Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ИҒТИБАР!
|
Википедияның башҡорт телендәге бүлегендә әлегә ни бары 62 967 мәҡәлә. Барыһы ла беҙҙең ҡулда! Тырышайыҡ, викиДуҫтар! АЛҒА!
|
Абдулова Фәйрүзә Арслан ҡыҙы(16 октябрь 1964 йыл)- уҡытыусы.Рәсәй Федерацияһының дөйөм мәғарифы маҡтаулы хеҙмәткәре,Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Фәйрүзә Арслан ҡыҙы Абдулова 1964 йылдың 16 октябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Сафар ауылында тыуған.
Сафар һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас,Бишбүләк районы Дүҫән урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә.
Унынсы класты уңышлы тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.
Башҡорт-рус (көндөҙгө) бүлегендә белем ала.1982-1987 йылдарҙа, студент булған ваҡытта, «Шоңҡар» әҙәби берекмәһендә,"Йәнгүзәл" фольклор түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша.
Шиғырҙар яҙа, республика баҫмаларында баҫтыра.
Бишенсе курсты уҡыған осорҙа уҡ, Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә.
Бер йыл эшләгәндән һуң, хеҙмәт юлын тыуған ауылында дауам итә.
Бөтә ғүмерен мәғарифҡа бағышлай.
Шиғырҙар ижад итә, журналистика өлкәһендә әүҙем. Ижади эштәре «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш»,"Башҡортостан ҡыҙы" журналдарында, районда сыҡҡан «Аҡмулла төйәге» гәзитендә донъя күрә.
Фәйрүзә Абдулова- Абайҙуллина шиғырҙарына һәүәҫкәр композитор Заһир Абайҙуллин,Гөлсирә Ғәйнанова,Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Вәкил Мурзин йырҙар ижад иткән.
Йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рауилә Мәсәлимова репертуарындағы «Гармунсы», «Изге һүҙ», йырсы Илнур Атйетәров башҡарыуындағы «Хәйер бирәм инәйҙәргә»,һәм балалар өсөн яҙылған «Толпар атым» йырҙары халыҡ араһында киң танылыу алған.
•"Рәсәй Федерацияһының дөйөм мәғарифы маҡтаулы хеҙмәткәре"- күкрәккә тағыла торған билдә.(2006)
• Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.(2019)
[1]
[2] урамдары
[3]
[4]
- ↑ Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й. — С. 399-сы б..
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
- ↑ А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 437-се б.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Яңы Ишле