Портал:Тарих/Һайланған мәҡәлә
Ҡытайҙағы мәҙәни инҡиллап — 1966—1976 йылдарҙа Ҡытайҙа Коммунистар партияһы (ҠКП) Рәйесе Мао Цзэдун йәйелдергән һәм шәхсән идара иткән идея-сәйәси кампаниялар йыйылмаһы. Ул Ҡытай Халыҡ Республикаһында «капитализмдың яңынан тергеҙелеү» мөмкинлеге, «эске һәм тышҡы ревизионизм менән көрәшеү» һылтауы менән сәйәси оппозицияның абруйын төшөрөү һәм уны юҡ итеү, үҙенең шәхси хакимлеген урынлаштырыу маҡсаттарын ҡуя.
«Мәҙәни инҡиллап»тың төп сәбәптәре: 1) Мао Цзэдундың социалистик йәмғиәттә синфы көрәш әһәмиәтен абсолютлаштырыуы; 2) уның көсәйә барған шәхес культының нәҡ ошо осорҙа иң юғары кимәлгә етеүе; 3) Ҡытай Коммунистар партияһында лидерлыҡ өсөн көрәштә юғары етәкселәр, шул иҫәптән Линь Бяо, Кан Шэн, Цзян Цин (Маоның ҡатыны) һәм башҡалар тарафынан Мао Цзэдундың «һул» ҡараштарын, уның шәхес культын һәм идара итеүҙәге бер башлыҡлылыҡ стилен үҙ маҡсаттарында шәхси властарын көсәйтеү өсөн әүҙем файҙаланыуы.
«Мәҙәни инҡиллап» зыялыйҙарға ҡаршы киң масштаблы сәйәси золомға, Ҡытай коммунистар партияһының, (дауамы…)