Эстәлеккә күсергә

Портал:Тарих

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Портал:Тарих

Тарих — белем өлкәһе, кешелектең үткән замандағы эшмәкәрлеген, торошон, донъяға ҡарашын, ойошоуын һәм социаль бәйләнештәрен өйрәнә торған гуманитар фән. Был өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙы тарихсылар тип атайҙар

Тарыраҡ мәғәнәлә «тарих» - ваҡиғаларҙың, тарихи процесстың эҙмә-эҙлеклелеген асыҡлау, һүрәтләнгән сараларҙың объективлығын билдәләү һәм ваҡиғаларҙың сәбәбенә һәҙөмтә эшләү өсөн үткәндәр тураһындағы һәр сығанаҡты өйрәнеүсе фән

Бүлендек порталдар

Категориялар

_NOTOC__

Нисек ярҙам итә алам

Портал:Тарих/Нисек ярҙам итә алам

Яңы мәҡәләләр

Туғандаш проекттар

Портал:Тарих/Туғандаш проекттар

Һайланған мәҡәлә

Ҡытайҙағы мәҙәни инҡиллап — 1966—1976 йылдарҙа Ҡытайҙа Коммунистар партияһы (ҠКП) Рәйесе Мао Цзэдун йәйелдергән һәм шәхсән идара иткән идея-сәйәси кампаниялар йыйылмаһы. Ул Ҡытай Халыҡ Республикаһында «капитализмдың яңынан тергеҙелеү» мөмкинлеге, «эске һәм тышҡы ревизионизм менән көрәшеү» һылтауы менән сәйәси оппозицияның абруйын төшөрөү һәм уны юҡ итеү, үҙенең шәхси хакимлеген урынлаштырыу маҡсаттарын ҡуя.

«Мәҙәни инҡиллап»тың төп сәбәптәре: 1) Мао Цзэдундың социалистик йәмғиәттә синфы көрәш әһәмиәтен абсолютлаштырыуы; 2) уның көсәйә барған шәхес культының нәҡ ошо осорҙа иң юғары кимәлгә етеүе; 3) Ҡытай Коммунистар партияһында лидерлыҡ өсөн көрәштә юғары етәкселәр, шул иҫәптән Линь Бяо, Кан Шэн, Цзян Цин (Маоның ҡатыны) һәм башҡалар тарафынан Мао Цзэдундың «һул» ҡараштарын, уның шәхес культын һәм идара итеүҙәге бер башлыҡлылыҡ стилен үҙ маҡсаттарында шәхси властарын көсәйтеү өсөн әүҙем файҙаланыуы.

«Мәҙәни инҡиллап» зыялыйҙарға ҡаршы киң масштаблы сәйәси золомға, Ҡытай коммунистар партияһының, (дауамы…)

Һайланған рәсем

Яҡшы мәҡәлә

Бәләкәй Башҡортостан 1919
БАССР 1927 йылда

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик РеспубликаһыРСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы.

1919 йылдың 20 мартында Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) биләмәләрендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше Өфө губернаһында урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһынан идара ителгән. 1925 йылдың 27 мартында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса Башҡорт АССР-ы Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшеү һәм яҙыу хоҡуғын алған. Бер үк ваҡыытта республикала йәшәгән аҙ һанлы милләттәргә лә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып башҡорт һәм урыҫ телдәре танылған.

1990 йылдың 11 октябрендә «Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителә.

(дауамы…)

Беләһегеҙме…