Потанин тауҙары
Потанин тауҙары | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 10 km |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Потанин |
Абсолют бейеклеге | 541[1] м |
Урынлашыуы | |
55°51′16″ с. ш. 60°34′12″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Урта Урал |
Потанин тауҙары — Силәбе өлкәһенең төньяғындағы тау массивы. Урта Урал тау системаһына ҡарай. Ҡыштым менән Кәҫле ҡалаһы араһында, юлдан көнбайыштараҡ урынлашҡан. Бик бейек булмаған тау һырты.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Меридианаль йүнәлештә 10 км-ға һуҙылған Потанин тауҙарының ике төп түбәһе бар: Төньяҡ түбәһе, ул шулай уҡ Пургин тауы — 483 метр һәм көньяҡ түбәһе — Потанин тауы (Потаниха тауы) диңгеҙ кимәленән 541 метр бейеклектә урынлашҡан. Тауҙар юғары түгел, әммә түбәләрҙән Силәбе өлкәһенең бик күп күлдәре күренә. Битләүҙәрендә өҫкә табан һирәк ҡайындар үҫә.
Урғылып сыҡҡан һәм метаморфик тоҡомдарҙың антиклиналь комплексының бер өлөшө булып тора. Элек тауҙың түбәһендә металл вышка булған. Әлеге ваҡытта ул ҡолаған. Тауҙан төньяҡҡа табан һырты буйлап ҡаяларҙан арҡа һуҙылған.
Вишневогорск комплексы минералдары исемлегенә (Потанин һәм Сейәле тауҙары комплексы) 191 минераль төрө инә.Алты минерал донъяла беренсе тапҡыр асылған. Ул - вишневит, ниобоэшинит- (La), тёрнебомит- (La), тороэшинит, ферсмит, фторрихтерит. Ҡиммәтле минералдарҙан ялан шпаты, гематит, корунд, циркон, вермикулит һәм башҡалар осрай.
Төньяҡҡа табан дауам итеп Сейәле тау менән бергә тау алдарының көнсығыш зонаһына ҡарай. Өфө йылғаһының үрге ағымы менән Әй йылғаһының үрге ағымындағы киң участка араһында, Сейәле тауҙарҙан көньяҡтараҡ Иртәш күленең көнбайыш ярында урынлашҡан.
Координаталары: 55°51'16"N 60°34'12"E.
Ҡыштымдан төньяҡҡа табан 10 км алыҫлыҡта ята. Кәҫлегә тиклем - 15 саҡрым, Силәбенән - 120 саҡрым, Екатеринбургтан 136 саҡрым ара.
Потанин вермикулит ятҡылыҡтары — Уралда берҙән генә [2].
Потанин тауҙарында минерал сығарыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Райондың минералдарын тикшеренеү XIX быуат башында Аносов А.С., Щуровский Г.Е., Г. Розе, Герман Р. тарафынан башлана. Эшмәкәрлектәрен Ҡыштым һәм Кәҫле райондарындағы алтын сәсмәләрен эҙләүҙән башлайҙар.
Потанин һәм Сейәле тауҙарын геологик өйрәнеү буйынса беренсе системалы эш 1883 йылдың йәйендә Державин А.Н. менән бергәлектә Ҡазан университеты профессоры Зайцев А.М. тарафынан башҡарыла.
Был тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре "«Геологический очерк Кыштымской и Каслинской дач на Среднем Урале». " хеҙмәтендә сағылыш тапҡан.
20-се быуаттың 30-сы йылдары башында, СССР сәнәғәтенең һирәк металдарға ихтыяжы барлыҡҡа килеүе менән бәйле, циркондың һибелмә ятҡылыҡтарын асыҡлау һәм баһалау буйынса эҙләнеү һәм разведкалау эштәре алып барыла (циркония алыу өсөн сеймал).
Һөҙөмтәлә циркон микдары юғары булған һибелмә участкалар асыҡланған. Запастары билдәләнгән. Райондағы бер нисә пегматит юлаҡтары һүрәтләнгән.
Был Вишневск комплексында һирәк осрай торған металдарҙы үҙләштереү сәнәғәтенең башы була. Пегматит юлаҡтарының акцессор минералы сифатында пирохлор күрһәтелә.
20-се йылдар аҙағында Курочкин ҡулауығында ялан шпатының ҙур ятҡылығы асыла. Ул 30-сы йылдарҙа эшкәртелә.
Вишневск пегматиты баһалағандан һуң, 1941 йылдан алып пирохлород концентраты (ниобий алыу өсөн сеймал) сығанағы булараҡ пегматиттарҙы эшкәртеү башлана.
1943 йылда рудник төҙөлә (әлеге ваҡытта Вишневск рудоидаралығы). Пирохлор сығарыу 1994 йылға тиклем дауам итә. Пирохлорҙан тыш, циркон да табылған.
Әлеге ваҡытта ялан шпатын һәм вермикулитты сығарыу дауам итә (Потанин вермикулик карьеры)..
Исемдәр тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе тапҡыр Потанин тауҙары 1755 йылғы географик картала күрһәтелгән. Риүәйәттәр буйынса, XVII быуатта был урында Потаня исемле монах-дәрүиш йәшәгән.Атама монахтың исеменән алынған.
Тел белгесе ,А К. Матвеев фекеренсә, тауҙың атамаһы айырым бер урыҫ кешеһенең шәхсән Потап, Потапий йәки Потамий тигән исемен кесерәйтеп әйтеүҙән килеп сыҡҡан булыуы бар..
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кобяшева Ю.С., Макагонова Е.П., Никандрова С.Н. "Минералы Вишневых и Потаниных гор"
- Еськова Е.М., Жабин А.Г., Мухитдинов Г.Н. "Минералогия и геохимия редких элементов Вишневых гор".
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наш Урал
- Потанины горы
- Потанины горы 2021 йыл 12 апрель архивланған.
- САМОЦВЕТЫ УРАЛА.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Карта бите N-41-I. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- ↑ Полезные ископаемые . kasly.su. Дата обращения: 7 июль 2013.