Эстәлеккә күсергә

Портал:Фән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
үҙгәртергә 

Фәнни портал

Наука
Наука

Фән (шулай уҡ ғилем) – төплө мәғлүмәттәр йыйыу, классификациялау, анализлауҙы, тәбиғәт күренештәрен йәки йәмғиәт процестарын аңлатырға һәм уларҙың үҫешен алдан күрергә мөмкинселек биреүсе теорияларҙы яҡшыртыу һәм яңыларын төҙөүҙе үҙ маҡсаты итеп алған эшмәкәрлек өлкәһе. Шулай уҡ фән үҙ үҫешенә үҙе булышлыҡ итеүсе аналитик белемдәр системаһын аңлата.

Фән-кешеләрҙең өҫтәмә белем алыуға йүнәлтелгән эшләү өлкәһе, тип аңлатма бирә ҡайһы бер философия дәреслектәре.

Фән ғәҙәттә ике төп өлкәгә бүленә:

үҙгәртергә 

Фән өлкәләре

Нимә ул фән?

үҙгәртергә 

Һайланған мәҡәлә

Термодинамика тарихыфизика тарихы, химия тарихы, һәм бөтә фәндәрҙең нигеҙе менән бәйле.
Механик эш башҡарғанда йылылыҡ бүленеп сыға һәм ике сәғәттә мискәләге һыу ҡайнап сыға.

Боронғолар йылылыҡ миҡдарын (количество теплоты, heat) ут менән бәйле тип уйлағандар. Б.э.т. 3000 йылдарҙа боронғо Египет кешеләре йылылыҡты мифология менән бәйләгән. Сократ философияһына тиклемге замандан Көнбайыш философияһына тиклем ҡыҙыу бәхәстәр бара.

Боронғо грек философы Эмпедокл Акрагантский бөтә мәтдәләр ҙә дүрт элементтан (ябай берәмектән): ер,һыу, һауа, уттан тора тигән тәғлимәт индерә. Һуңынан барлыҡҡа килгән флагистон һәм калорик төшөнсәләре Эмпедокл тәкдим иткән ут элементы менән бәйле. Боронғо грек философы Гераклит «Был донъла бөтә нәмә лә үҙгәрә» тигән әйтем менән билдәле була. Уның фекеренсә, тәбиғәттә төп элемент- ут, ут һыуға әйләнә, һыу ҡуйырып ергә әйләнә . дауамы....

үҙгәртергә 

Беләһегеҙме…

үҙгәртергә 

Һайланған шәхес

Мари́я Склодо́вская-Кюри́ (франц. Marie Curie, пол. Maria Skłodowska-Curie; ҡыҙ сағындағы исеме Мария Саломея Склодовская, пол. Maria Salomea Skłodowska;1867 йылдың 7 ноябрендә тыуған (Варшава, Поляк Батшалығы, Рәсәй империяһы) — 1934 йылдың 4 июлендә вафат булған ( Санселльмоз янында, Франция) — поляк-француз ғалим-экспериментаторы (физик, химик), педагог, йәмәғәт эшмәкәре.Ике тапҡыр Нобель премияһының лауреаты: физика буйынса (1903) һәм химия буйынса (1911), тарихта беренсе ике тапҡыр Нобель лауреаты. Парижда Кюри Институты һәм Варшавала Мария Склодовская-Кюри исемендәге Онкологик Үҙәк асҡан. Пьер Кюриның ҡатыны, уның менән бергә радиоактивлыҡ фәне менән шөғөлләнгән. Ире менән берлектә радий (лат. radiāre «нурланыу» тигәндән) һәм полоний ( Польшаның латинса атамаһынан , Polōnia — Марии Склодовскаяның тыуған иленә бағышлауы) элементтарын асҡан..

(артабан…)

үҙгәртергә 

Ҡатнашырға теләйһегеҙме?


үҙгәртергә 

Бүлендек порталдар