар, тарихи һүрәтләмәләр, публицистик мәҡәләләр яҙған. Уның әҫәрҙәре «Казак хәбәрсеһе», «Таганрог хәбәрсеһе», мәскәү һәм петербургта сыҡҡан «Будильник», «Гусли», «Спутник», «Развлечение» «Күңел асыу» журналдарында баҫыла. Уның әҫәрҙәренең төп темаһы булып уға таныш булған Дон казактары, уның тарихы тора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Астапенко М. П., Астапенко Г. Д., Астапенко Е. М. Казачья доля — Дон, степь да воля. Ростов н/Д, 2014., 320 с.: ил. ISBN 978-5-87259-806-0
  • Попов Иван Петрович. Материалы к истории Дона / собран. Ив. П. Поповым. — Новочеркасск : Тип. наслед. Н. И. Редичкина, 1900. — 168 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]