Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
|
- Ислам (ғәр. الإسلام — Аллаһҡа бирелеү, буйһоноу) — Бер Аллаһҡа ышаныуға нигеҙләнгән ибраһими донъя диндәренең береһе. Беҙҙең эраның VII быуат баштарында Мөхәммәт пәйғәмбәр тарафынын Көнбайыш Ғәрәбстанда киң таратыла башлай. Ислам киләһе биш төп шартҡа таяна: шәһәҙәт килтереү, намаҙ ҡылыу, ураҙа тотоу, зәкәт биреү һәм хаж ҡылыу. Ислам динендәге кешеләргә иманлы мәғәнәһендә «мөмин», йәки Аллаһ Тәғәләғә буйһонған мәғәнәһендә «мосолман» тиҙәр.
|