Проект:Башҡортостан ауылдары 2022
Перейти к навигации
Перейти к поиску
<div align=right>Ишембай районы Аҙнай ауылы
Башҡортостан ауылдары 2022 — Башҡортостан ауылдары тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе яҡшыртыу, байытыу маҡсатында үткәрелгән вики-марафон. Вики-марафон барышында ауыл тарихы, географик урыны, тирә-яғындағы иҫтәлекле урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары, ауылда тыуып-үҫкән билдәле шәхестәр, тарихи әҙәбиәткә инеп ҡалған факттар, батша ревизияһы мәғлүмәттәре, ауылда яҙып алынған фольклор тураһында мәғлүмәттәр яҙыласаҡ.
Маҡсаты — ауылдар тураһында мәҡәләләрҙе файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы итеү.
Башлана: 15 март 2022
Тамамлана: 15 май 2022
Ойоштороусылар[вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡағиҙәләр[вики-тексты үҙгәртергә]
- Текст-мәғлүмәт энциклопедик стилдә яҙылырға, автор хоҡуҡтары һаҡланырға тейеш.
- Мәҡәләләр уҡыу өсөн уңайлы, компакт биҙәлгән булырға тейеш. Оҙон-оҙон текстар ҡуйыу, артыҡ күп фотолар менән мауығыу кәрәкмәй.
- Башҡортостан ауылдары тураһында яҙылған мәҡәләгә өҫтәлгән һәр 1 КБ мәғлүмәт өсөн (һылтанмалар һәм сығанаҡтар ҙы ла иҫәпләп) — 1 мәрәй.
- Һәр өҫтәмә һылтанма йәки сығанаҡ өсөн (Әсфәндийәров китабы, Уфаген сайты, Башҡортостан энциклопедияһы, Материалы по истории Башкирской АССР, Рәсәй империяһында ревизиялар, 1917 йылға ауыл хужалағын иҫәпкә алыу, ауыл тураһында китап, матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләр, Башҡорт халыҡ ижады, видеофильмдар) — 1 мәрәй.
- Фото өсөн бер ауылға — 4 мәрәй, үҙ эшең булһа нисә фото булыуына ҡарамаҫтан. Викимилектә булған фотоны мәҡәләгә ҡуйған өсөн бер ауылға — 1 мәрәй, нисә фото булыуына ҡарамаҫтан.
- Викидатаға мәғлүмәт өҫтәгән өсөн (нигеҙләнгән йылы, беренсе мәртәбә телгә алынған, фото, милли составы, социаль селтәрҙәр һәм башҡалар) бер ауылға — 1 мәрәй.
- Был ауылды башҡа кеше эшләгән тип ҡарау дөрөҫ түгел, теләгән ауылға мәғлүмәт (ревизия, фото һәм башҡалар) өҫтәргә була.
- 10 ауылдың тарихын яҙған ҡатнашыусылар финалға үтә.
- Приз фонды (яҡынса 115 мең һум) финалға үткән ҡатнашыусыларға йыйған мәрәйҙәренә бәрәбәр бүленә. Википедияла стажы 2 йылдан кәмерәк булғандарға (2020 йылдың 15 мартынан һуң теркәлгәндәргә) дәртләндереү өсөн приз фондынан 1000 һум өҫтәлә.
Кәрәкле ҡоралдар[вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий
Деревни. Уфаген
Список поселенных мест 1877 . Уфаген
Материалы по истории Башкирской АССР
Башархив. Историко-документальный проект общества краеведов Республики Башкортостан
История одного села
- Башҡорт халыҡ ижады. 1954—2004 йылдарҙа китаптар серияһы. Бер нисә томы ошонда бар
- Ауылдың урам исемдәре
- Асылгужин P.P., Хибатуллина Л. А. Дёмские (минские) башкиры: этническая история, культура и численность.— Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2006. — 108 с: ил. — (ISBN 5-94423-108-1)
- Башкиры-гайнинцы: история и современность.— Уфа: Китап, 2012. — 264 с., ил. — (ISBN 978-5-295-05131-9)
- Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. Юрматы.— Уфа, 2017. — 154 с.: илл.
- Асылгужин Р. Башкирские и башкиро-тептярские деревни Калтасинского района. Ватандаш. — 2021. № 8. — С. 42 — 49
- Мәрвәров Ф. С. Иске Күктау авылы тарихы. Кыргыз ыруы башкортлары шәҗәрәсе.— Уфа: БР Уфа полиграфкомбинаты ДУП, 2011. — 200 бит. ISBN 978-5-85051-522-5
- Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
"Следопыт"