Портал:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы/Инеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. 1943 йылдың 14 февраленән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1943 йылдың 21 сентябренән 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы исемендә.