Портал:Нуриман районы/Нуриман районы иҡтисады
Нуриман — урман сәнәғәте һәм ауыл хужалығы районы. 205,5 мең гектар ере урман менән ҡапланған. Ағас әҙерләүселәр: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Нуриман урман хужалығы, хужалыҡ-ара урман хужалығы, “Башлеспром”дың Яманйылға урман сәнәғәте хужалығы (Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһы), Саруа ағас әҙерләү бүлексәһе (“Башнефть” АНК) һ.б. Ҡариҙел йылғаһында — Павловка ГЭС-ы, Ҡыҙылъярҙа РТП һәм май заводы эшләй.
44,6 мең гектарҙы (район территорияһының 16,9 проценты) ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 27,8 мең, сабынлыҡтар — 6,8 мең, көтөүлектәр 10,0 мең гектар. Районда эре панелле йорттар төҙөү тресының ярҙамсы хужалығы (Өфө ҡалаһы) бар. Төп тармаҡтары — һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, игенселек, картуф үҫтереү. Умартасылыҡ үҫешкән.