Проект:Башҡортостан айлығы/Талаптар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Марафон хаҡында  


Талаптар  


Ойоштороусылар   Исемлек   Ағымдағы һөҙөмтәләр   Йомғаҡлау   Пресса  

Ҡатнашыусыларға[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Викимарафонда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.
  2. Викимарафонда ҡатнашыу өсөн Башҡорт Википедияһында теркәлеү мотлаҡ.

Мәҡәләләргә[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Викимарафон тематикаһына тап килеү.
  2. Википедияның барлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү, атап әйткәндә, мәҡәләләр:
    1. әһәмиәтле булырға тейеш;
    2. авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмаҫҡа йәки текст Викимедия проекттарында урынлаштырылмаған сығанаҡтарҙың турана-тура күсермәһе булмаҫҡа тейеш;
    3. факттар нейтраль нигеҙҙә ҡулланылырға тейеш (был бигерәк тә замандаштар биографияһына ҡағыла);
    4. абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә һәм уларға һылтанма төшөрмә аша ҡуйылырға тейеш;
    5. эстәлектә оригиналь эҙләнеүҙәр һәм фекерҙәр булмаҫҡа тейеш.
  3. Күләм 3500 байттан артыҡ булырға тейеш.
  4. Теманы һайлағанда ошо исемлекте файҙаланырға була, әммә был ҡәтғи һәм мотлаҡ түгел.
  5. Булған мәҡәләләрҙе тулыландырыу күләме шулай уҡ 3500 байттан кәм булмаҫҡа тейеш.

Рәсемдәргә талаптар[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Викимарафон рәсемдәре Викиһаҡлағысҡа дөрөҫ рәсмиләштерелгән ирекле лицензия аҫтында тейәлергә тейеш.
  2. Викимарафон темаһына тура килгән мәҡәләләргә ҡуйылған рәсемдәр генә викимарафонда ҡатнаша ала.
  3. Рәсемдәр панорама азатлығы тураһындағы законды боҙмаҫҡа тейеш. Айырым әйткәндә, биналарҙың фотолары рөхсәт ителә, әммә авторлыҡ хоҡуғы менән һаҡланған һәйкәлдәрҙең фотоларын тейәү рөхсәт ителмәй.

Өҫтәмә мәғлүмәт[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Викимедия проекттарында үҙ әҫәрҙәрен урынлаштырған авторҙар уларҙы ҡулланыу шарттарын ҡабул итә һәм шулай уҡ мәғлүмәттең Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 һәм GFDL рөхсәтнамәләренә ярашлы ирекле таратылыуына кире алып булмаған ризалыҡ бирә.
  2. Викимедия проекттарында урынлаштырылмаған ниндәй ҙә булһа (шул иҫәптән урыҫ һәм башҡа телдәрҙәге) сығанаҡтан туранан-тура күсермә һәм тәржемә авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған осраҡта Викимарафон шарттарына тап килмәй тип һанала һәм юйыла.