Приказ палаталары (Псков)
Приказ палаталары | |
Нигеҙләү датаһы | 1632 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Псков |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Приказ палаталары Викимилектә |
Приказ палаталары — урта быуат таш бинаһы, 1693 йылда төҙөлгән. Псковта һаҡланып ҡалған берҙән-бер XVII быуат административ ҡоролмаһы. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты. Довмонт ҡалаһының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Адрес: Псков, Кремль.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике ҡатлы таш бина, планында тура мөйөшлө, таш күтәрмә менән күсәре буйынса көнбайыш-көнсығышҡа һуҙылған. Ҡаралты стенаһының ҡалынлығы — 2 м 30 см, ҡыйығы дүрт яҡлы, металдан. Ҡомартҡының төп габариты: оҙонлоғо — 31,4 м, киңлеге — 15,3 м. Бина урындағы эзбизташ плитанан төҙөлгән. Стеналары һыланған һәм ағартылған. Приказ палаталарының эске һәм тышҡы йыһаздары элементтары һаҡланмаған. Улар иҫәбендә фреска биҙәктәре һәи кафель мейестәр. Плитанан эшләнгән йорт урындағы эзбизле.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Приказ палатаһының таш бинаһында (өй) 1692—1693 йылда янғында юҡҡа сыҡҡан ағас ҡоролмалар урынына төҙөлгән. XVII быуатта Приказ йорто Псков менән воевода идаралығының үҙәк органы булып хеҙмәт итә. XVII быуат аҙағында Приказ палатаһында 5 бүлексә, йәки «өҫтәл» була (разряд, илселек, аҡса, поместье, суд), уларҙың һәр береһе билдәле бер даирәләге мәсьәләләр менән етәкселек итеүсе департамент булып тора
Аҫҡы ҡаттағы палаталарҙың береһе йәки ярҙамсы биналар тотҡондарҙы аҫрау өсөн тәғәйенләнгән. Өҫкө ҡатта дьяк палатаһы һәм воеводы палатаһы булған.XVIII быуат башында Төньяҡ һуғышында ҡатнашыу өсөн Псков ҡәлғәһен үҙгәртеп ҡороу барышында Приказ палаталары ҡоралды һаҡлау өсөн ҡайтанан йыһазландырыла.1760 йылда палаталар бинаһы Псков Архиерей йорто милкенә һатыла, ремонтлағандан һуң унда Псков дини консистория урынлаша. Таш баҫҡыстар XIX быуаттың беренсе яртыһында һүтеп алына һәм ағас күтәрмәләр менән алмаштырылаXIX быуаттың башында аҫҡы ҡатында сауҙа бинаһы биләй. Икенсе ҡатта 1870 йылдан алып 1940 йылға тиклем трактир урынлаша.Һуғыштан һуңғы йылдарҙа өлөшләтә ремонтлағандан һуң һаулыҡ һаҡлау бүлеге һәм халыҡ ижады йорто биләй.XX быуаттың 60-сы йылдарынан Приказ палаталарын археологик өйрәнеү башлана. 1968 йылда архитектор А.В. Воробьев проекты буйынса таш күтәрмә тергеҙелә, өлөшләтә бинаның төньяҡ фасады реставрациялана.XX быуаттың 80-90 йылдарында «Спецпроектреставрация» институты тарафынан тикшеренеү һәм палаталарҙың архитектура элементтарын тергеҙеү, реставрациялау һәм консервациялау менән баштағы планын асыҡлау буйынса проект эштәре башҡарыла.Хәҙер Приказ палаталары бинаһында Псков тарихи-художество һәм архитектура музей-ҡурсаулығының экспозиция-күргәҙмә һәм мәҙәни үҙәге йәйелдерелә, икенсе ҡатта воеводка идаралығы осорондағы палаталар интерьеры булдырылған. Боронғо йола буйынса туй йолалары үткәреү практикаға инә.
Интерьерҙарҙың заманса фотоһүрәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Дьяк палатаһы, дөйөм күренеше
-
Дьяк палатаһы, аҡса өҫтәле
-
Дьяк палатаһы, кафель мейес
-
Воевода палатаһы, дөйөм күренеше
-
Воевода палатаһы, воевода өҫтәле
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сб. Московского архива Министерства юстиции, М., 1914. Т. 6. № 40.
- Ю. П. Спегальский Псков. Художественные памятники — Л. 1972. (С. 269)
- В. А. Аракчеев Псковска Приказная палата в конце XVII века//Псков. Памяти Ю. П. Спегальского — Псков.1999.
- Плоткин К. М. Псковская приказная палата XVII в. — М. 1988.
- Емелина О. В. Изотова Л. Е. Приказная палата в Пскове. История строительства. Реставрация//Псков № 34. 2011