Призрен лигаһы
Призрен лигаһы | |
Ғосман империяһының 4 виләйәте (Ишкодра, Янина, Монастир һәм Косово) сиктәрендә Призрен лигаһы автономия иғлан итә | |
Ағза |
44 албан бейҙәре |
---|---|
Етәкселәре | |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләнгән ваҡыты |
1878 йылдың 10 июне |
Бөтөрөлгән | |
1881 йылдың апреле | |
- | |
Призрен лигаһы Викимилектә | |
Призрен лигаһы — албан милли яңырыуы сиктәрендә 1878 йылдың 10 июнендә төҙөлгән Албанияның милли ойошмаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойошма Берлин конгрессы ҡарарҙарын, шул иҫәптән Ғосман империяһының сик буйы ерҙәрен Черногория һәм Грецияға тапшырыу буйынса ҡарарҙарын, ғәмәлгә ашырыуға ҡаршы тороу өсөн Призрен ҡалаһында нигеҙләнә. Этник албандар йәшәгән был территорияларҙы христиан дәүләттәренә биреү, халыҡ араһында ҙур асыу тыуҙыра.
1878 йылдың 10 июнендәге съезда феодаль-патриархаль аҡһөйәктәрҙең, чиновниктарҙың һәм эре сауҙагәрҙәрҙең вәкилдәре ҡатнаша. Башта ойошма ғосман хөкүмәте ярҙамында төҙөлә, әммә 1878 йылдың ноябрендә ул башлыса албандар йәшәгән өлкәләргә автономия талап итә, был үҙ сиратында Призрен лигаһы һәм ғосман хөкүмәте араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өҙөүгә килтерә.
1880 йылда Абдул-бей Фрашери лига менән етәкселек итә. Халыҡ яғынан киң булышлыҡ һөҙөмтәһендә ғосман хөкүмәте албандар йәшәгән территорияларҙан ҡыуыла. 1881 йылда Призрен лигаһы үҙен был территорияларҙа ваҡытлы хөкүмәт тип иғлан итә. Әммә ғосмандар насар ҡоралланған албан отрядтарын тар-мар итә һәм Призрен лигаһын тулыһынса еңә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Mazower Mark. The Balkans: A Short History. — New York: Random House, 2000. — ISBN 0-679-64087-8.