Портал:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы/Һайланған шәхес
Уҡыу көйләүҙәре
Юрий Петрович Азовкин (6 ноябрь 1924 йыл — 11 май 1993 йыл) — Совет армияһы полковнигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, айырыуса Польша өсөн һуғыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се артиллерия-миномет полкының взвод командиры. Советтар Союзы Геройы (1945). 1949 йылдан — КПСС ағзаһы.
Юрий Петрович Азовкин 1924 йылдың 6 ноябрендә Рязань губернаһы Елатом өйәҙенең Сасово ҡасабаһында (хәҙер — Рязань өлкәһе Сасово ҡалаһы) хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған[2][3]. Урта белем ала[4]. Һуңынан 20-се һанлы тимер юлы мәктәбендә уҡый[5]. Артабан уҡырға