Проект:АХБ төҙәтеү/Абазов Фәнис Фәметдин улы
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. |
Абазов Фәнис Фәметдин улы (30 июнь 1949 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984).
Биографияһы
[сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнис Фәметдин улы Абазов 1949 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Борай ауылында тыуған.
1973 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң 2‑се Борай урта мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй.
1981—2007 йылдарҙа Борай районы мәғариф бүлеге етәксеһе. 1985 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында (2010 йылдан — белем биреү технологияһы кафедра мөдире) эшләй.
Хеҙмәттәре
[сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни хеҙмәттәре уҡыусыларҙы хеҙмәттә тәрбиәләү проблемаларына арналған. 55‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:
- Подготовка сельских школьников к трудовому образу жизни. М., 1997;
- Трудовая подготовка сельских школьников в условиях социально‑экономических преобразований: теория, практика, перспективы. Челябинск, 2000;
- Предпринимательство в системе общего, начального профессионального образования. М., 2006.
Һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]АХБ төҙәтеү/Абазов Фәнис Фәметдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.