Портал:Фән/Һайланған мәҡәлә
Уҡыу көйләүҙәре
Магдебург ярымшарҙары — һауа баҫымы көсөн һәм үҙе уйлап тапҡан һауа насосы менән таныштырыу өсөн немец физигы Отто фон Герикеның эксперименты. Был экспериментта диаметры 14 дюйм (35,5 см), эсе буш, бер-береһенә тығыҙ итеп япмалы ике баҡыр ярымшарҙар файҙаланыла. 1654 йылда уны Герике император Фердинанд III ҡатнашлығында рейхстагта күрһәтә. Сфера эсенән һауаны һурып алғас, 16 ат (8-әр ат тике яҡтан) ярымшарҙарҙы айырып ала алмай.
1656 йылда Герике экспериментын Магдебургта, 1663 йылда Берлинда 24 ат менән күрһәтә.
Был ярымшарҙар Мюнхенда Немец музейында (нем. Deutsches Museum) һаҡлана. ([[Магдебург ярымшарҙары |артабан…]])