Проект:Башҡортостан айлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Марафон хаҡында  


Талаптар  


Ойоштороусылар   Исемлек   Ағымдағы һөҙөмтәләр   Йомғаҡлау   Пресса  

Башҡортостан айлығы — Башҡортостанға[1] бағышланған мәҡәләләр әҙерләү (урыҫ һәм башҡа телдәрҙән тәржемә итеү йә үҙ аллы яҙыу) һәм рәсемдәр өҫтәү буйынса тематик ижади викимарафон.

Унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Тәҡдим ителгән темалар: «Иҫтәлекле урындар», «География», «Ойошмалар», «Тарих», «Биографиялар», «Йәмғиәт», «Рәсем өҫтәү».

Мәҡәләләр әҙерләү һәм рәсемдәр өҫтәү буйынса ижади бәйге 2016 йылдың 11 сентябренән 11 октябренә тиклем дауам итә.

Нимә эшләргә мөмкин?[сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Башҡортостан тураһында мәҡәлә яҙыу.
1. Мәҡәләләр нимә хаҡында булырға тейеш?
а) Башҡортостандың тарихы, иҫтәлекле урындары, географияһы, ойошмалары һәм шәхестәре хаҡында. Шулай уҡ республикаға туранан-тура ҡағылған хәл-ваҡиғалар, тормошо һәм эшмәкәрлеге Башҡортостан менән бәйле кешеләр тураһында ла яҙырға мөмкин.
б) Йәки тәҡдим ителгән исемлектән һайлап алырға була. Шул уҡ ваҡытта был исемлеккә генә таяныу мотлаҡ түгел һәм, билдәләнгән темаларҙан ситкә сыҡмайынса, уны артабан тулыландырырға ла мөмкин, йәғни яҙылған мәҡәләнең исемлектә булмауы ла мөмкин.
Мәҡәлә яҙыу тураһында мәҡәлә оҫтаһында ҡарағыҙ.
2. Үҙенең эш һөҙөмтәһен күрһәтеү өсөн һәр ҡатнашыусы мәҡәләнең фекерләшеү битенә {{Башҡортостан айлығы}} ҡалыбын ҡуйырға, ә артабан мәҡәләгә һылтанманы «Һөҙөмтәләр» таблицаһына өҫтәргә тейеш.
Миҫал өсөн мәҡәләләр: Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы, Ҡондорса буйындағы яу, Ирәкте
2. Фото төшөрөү.
1. Викиһаҡлағысҡа фотография тейәп, уларҙы Башҡортостан тураһындағы тәғәйен мәҡәләгә өҫтәп ҡуйырға кәрәк.
3. Артабан тейәлгән рәсемде Рәсем өҫтәү таблицаһына урынлаштырырға кәрәк.
Миҫал өсөн рәсемдәр: Файл:Суфия2.jpg, Файл:DU3L-ocIbxM.jpg, Файл:SYulaev.JPG

Мәҡәләләргә һәм рәсемдәргә талаптарҙы бында ҡарағыҙ — Проект:Башҡортостан айлығы/Талаптар.

Уҙғарыу ваҡыты[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башлана: 11 сентябрь 2016 йыл 00:00 UTC (5:00 ӨФӨ)
  • Тамамлана: 11 октябрь 2016 йыл 23:59 UTC (12 октябрь 4:59 ӨФӨ)

Ағымдағы һөҙөмтәләр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Викимарафонда ҡатнашыусылар, улар әҙерләгән барлыҡ мәҡәләләрҙең автоматик исемлеге.
Ҡатнашыусылар буйынса мәҡәләләр таблицаһы

«Рәсем өҫтәү» номинацияһындағы һөҙөмтәләр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсем өҫтәү буйынса таблица

Йомғаҡ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[сығанаҡты үҙгәртеү]