Портал:Йәмғиәт
|
Йәмғиәт

Кеше йәмғиәте со́циум тип атала.
Йәмғиәт — кешеләр берлеге, уға социаль дифференциация һәм хеҙмәт бүленеше хас. Йәмғиәтте төрлө билдәләр буйынса ҡылыҡһырларға мөмкин, мәҫәлән, милли сығышы буйынса: француз, урыҫ, немец, башҡорт; дәүләт һәм мәҙәниәт; ерҙәре һәм осоро; етештереү ысулдары буйынса һ.б.
Һайланған мәҡәлә

Ғаилә — тарихи аныҡ ойошҡан, ағзалары үҙ-ара никах йәки туғанлыҡ (һәм тәрбиәгә алған балаларға) мөнәсәбәттәре менән бәйле булған, уртаҡ көндәлек тормош, үҙ-ара әхлаҡи яуаплылыҡ һәм социаль зарурлыҡ менән йәшәгән социаль төркөм. Ғаилә йәмғиәттең халыҡ һанын арттырыу ихтыяжына бәйле булдырыла.
Хәҙерге йәмғиәттә йәшәгәнкешеләрҙең күбеһе өсөн иң мөһим тормош ҡиммәте булып ғаилә тора. Йәмғиәттең һәр ағзаһы тыуған көнөнән һуңғы көнөнә тиклем социаль статусынан, милләтенән, мөлкәтенән һәм матди хәленән тыш, ғаилә-никах хәле тураһында характеристикаға эйә. (дауамы...)
Һаланған рәсем
Бәләһегеҙме…
Яңы мәҡәләләр
Нисек ярҙам итергә
Һайланған шәхес

1942 йыл башында үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1943-сө йылдың йәйендә Kуpcк дуғаһы яуында ҡатнаша, Opёл ҡалаһы янында ауыр контузиялана. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дауаланып, кире сафҡа инә һәм 11-се гвapдия apмияһы составында Бaлтика дәүләттәрен дошмандан ҡайтарыуҙа ҡатнаша.