Портал:Спорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау
«Спорт» порталыны рәхим итегеҙ!

Спорт — физик һәм интеллектуаль һәләтте үҫтереү һәм ярышта билдәләү өсөн йүнәлтелгән, билдәле ҡағиҙәләр буйынса үткәрелгән эшмәкәрлек. Физик сәләмәтлекте нығытыу, интеллектуаль кимәлде камиллаштырыу, мораль һәм матди килем алыу, матурлыҡҡа ынтылыу, рекорттар ҡуйыу, дан алыу, физик мөмкинлектәреңде үҫтереү өсөн кешеләр спорт менән шөғөлләнәләр.

үҙгәртергә 

Шәп мәҡәлә

Футбол тубы

Футбол (ингл. foot — аяҡ, ball  — туп) — командалы спорт уйын төрө, төп маҡсаты — ярышташтың ҡапҡаһына ҡулһыҙ ғына (аяҡ йәки башҡа тән ағзалары ярҙамында) мөмкин тиклем күп тапҡыр туп индереү. Хәҙерге ваҡытта донъяла иң популяр һәм киң билдәле спорт төрө.

Донъя футбол федерацияһы һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты халыҡ-ара уйынды рәсми рәүештә «футбол» тип атайҙар. Уйындың инглиз телендәге тулы исеме «association football» («Ассоциация ҡағиҙәләре буйынса футбол») 1863 йылда, инглиз Футбол ассоциацияһы барлыҡҡа килгәс, уйынды башҡа футбол төрҙәренән (регби («rugby football», «Регби мәктәбе ҡағиҙәләре буйынса футбол») айырыу өсөн һайланған. Ваҡыт үтеү менән оҙон исем ҡыҫҡартылған... дауамы...

үҙгәртергә 

Һайланған рәсем

үҙгәртергә 

Беләһегеҙме…

үҙгәртергә 

Яңы мәҡәләләр

Шайбалы хоккей. «Монреаль Канадиенс» — «Бостон Брюинз» уйыны (1 октябрь 2008 йыл)

Шáйбалы хóккей — спорт уйыны булған хоккейҙың донъялағы иң популяр төрө. Ҡапма-ҡаршы ике команданың конькилы уйынсылары, шайбаны боҙҙан сәкәндәр менән бер-береһенә тапшырып, уны дәғүәсе ҡапҡаһына мөмкин тиклем күберәк индереү һәм шул уҡ ваҡытта үҙ ҡапҡаһына бөтөнләй үткәрмәү йә мөмкин тиклем аҙыраҡ үткәреү өсөн өсөн көрәшә. Дәғүәсе ҡапҡаһына күберәк шайба индергән команда еңеүсе була.

Бөтә спорт төрҙәре араһында хоккей тарихы иң ҙур бәхәстәр тыуҙыра. Хоккейҙың тыуған ере тип Канадалағы Монреаль ҡалаһы һанала (тик һуңғы тикшеренеүҙәр Яңы Шотландияның Кингстон, Онтарио йәки Виндзор ҡалаларының беренселеген иҫбат итә). Әммә XVI быуаттағы бер нисә голланд рәсемдәрендә хоккейға оҡшаш уйынды боҙҙа уйнаған күп кешеләр һүрәтләнә. Тик быға ҡарамай, әлеге шайбалы хоккейҙың тыуған ере тип Канада һанала. дауамы...

үҙгәртергә 

Нисек ярҙам итә алам


үҙгәртергә 

Ваҡиғалар

үҙгәртергә 

Һайланған шәхес

Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улыбокс буйынса Нью-Йорк чемпионы, Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулаусы, Бөтә донъя бокс берекмәһенең WBO NABO вакант титулын алыусы; 1980 йылдың 17 декабрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Илембәт ауылында ауылда тыуған.

Үҙенә ике һыу тамсыһылай оҡшаған Сабир исемле игеҙәк ҡустыһы ла бар. Улар икеһе лә бокс буйынса Нью-Йорк чемпиондары.

Арғаяш районы Дәрүиш ауылына урта мәктәпкә йөрөп уҡыйҙар.

Беренсе тренерҙары — билдәле спортсы, кикбоксинг буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы Салауат Байрамғәлин. 17 йәштән уның ҡулында тәрбиәләнәләр. Урта мәктәпте тамамлау менән игеҙәктәр Силәбе ҡалаһының Аграр-инженер университетына уҡырға инә. Салауат Байрамғәлиндың кикбоксинг мәктәбе лә Силәбегә күсә. Егеттәр студент йылдарында ла был спорт төрө менән шөғөлләнеүҙәрен дауам итә. Тәүҙә Силәбелә, һуңынан — Силәбе өлкәһендә, ә артабан Рәсәйҙә лә еңеп сығалар...дауамы...

үҙгәртергә 

Категориялар

Спорт категориялары:

үҙгәртергә 

Спорт яңылыҡтары


үҙгәртергә 

Проекттар

үҙгәртергә 

Проекттар