Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы:Абайҙуллина Фәйрүзә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөгөн
18
2024 йыл
10:01


Был ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында 3 йыл, 7 ай, 26 көн.
ИҒТИБАР! Википедияның башҡорт телендәге бүлегендә әлегә ни бары 63 759 мәҡәлә.
Барыһы ла беҙҙең ҡулда!
Тырышайыҡ, викиДуҫтар! АЛҒА!
Логотип 2021 йылда Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында эшләгән Онлайн ВикиМәктәптең 1-се төркөм тыңлаусыһы


Абдулова Фәйрүзә Арслан ҡыҙы(16 октябрь 1964 йыл)- уҡытыусы.Рәсәй Федерацияһының дөйөм мәғарифы маҡтаулы хеҙмәткәре,Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Фәйрүзә Арслан ҡыҙы Абдулова 1964 йылдың 16 октябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Сафар ауылында тыуған. Сафар һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас,Бишбүләк районы Дүҫән урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Унынсы класты уңышлы тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Башҡорт-рус (көндөҙгө) бүлегендә белем ала.1982-1987 йылдарҙа, студент булған ваҡытта, «Шоңҡар» әҙәби берекмәһендә,"Йәнгүзәл" фольклор түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. Шиғырҙар яҙа, республика баҫмаларында баҫтыра. Бишенсе курсты уҡыған осорҙа уҡ, Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Бер йыл эшләгәндән һуң, хеҙмәт юлын тыуған ауылында дауам итә.
Бөтә ғүмерен мәғарифҡа бағышлай.

Шиғырҙар ижад итә, журналистика өлкәһендә әүҙем. Ижади эштәре «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш»,"Башҡортостан ҡыҙы" журналдарында, районда сыҡҡан «Аҡмулла төйәге» гәзитендә донъя күрә.
Фәйрүзә Абдулова- Абайҙуллина шиғырҙарына һәүәҫкәр композитор Заһир Абайҙуллин,Гөлсирә Ғәйнанова,Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Вәкил Мурзин йырҙар ижад иткән.
Йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рауилә Мәсәлимова репертуарындағы «Гармунсы», «Изге һүҙ», йырсы Илнур Атйетәров башҡарыуындағы «Хәйер бирәм инәйҙәргә»,һәм балалар өсөн яҙылған «Толпар атым» йырҙары халыҡ араһында киң танылыу алған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

•"Рәсәй Федерацияһының дөйөм мәғарифы маҡтаулы хеҙмәткәре"- күкрәккә тағыла торған билдә.(2006)
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.(2019)

Ҡатнашыусылар телдәре (Вавилон)
ba-N Башҡорт теле был ҡатнашыусының туған теле.
ru-3 Этот участник свободно владеет русским языком.
Телдәр буйынса ҡулланыусылар
Герб {{{3}}} Был ҡатнашыусы Башҡортостандан

Башҡортостандың радио һәм телевизион тапшырыуҙарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

/«Йәшәү йәме»ндә Миәкә районы ҡыҙы, ижади шәхес Фәйрүзә Абайҙуллина - Абдулова.

/Юлдаш радиоҺы /«Йәшәү йәме»ндә Миәкә районы ҡыҙы, ижади шәхес Фәйрүзә Абайҙуллина - Абдулова.

 [1]
 [2]    урамдары

[3]

 [4]
1-се дәрәжәле миҙал
Башҡорт Википедияһының «Башҡорт исемдәре 2021» конкурсында 25 мәҡәлә яҙған һәм тулыландырған өсөн
  1. Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й. — С. 399-сы б..
  2. Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
  3. А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 437-се б.
  4. Башҡорт энциклопедияһы. Яңы Ишле