Портал:География/Инеш
Уҡыу көйләүҙәре
Геогра́фия (грек телендә γεωγραφία, ерҙе тасуирлау) — Ерҙе тасуирлаған, йәғни Ерҙең географик тышлығын тикшергән фәндәр системаһы. Географик тышлыҡ иһә литосфера, атмосфера, гидросфера һәм биосфераның бер-береһенә үтеп инеү һәм йоғонто яһау сфераһы итеп аңлайҙар. Физик география был тышлыҡтың физик асылы менән шөғөлләнә (уның элементтарының бер-береһенә ҡарата урынлашыу һәм унда барған процестар менән). Шунан тыш, географияның сәйәси, социаль һәм иҡтисади тармаҡтары бар. Был һуңғы йүнәлештәр кеше эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәрен географик аспекта өйрәнәләр.