Эстәлеккә күсергә

Проект буйынса фекерләшеү:Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2021

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Проект:Топонимия Исторического Башкортостана тигән рус телендә лә проект бар.

Рус телендгәе проект тураһында

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Был проект өсөн грантты ВикимедиаРу алған, аҡсаны дөрөҫ сарыф итеү буйынса ВМРУ яуаплы, ул конкурс шарттарын да аңламайынса ВМРУ нисек эшләргә тейеш? Шул уҡ грант шарттары һәм ғаризаһы русса яҙылған. Башҡа тел бүлектәрен ҡатнашытабыҙмы-юҡмы, быныһа ла билдәле түгел. Ә ни өсөн һеҙ рус теленә ҡаршыһығыҙ? --ZUFAr (әңгәмә) 08:17, 31 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • ZUFAr, Һорау биреү ҡаршы булыуҙы аңлатамы ни? Ҡаршымын, тип бер кем дә әйтмәнсе. Асыҡларға теләп һорау бирҙем. Грант шарттары һәм ғариза ― тышҡы документтар, Википедиялағы конкурс шарттары эске документ. ВМРУ-ға ниндәй документтар кәрәклеген Медейконан һораныңмы, ул шулай яҙырға ҡуштымы? Миңә ул турала бер нимәлә әйтмәне. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:40, 31 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Юҡ, ул һораманы, ә шулай ҙа ул етәксе буларыҡ эш барышын аңларға тейеш.--ZUFAr (әңгәмә) 04:43, 2 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
ZUFAr, Рөстәм Нурыев, икегеҙгә төбәп аҫтараҡ һорау яҙҙым, әммә берегеҙ ҙә яуап биреүҙе кәрәк тип тапманы. Конкурс һөҙөмтәләрен йомғаҡлау буйынса төрлө фекерҙәр бар. Улар топонимия конкурсынан башҡаларында ла килеп сығасаҡ. Шуға күрә был һорауҙарға аныҡ яуап талап ителә. Фекерҙәрегеҙҙе белдереүегеҙҙе һорайым--Guram52 (әңгәмә) 08:02, 1 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Фотолар тураһында

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Викимилектә беҙҙең фотолар бик әҙ. Күбебеҙ фото тейәй белмәй. Тейәгән хәлдә лә категория ҡуя алмайбыҙ. Шул категорияларҙы белгән кеше бер урында беҙгә яҙһа, шәп булыр ине. Юҡһа, "Башҡортостан", "фәлән район" тип кенә яҙып булмай ҙа. Билдәле кешеләр, тарихи ерҙәр, география объекттары һ.б кеүек фотолар юҡ, ярлыбыҙ.--Sherbn (әңгәмә) 05:43, 27 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Буласаҡ конкурс буйынса тәҡдимдәрем: 1) үҙаллы (башҡорт телендә) яҙылған мәҡәләләрҙе юғарыраҡ баһаларға, сөнки тәржемә итеүе күпкә еңелерәк; 2) бот мәҡәләләрен төҙәткән өсөн айырым баһа индерергә, сөнки УК ҡуйып, төҙәтеп, өҫтәмәләр индергәндән һуң байт һаны күпкә артмай, йәки, киреһенсә, кәмей. Шул уҡ ваҡытта был төр мәҡәләләрҙе рәткә килтерергә кәрәк; 3) ғөмүмән, мәҡәләләрҙе байт буйынса һанарға (мәҫәлән, 3000 йәки 2500 байттан кәм түгел), сөнки булмаған мәғлүмәтте уйлап сығарып булмай, ә мәҡәләнең теркәлеүе зарур; 4) жюри ағзаларының конкурста ҡатнашыу-ҡатнашмауын аныҡларға. --Тутыйғош (әңгәмә) 08:05, 27 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
УК ҡалыбы тураһында. Рувикила эшләгәндә миңә УК ҡалыбы өсөн киҫәттеләр, персона йәки горный массив ҡалыбы ҡуйырға тип. Беҙҙә лә элекке ҡалыптар ҡуйылған мәҡәләләрҙә алыштырыу кәрәкмәҫ ине. УК ҡалыбы ҡуйғанда, күп кенә категориялар юғала. Күптәрҙең категорияларҙы яҙып ултырырға теләге лә юҡ, Ук ҡалыбында мәғлүмәт тә бик ярлы ғына. --ZUFAr (әңгәмә) 12:56, 27 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Рус Википедияһында УК ҡалыбын ҡулланыу тураһында консенсус юҡ, шуға унда төрлө теманың үҙ ҡалыбын ҡулланалар. Башҡорт Википедияһында ҡулланыу тураһында Мәскәүҙәге конференцияла килешкәйнек. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:21, 28 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Мәскәү конференцияһында УК ҡалыбы бик еңел һәм матур булып күренгән ине. Хәҙер УК ҡалыбы Таксон һәм башҡа ҡылыптарҙы алыштыра алмай икәне аңлашыла. Беҙ күберәк тәржемә итәбеҙ, тәржемә иткән мөҡәләлә таксон ҡалыбы әҙер, күсереп кенә ултыртырға . Ә викидата күп осраҡта тултырылмаған, йәки еңелсә генә эшләнгән (Рувикила таксон урынына УК ҡуйып ҡарағаҙ!). Ниндәйҙер экзотик үҫемләк йәки хайуандың викидатаһын тултырып ултыра алмайбыҙ, шуға әҙер таксон ҡалыбын ҡуйһаҡ матурыраҡ та, еңелерәк тә. Элек ҡуйылғандарын да емерергә ярамай.--ZUFAr (әңгәмә) 08:17, 31 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]


  • Башҡорт Википедияһында ғына һаҡланырлыҡ мәҡәләләргә үҙебеҙҙең УК эшләнгәнме? Предприятиелар, мәҙәни мираҫ объекттары һ. б. буйынса үҙ эсенә яҡтыртылырға тейешле бөтә мәғлүмәтте лә индергән ҡалып бармы? Категорияларға килгәндә, нигеҙҙә тәржемә ителгән мәҡәләнең рус телендәге категорияһын башҡортсаға тәржемә итәм, беҙгә бөтөнләй ҡағылышы булмағандайын тәржемә итмәйем. Akkashka (әңгәмә) 11:38, 28 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • УК ҡалыбын барлыҡ тел бүлектәрендә лә ҡулланып була. Мәҡәләнең уң яҡтағы карточкаһында яҡтыртыла торған мәғлүмәт Викидата элементындағы мәғлүмәтте сығарып күрһәтә. УК мәғлүмәт күрһәтһен өсөн мәҡләнең Викидаталағы элементын тултырырға кәрәк. Ҡоролтай форумын ҡарап барығыҙ, февраль айында Викидата буйынса онлайн дәрес буласаҡ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:18, 28 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мин дә Сөләймәнова Гөлшат апайҙың (Ҡатнашыусы:Тутыйғош)тәҡдименә ҡушылам.Мәҡәләләрҙе булдырыу ҡатмарлылығынан сығып:1) ирекмән тарафынан яҙылған мәҡәлә; 2) Википедияның башҡа бүлектәренән тәржемәләгән мәҡәлә; 3)тулыландырылған мәҡәлә тип айырып, 1-се һәм 3-сө осраҡ өсөн өҫтәлмә балл ҡуйыу системаһын индерергә тип.

Мәҡәләләргә урын билдәләү урынына, ҡатнашыусы йыйған дөйөм байттарҙан сығып, бонустар буйынса рейтинг билдәләүҙе индерегә тәҡдим итәм.Ул системаны "Башҡортостан-100" марафонында Рөстәм Нуриев индергәйне. Был система иң ғәҙеле тип һанайым.Сөнки, ниндәйҙер сәбәп менән күп мәҡәлә яҙа алмаған ҡатнашыусы ла өлөшһөҙ ҡалмай.

Хакимдар, ойоштороусылар ҙа, жюри ағзалары ла башҡалар кеүек шарттарҙа конкурста ҡатнаша алһын. Шул уҡ ваҡытта иңдәренә өҫтәмә бурыстар алғандары өсөн дә баһалама индереүҙе тәҡдим итәм. Был, моғайын, Википедия өсөн үлемесле эш боҙоу булып тормайҙыр тип уйлайым.--Һәҙиә (әңгәмә) 15:45, 28 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Нисек һанарға?

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Көнһылыуҙың (Һәҙиә) фекеренә тулыһынса ҡушылам. "Башҡортостан-100" марафоны иң ғәҙел баһаланыусы конкурс булды (дөйөм байттар иҫәпләнде). --Таңһылыу (әңгәмә) 15:31, 29 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
    • Һәҙиә, әллә ковид эҙемтәләре шауҡымында, мин бер нисек тә аңлап етә алмайым - дөйөм байттарҙан сығып йомғаҡ яһала икән, шарттарҙа һүҙҙәр һаны ҡуйыуҙың, һин әйткәнсә: 1) ирекмән тарафынан яҙылған мәҡәлә; 2) Википедияның башҡа бүлектәренән тәржемәләгән мәҡәлә; 3)тулыландырылған мәҡәлә тип айырып балл ҡуйыуҙың ни мәғәнәһе ҡала? --Guram52 (әңгәмә) 11:14, 30 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Фекеремде аңлата алмағанмындыр.Дөйөм байттарҙан сығып балл билдәләгәндән һуң, мәҡәләне булдырыуҙың ҡатмарлылығына ҡарап балл өҫтәгәндә тип тәҡдим иткән инем. Сөнки, тәржемәләгәндә әҙер текст менән эшләйбеҙ. Ә өр-яңынан мәҡәлә булдырыу өсөн әллә күпме мәғлүмәт эҙләргә, кәрәклеһен һөҙөп алырға, яңы мәҡәлә ҡорорға ваҡыт күберәк китә. Мәҡәләне тулыландырыу өсөн дә шулай эҙләнергә тура килә.Һәр хәлдә, өҫтәлмә балл тураһындағыһын ҡабул итмәгән дә лә, байттарҙан сығып баһалауҙы индерәйек тип һорайым викиаркадаштарҙан --Һәҙиә (әңгәмә) 15:23, 30 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
    • Ғәфү ит, Һәҙиә, мин барыбер төбөнә төшә алманым. Мәҡәләне булдырыуҙың ҡатмарлылығына ҡарап балл өҫтәү аңлашыла, шулай итеү кәрәк тә. Әммә ул байттар менән нисек тәңгәлләшә ала һуң, был бит ике төрлө иҫәпләү ысулы. Байттар 2000-дән кәм булмаған осраҡта балл һанала, байт шуның өсөн генә кәрәк - әлеге шарттар буйынса. "Башҡортостан-100" марафоны шарттарын табып бирегеҙ әле, мин таба алманым. Тимәк, унда балл түгел, тик байттар һаналған булып сыға? --Guram52 (әңгәмә) 17:37, 30 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Байттар буйынса балл сығарыла ине. Мәҫ.ошо тиклем балл йыйһа 123000 байт:10000=12,3 балл (бонус тип атай ине Рөсәм бей) ине.Аҙаҡ бөтә ҡатнашыусылар йыйған байттарға ҡарап бер балл күпме хаҡ торошлоҡ иткәнен килтереп сығара ине.Шунан һәр ҡатнашыусыға тейешле бол килеп сыға ине.Ентекләберәк, Гөлшат апай белә.Рөстәм бей табып ҡуя алыр ине ул сәхифәне.--Һәҙиә (әңгәмә) 07:39, 31 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Һәҙиә, Таңһылыу,Тутыйғош! Бына һеҙ иң ғәҙел тигән бәйге шарттары[1].. Был шарттар буйынса мәҡәләнең байты 2500-ҙән кәм булмаҫҡа тейеш. 1-се һәм 2-се этаптарҙа хатта 35000-ҙән артығыраҡ. Һүҙҙәр һаны иҫәпләнмәй.Тауыш бирәйек улай булғас - шул бәйге шарттарын нигеҙ итеп алабыҙмы?--Guram52 (әңгәмә) 08:05, 31 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
ZUFAr,Рөстәм Нурыев,Ryanag, һеҙҙең фекерҙәр нисек булыр?--Guram52 (әңгәмә) 08:11, 31 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Байттар буйынса балл иҫәпләү идеяһын алайыҡ тип тәҡдим иттек, ә min балл үҙебеҙ һайлайбыҙ инде. Был конкурста үрҙә яҙылғанса ҙур байттар талап итеп булмайҙыр ул. min 2000, 2500 инде. --Таңһылыу (әңгәмә) 15:01, 31 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тәҡдим ошолай буламы:

    Күләме 2500 байттан артҡан мәҡәләләрҙең дөйөм күләме бергә ҡушылып 10000 бүленә һәм мәрәйҙәр һаны билдәләнә.

    --Ryanag (әңгәмә) 13:55, 31 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Һорау: Йыл эсендә үтәсәк проекттар тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан табырға йәки кемдән белергә була ул? Грант был проекттар араһында нисек бүленә икән? "Тарихи Башҡортостан" конкурсына күпме ҡаралды икән?Конкурстарға ирекмәндәр йәлеп итеү өсөн мәғлүмәттәр кәрәк ине.--Һәҙиә (әңгәмә) 14:23, 1 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Һәҙиә, һин "Тарихи Башҡортостан топонимияһы" тигән конкурсты күҙҙә тотаһыңдыр? Уны мин ойоштороусы булһам да, дөрөҫөн әйткәндә, приз фондын белмәйем, сөнки сметаны миңә ебәрмәнеләр. 1,8 миллион һум тирәһе грант бирелгәнен генә матбуғаттан уҡып беләм. Был һорауға грант проектының һуңғы вариантын әҙерләгән Рөстәм Нурыев ҡына яуап бирә алыр. --Guram52 (әңгәмә) 14:50, 1 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Эйе, әлеге мартта үтә торған конкурс тураһында белгем килгәйне.Бынан алдағы конкурсҡа ҡатнашҡан яңы ирекмәндәрҙе нисек тә ысҡындырмай, артабан йәлеп итәһе, ҡыҙыҡһындыраһы , әҙерләй тораһы ине--Һәҙиә (әңгәмә) 15:24, 1 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев, Был конкурсты "Башҡортостан-100" марафоны өлгөһөндә үткәрһәк тип тәҡдим иткәйнем.Унда һеҙҙең бонустар системаһы уңайлы ине ирекмәндәрҙе ҡыҙыҡһындырыу өсөн. Күпме Википедияға күпме хеҙмәт индерһә лә, һәр кемде лә аҡсалата дәртләндереүгә нигеҙләнгәйне.Һеҙ теләктәшлек күрһәтерһегеҙ тип уйлайым.Бер ыңғай һорауҙарыма яуап көтәм--Һәҙиә (әңгәмә) 15:45, 1 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Рөстәм Нурыевтың аңлатмаһы һәм яуаптары:
  • 1) Грант буйынса мәғлүмәтте Владимир Медейко еткерергә тейеш, грант етәксеһе ул. Финанс мәсьәләһен Медейко аңлатыр, ул әлеге көндә тажзәхмәт менән сырхап тора. Шуға күрә Фонд менән килешеү төҙөргә лә килә алманы. Килешеү төҙөлмәгән әле. ZUFAr конкурс проектын ике телдә яҙырға кәрәк тигәнгә, Медейконан күрһәтмә бармы икән әллә, тип шуға һорағайным, миңә билдәле булмағас. Айырым сараларҙы ойоштороусыларға Медейко календарь планды ебәргәйне, ул календарь план «Башҡорт тарихы йылы» проектында сағылыш тапҡан. Ҡайһы конкурс ҡайһы айҙа үткәреләсәге билдәләнгән. Шул уҡ ваҡытта ойоштороусыларға ноябрь айында уҡ грант материалдары ятҡан Гугл-диск папкаһына инеү рөхсәте бирелгән, һәр ойоштороусы грант заявкаһының раҫланған өлгөһө менән таныша ала. Раҫланыр алдынан булған өлгөләр юйылған, буталмаҫ өсөн. Аҙ ғына түҙәйек инде, Медейко аңлатыр барыһын да. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:01, 1 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • 2) Топонимия конкурсында мәрәйҙәр һанау буйынса Википедияла (дөйөм байтттар һаны/10000) системаһынан (дөйөм һүҙҙәр һаны/1000) системаһына күсергә тәҡдим итер инем. Викидәреслектә (дөйөм байтттар һаны/10000) системаһын алырға була, унда сервис гаджеттар көйләнмәгән. Википедияла һүҙҙәр статистикаһын билдәләү сервисы эшләй. Ул сервисты тоҡандырыу өсөн «Көйләүҙәрем» → «Гаджеттар» → «Мәҡәлә статистикаһы» тигән ергә сәүкә тамғаһын ҡуйырға кәрәк. Шул саҡта мәҡәләнең «Тарихты ҡарау» төймәһе янындағы «Тағы» өлөшөндә «Мәҡәлә статистикаһы» режимы асыласаҡ. Шуның аша мәҡәләлә нисә үҙ булғанын белергә була. Тәржемә ителмәгән, ә үҙ аллы яҙылған мәҡәләгә коэфициент аша балды арттырырға була. Мәҡәләгә талаптарға килгәндә Проект:Төрки марафоны 2020 бәйгеһендә «Күләм кәмендә 2000 байт йәки төп тексы ғына (һүрәттәрҙән, әҙәбиәт исемлегенән, һылтанма һәм иҫкәрмәләрҙән башҡа) 150 һүҙҙән артыҡ булырға тейеш.» тигән шартҡа туҡталғайныҡ. Бында шулай тәҡдим итәм. Мин әйткәндәр тәҡдим генә. Зинһар, Рөстәм шулай ҡушты, тип ҡабул итмәгеҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:01, 1 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Киләсәктә конкурстарҙы бөтөнләй икенсе төрлө итеп уҙғарырға ине. Нисек икәнен әлегә күҙ алдына килтереп бөтмәйем. БДБҠ иғлан иткән баһалауҙар билдәләре бер ни тиклем йүнәлеш биргән кеүек. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:23, 1 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Нисек һанарға?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫәпләү системаһын уйларға кәрәк, әлегә ваҡыт бар. Википедияла абруйлы сығанаҡтарҙан мәғлүмәт алыуҙы байт/мәрәйҙәр менән иҫәпләргә мөмкин. Топонимика конкурсына социаль селтәрҙәрҙе тағы ла йәлеп итергә кәрәк. Викиға инеп яҙыу ҡатмарлы тип иҫәпләйҙәр, соц селтәрҙә күптәр яҙыша. Һуңынан викидәреслеккә күсерергә. Күсерелеп, биҙәлеп бөткәс кенә еңеүселәрҙе билдәләргә. Һәр ауылдың тирә яҡындағы соҡор, һаҙлыҡ һ.б., хатта йылға бөгөлдәренең дә атамаһы бар. Уларҙы википедияға яҙып булмай, социаль селтәрҙә яҙһалар, викидәреслеккә күсереп була. s:"Ҡыҙ баҫҡан" ташы, s:Новолихин тәреһе кеүек легендаларҙың байтын йәки һүҙен иҫәпләү дөрөҫ булмаҫ. Был осраҡта бер легендаға 1 балл бирергә була. Бөтөн атамаларҙы исемлек менән биреүселәр ҙә бар. Уларға ла 1 бал иҫәпләргә була. Нисек иҫәпләргә, әйҙәгеҙ уйлашайыҡ.--ZUFAr (әңгәмә) 05:26, 2 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

--Guram52 (әңгәмә) 12:19, 2 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Социаль селтәрҙән мәғлүмәтте Викидәреслеккә күсреп ҡуйыу тураһында фекерем. Социаль селтәрҙә бер кеше мәғлүмәт яҙа, уны икенсе кеше Википроектҡа күсереп ҡуя. {{АХБ}} булмаймы ул? Социаль селтәрҙә яҙған кеше бер ваҡыт килеп "минең яҙған мәғлүмәтте википедист үҙләштергән" тимәҫме? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:04, 6 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Рөстәм Нурыев Бөтә бәлә шул викиға инеп яҙырға ҡурҡалар йәки теләмәйҙәр, викиға ҡуябыҙ тиһәң риза булалар. Викидәреслектә нисек ҡуйылғанын ошо миҫалда ҡарарға була b:Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы. Әүлиә тауы., йәғни информатор тураһында билдәле булған бөтә мәғлүмәт күрһәтелә (кемдән ҡасан яҙып алған һ.б.). --ZUFAr (әңгәмә) 15:18, 6 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Аңлашылды. Бер ыңғайҙан кәңәш, b:Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы. Әүлиә тауы. мәҡәләһендәге был һылтанма информаторҙың топигына илтмәй, ә дөйөм темаға илтә. Информаторҙың топигына илтһә дөрөҫөрәк булырҙыр. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:35, 6 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Рөстәм Нурыев, ZUFAr социаль селтәрҙән алып ҡуйғанда, кем мәҡәләһен Викидәреслеккә ҡуйыуға риза, шул биткә ирекле лицензия ла ҡуйыуҙарын һорарға кәрәктер, моғайын. Мәҡәләне бит автор үҙе ҡуймай, ә кемдер рөхсәтһеҙ (википедия өсөн, алығыҙ, тиеү рөхсәт түгел бит) алып ҡуя. Икенсе яҡтан, "2. Үҙенең эш һөҙөмтәһен күрһәтеү өсөн һәр ҡатнашыусы мәҡәләгә һылтанманы «Һөҙөмтәләр» таблицаһына өҫтәргә тейеш" тип яҙабыҙ ҙа, үҙебеҙ шуға ҡаршы сығабыҙ. Википедияла мәҡәләне таблицаға ҡуймаусыларҙың мәҡәләһе һаналмай, Викидәреслеккә кем ҡуйһа ла һанала килеп сыға. Бәлки, Википедияла теркәлеп, мәҡәләне үҙҙәренең биттәренә ҡуйып (мәҡәлә итеп эшләмәйенсә), артабан ойоштороусы йәки баһалаусылар уны ҡалып менән билдәләп, Викидәреслеккә күсереүҙәре урынлыраҡтыр. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 16:46, 6 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Грантта социаль селтәрҙәр тураһында һүҙ юҡ. Грант «Википедия һәм Викимедианың башҡорт телендәге туғандаш проекттары» өсөн генә ҡаралған, тимәк социаль селтәрҙәр өсөн номинация «нецелевое использование» итеп иҫәпләнеүе ихтимал. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:10, 6 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Үткән конкурста Викидәреслеккә үҙем күсерҙем, приздарҙы Вконтакте төркөмендә яҙыусылар алды.--ZUFAr (әңгәмә) 17:16, 6 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Тимәк викимарафон талаптарын шартына килтереп яҙырға кәрәк. «Викимарафонда ҡатнашыу өсөн Башҡорт Википедияһында теркәлеү мотлаҡ» тигән шарт үтәлмәй бит атыу. Шарт үтәлмәү тағы «нецелевое использование» булып иҫәпләнәсәк. Икенсенән, беҙ нимә эшләйбеҙ ул? Википроекттарға яңы ирекмәндәр йәлеп итәбеҙме, әллә социаль селтәрҙәр аша мәғлүмәт йыябыҙмы? Стратегик эшебеҙҙә беренсеһе өҫтөнлөклерәк минең уйымса. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:31, 6 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
ZUFAr ул конкурста нисек теләйһең - шулай эшләргә була ине, ә бында ҡатнашыусы өсөн мәҡәләне күсереп булмай, уларҙы конкурста ҡатнашыусы итеп күрһәтеп, приздар биреп булмай, сөнки тарихта бит күренеп тора һәм улар анкета тултырырға тейеш була. Әгәр, исмаһам, БашВикиға теркәлеп, мәҡәләләрен яҙҙырһа, ул саҡта шарттарға "Википедия талаптарына тура килмәгән осраҡта, жюри йәки ойоштороусылар Викидәреслеккә күсерә ала" тигән пункт индерергә мөмкин тип уйлайым. Бында инде авторлыҡ хоҡуҡтары ла боҙолмай, шарттарға, талаптарға ла тура килә, минеңсә. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 17:45, 6 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
З. ӘЙЛЕ, ул конкурста ла нисек теләйһең, шулай булманы - Башвикиҙа тотош ҡағиҙәләргә ярашлы яҙылды. Викидәреслектә иһә кемдәрҙер теркәлеп яҙҙы, кемдәрҙекендер ZUFAr менән минең "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмө админы Ләлә Иҡбаева (ikbaevaI) күсереп һалды. Күсереп һалынған мәҡәләләргә тотош ВК-лағы һылтанма һалынды, аноним булманы. Шуға күрә уларҙың мәрәйҙәре буйынса бүләктәр бирелде. Викидәреслек буйынса шундай тәҡдимде Зөфәр индерҙе, сөнки Санкт-Петербургта үткән конференцияла сығыш яһаған берәү тап ана шул атамалар буйынса ҡағиҙәләрҙән тайпылып яҙырға мөмкинлек биреүҙәре, шул юл менән һөҙөмтәлерәк эшләй башлауҙары тураһында әйткәйне. Шул тәжрибәне ҡулландыҡ һәм әллә күпме ошоғаса теркәлмәй ятҡан атамаларҙы донъяға сығарҙыҡ. Ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киңәйҙе. Бәл тәжрибәне артабан дауам итергә кәрәк тип һанайым - шул рәүешле ирекмәндәрҙе күберәк йәлеп итеү мөмкинлеге бар--Guram52 (әңгәмә) 19:48, 15 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Социаль селтәрҙәрҙе йәлеп итеү конкурсты йәнләндереп ебәрҙе, хатта спонсорҙар ҙа табылды. 21 райондан ҡатнашыусылар булды! Викидәреслек уникаль, күпселеге әлегә тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған материал менән байыны. Әлбиттә, теләгән кешегә викила яҙырға тәҡдим ителде. Вәлимә һәм Мөхәмәтов Вәхит викидәреслектә эшләне. Был үткән конкурс тураһында, ҡайһы бер ғәмәлдәрен ҡабул итергә мөмкин. Мотлаҡ шулай булырға тейеш тигәнде аңлатмай.--ZUFAr (әңгәмә) 17:50, 6 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
ZUFAr нимәләрҙе алырға була, аныҡ тәҡдим итегеҙ, әммә ҡағиҙәләр боҙоуға килтермәһен һәм Грант талаптарынан тайпылмаһын. Вәлимә менән Мөхәмәтов Вәхит - инде тәжрибәле википедистар, күптән Википедияла теркәлеү үткәндәр һәм мәҡәләләрен үҙҙәре яҙғандыр, моғайын. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 18:01, 6 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Бәйге шарттары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Рөстәм Нурыев, ZUFAr, Ryanag,Sherbn, Һәҙиә, Таңһылыу, Тутыйғош,Comp1089 һәм башҡа арҡалаштар! Бәйге шарттарын универсаль итеп — барлыҡ конкурстарҙа ла аныҡ, алдан уҡ нимәгә әҙер булырға икәне билдәле булырлыҡ итеп эшләп ҡуйырға кәрәк. Әлегә конкретика күренмәй. Минеңсә, бейҙәр аныҡ итеп ҡарар сығарырға тейештер, шуның өсөн бей бит улар. Бәлки тауышҡа ҡуйыу юлы менән хәл итербеҙ. Ә ҡарар ҡабул ителде икән, ҡәтғи үтәргә! Бәхәстәр ҡабыҙмай ғына. --Guram52 (әңгәмә) 06:19, 2 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Шарттар универсаль була алмай. Рус телендә булған мәҡәләне тәржемә иткәндә байттарҙы һанап иҫәпләргә була. Топонимикала русса булмаған мәҡәлә булыуы бар, бындай мәҡәләне юғарыраҡ баһаларға. Шулай уҡ, авторитетлы сығанаҡтары булмаған, кеше үҙе ишетеп белгәнен яҙһа, башҡа төрлө иҫәпләргә.--ZUFAr (әңгәмә) 08:45, 2 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Башҡа конкурстарҙа ла русса булмаған мәҡәләләр булыуы ихтимал, шуның өсөн шарттарҙа уны ла һалып ҡалдырып була. Авторитетлы сығанаҡтары булмаған мәҡәләләрҙе Викидәреслеккә һалырға була. Ә әле беҙ Башҡорт википедияһы конкурстары тураһында һүҙ алып барабыҙ--Guram52 (әңгәмә) 10:03, 2 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • ZUFArҙың нимә әйтергә теләгәнен аңлайым. Википедия тәү сиратта энциклопедияларға нигеҙләнергә тейеш. Ҡайһы бер райондар энциклопедиялар сығарҙы ла инде. Ундағы материалды файҙаланырға була. Тик ниндәйҙер легендаларға, кемдәндер ишеткәндәргә таянып яҙылған материалды мәҡәләнең аҙағында айырып күрһәтергә кәрәк (ә уны төп материал тип бирмәҫкә). Теге конкурс ваҡытында әйтеп тормаһам да, бер нисә урында Әсфәндиәров ағай биргән материалға таянмай, ҡайһылыр гәзиттә яҙылған материалды төп материал итеп яҙыусылар булды. Өр-яңы мәҡәләләр инмәй ҡалды, ә руссанан тәржемә ителгәндәр иҫәпләнде.Кешенең хәтере ҡалды.Мин ундай материал яҙһам да, быны аңлы рәүештә эшләнем. Иҫәпләнмәнеләр, тик улар энциклопедиянан алынған материал булып, Башҡорт википедияһында ҡалды. --Sherbn (әңгәмә) 10:15, 2 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Sherbn, Башҡорт википедияһында (Викидәреслектә түгел), Әсфәндиәровҡа таянмай, ҡайһылыр гәзиттә яҙылған материалды төп материал итеп яҙыусылар булған икән, шул мәҡәләләрҙе күрһәтеүҙе һорайым — етешһеҙлектәр ҡабатланмаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, Әсфәндиәров китабында минең әсәйемдең тыуған ауылы хаҡында, «Говоря о судьбе деревни, следует отметить, что впоследствии марийцы создали свое поселение под названием Мари-Ярмино, а башкиры, ассимилированные соседями, вошли, по-видимому, в состав жителей д. Тат-Ярмино.», тигән туҙға яҙмаған мәғлүмәт тора. Шуға күрә, унда хаталар юҡ һәм уға ғына таянып яҙырға кәрәк тип әйтеп булмай. Урындағы халыҡ гәзиттәрҙә баҫтырып сығарғаны дөрөҫлөккә тап килеүе йәки уға яҡын булыуы бар--Guram52 (әңгәмә) 11:27, 2 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Теманан тайпылып булһа ла, әсәйемдең ауылы тураһында мәғлүмәт биреп китәйем инде: ассимиляцияға бирелмәү генә түгел, ХХ быуат урталарына тиклем хатта Мари Йәрмиә менән Тат-Йәрмиә араһында оҙон тәрән ур була торғайны — мари яғынан сусҡалар үтеп инеп йөрөй алмаһын өсөн. Уларҙың мәжүси, Тат-Йәрмиәләрҙең мосолман булыуы ла ассимиляцияға кәртә булды. Хәҙерге осорҙа ғына бик һирәк ҡатнаш ғаиләләр барлыҡҡа килгән, хәйер ауылда башҡорт, татар йәштәре ҡалмаған да инде, тик оло йәштәгеләр йәшәй. Мариҙар Тат-Йәрмиәләге йорттарҙы һатып алып торалар, йәштәре китмәй, ауылда ғаилә ҡора, һәм ғәмәлдә хәҙер 3 милләттән (мари, татар, башҡорт) торған бер ауыл — Йәрмиә ауылы йәшәп ята. Мәктәптә уҡытыу — урыҫ телендә--Guram52 (әңгәмә) 12:19, 2 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Аңланым.Башҡа яҙмаҫмын.--Sherbn (әңгәмә) 14:52, 2 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Башҡорт тарихы йылы проектына ингән конкурстарға берҙәм шарттар булһа яҡшыраҡ булыр ине. Мин байттар буйынса һанау яҡлы — барыһына ла аңлайышлы. Ә сығанаҡтарһыҙ яңы мәҡәләләрҙе йәки тулыландырыуҙы иҫәпкә алырға ҡаршы. Ryanag (әңгәмә) 16:54, 2 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Википедияла барлыҡ конкурстар һәм марафондар өсөн уртаҡ берҙәм шарттар бар: ҡатнашыусы теркәлеү үтергә, бер ҡатнашыусы бер генә иҫәп яҙмаһынан ҡатнашырға, мәҡәләләр яҙғанда автор хоҡуҡтары, башҡа ҡағиҙәләр боҙолмаҫҡа, тикшереп булған һылтанмалар, сығанаҡтар булырға һ.б. тейеш. Ә инде башҡа талаптарҙы һәм нисек баһалау принцибын ойоштороусылар һәм жюри үҙе билдәләй ала тип уйлайым, сөнки, мәҫәлән, мин планлаштырған 112-се кавдивизия яугирҙары тураһында мәҡәләләр яҙыу буйынса конкурста мәҡәлә генә түгел, викидата тултырыу ҙа баһалана тип күҙалланған. Исемең матур конкурсының үҙенең айырым баһалау системаһы булыуы мөмкин, мотлаҡ һәм әһәмиәтле мәҡәләләр буйынса - үҙенең. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:13, 3 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Универсаль шарттар нимәлер өҫтәргә йәки нимәнелер алып ташларға яармай тигәнде аңлатмай, ул бары тик ойоштороусыға шарттарҙы эшләргә , ирекмәндәрҙең һәр конкурсҡа күпмелер әҙерлек менән килеүенә ярҙам итә--Guram52 (әңгәмә) 07:04, 3 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ryanag, тәҡдим бит, һеҙ уйлағанса түгел ("сығанаҡтарһыҙ яңы мәҡәләләрҙе йәки тулыландырыуҙы иҫәпкә алырға ҡаршы").Сығанаҡтарһыҙ мәҡәләләр ниндәйе лә ҡабул ителмәй икәне былай ҙа билдәле. Һүҙ сығанаҡтар табып өр-яңынан булдырылған йәки тулыландырылған мәҡәлә тураһында бара.Ундай мәҡәләләрҙе булдырырға ваҡыт һәм энергия күберәк түгелә. Унан, икенсе Викилар нимә яҙған, шуны тәржемәләп кенә ултырырға тейешме инде Башвики? Башҡа викилар өсөн башҡорт темаһы әһәмиәтле лә, төп тема ла түгел. Милләт өсөн әһәмиәтле, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙ генә яҙа алған күпме мәғлүмәт яҙылмай ята.Уларҙы беҙ яҙмай, ситтәрҙән көтөп ултырайыҡмы?. Ниңә ул саҡта тәҡдимдәр индерегеҙ тип рубрика асаһығыҙ? Википедияла яҙышыусылар күберәк ошо ғүмер байышы тупһа төбөндә генә торған оло быуын вәкилдәренән тора түгелме һуң? Бында ул состав аҡсаға ҡыҙып килеп инмәгәйне.Таяҡтарҙан торған балл менән грамота ҡағыҙына ла ҡыҙып түгел. Уларға алмаш яңы ирекмәндәр йәлеп итәм тиһәгеҙ, ниңә шул бер балдарығыҙҙы йәлләп ултыраһығыҙ һуң ул?Аңламайым--Һәҙиә (әңгәмә) 10:12, 6 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Википедия мәҡәләләренә талаптар:

  1. 1 марттың 00:00 минутынан (Өфө ваҡыты менән) башлап 31 марттың 11:59 минутына тиклем яҙылған (тулыландырылған) мәҡәләләр викимарафон иҫәбенә ҡабул ителә.
  2. Яңы яҙылған йәки тулыландырылған мәҡәләнең күләме кәмендә 2000 байттан артыҡ булырға тейеш.
  3. Мәҡәлә темаһы викимарафон тәҡдим иткән темаларға тап килергә тейеш. Эш планы менән тәҡдим ителгән мәҡәләләрҙе яҙыу (тулыландырыу) урынлы. Әммә, сикләүҙәр юҡ, темаға тура килгән башҡа мәҡәлә лә яҙырға (тулыландырырға) мөмкин.
  4. Википедия мәҡәләләре нәшер ителгән сығанаҡтарҙағы мәғлүмәткә нигеҙләнеп яҙыла. Уларға мотлаҡ һылтанма бирелергә тейеш.
  5. Сығанаҡтарҙағы мәғлүмәтте һүҙмә-һүҙ күсереп яҙырға ярмай, тексты яңы иншала, факттарҙы боҙмай яҙыу урынлы.
  6. Етешһеҙлектәр тураһында ҡалыптар (мәҫәлән, {{АХБ}}, {{орисс}}, {{Һылтанмалар юҡ}} һ.б.) булмаҫҡа тейеш.

--Ryanag (әңгәмә) 04:36, 13 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Йомғаҡлау

  1. Конкурс иҫәбенә алынған мәҡәләләрҙең күләме бергә ҡушылып 10000 бүленә һәм мәрәйҙәр һаны билдәләнә.
  2. Викимарафонда ҡатнашыу талаптарын боҙған ҡатнашыусы (теркәлеү үтмәү, бер нисә иҫәп яҙмаһынан ҡатнашыу, автор хоҡуҡтарын боҙоп мәҡәләләр төҙөү, проекттың башҡа ҡағиҙәләрен үтәмәү) квалификацияһын юғалта.
  3. Жюри ҡатнашыусыны «намыҫлы уйын» ҡанундарын боҙған осраҡта, йәғни боттар файҙаланыу, төҙөлгән мәҡәләләрҙе/һалынған һүрәттәрҙе билдәләнгән ваҡытҡа исемлеккә индермәү, алдан әҙерләнгән мәҡәләләрҙе/һүрәттәрҙе һәр этапта күпләп һалыу, шулай уҡ намыҫлы көнәркәшлеккә ҡаршы эше йә башҡа ҡатнашыусыларҙы яңылыштырыуы өсөн квалификацияһынан мәхрүм итә.

Тәҡдимдәр буйынса фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ.--Ryanag (әңгәмә) 04:36, 13 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Ryanag, ноябрҙә үткәрелгән конкурстан һуң ҡатнашыусыларҙан дәғүәләр булды. Мәҫәлән, ошо хаҡта Шәһәрбаныу ҙа яҙҙы. Үҙемдең тәжрибәнән дә сығып шуны әйтә алам: топонимия буйынса урыҫса Викиҙа булмаған яңы мәҡәләләрҙе яҙыу бик ҡатмарлы, сөнки абруйлы сығанаҡтар табыуы бик ауыр, булғандарында йыш ҡына мәғлүмәт бик ҡыҫҡа һәм сикле. Мин тәржемә булмаған башланғыс мәҡәләләр өсөн 1500 байт минимумы ҡуйырға тәҡдим итәм. Был минимум өсөн 1 балл ҡуйырға була. Ә 150 һүҙ, 2000 байт булғандарға - 3 балл ҡуйырға була. Аралыҡтағы байттарға - 2 балл. --Guram52 (әңгәмә) 18:44, 15 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Тағы ла тәҡдим: тәжрибәле һәм яңы ҡатнашыусыларға айырым номинация булдырырға. Ryanag (әңгәмә) 15:13, 16 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Ryanag, "Википедия мәҡәләләре өсөн" ҡуйылған ошо пунктҡа ҡарата тәҡдимем бар:" Төп тексы 150 һүҙҙән кәм булған йәки бот менән яҙылған килеш торған мәҡәләләргә этимология буйынса мәғлүмәт өҫтәгәндә — 0,5 балл бирелә" тигәнгә.Был темаға ҡарата конкурстар артабан да дауам итһә, бигерәк тә тораҡ пункттар, юҡҡа сыҡҡан ауылдар тураһында булһа, ошо пункт беҙгә кире эффект биреүе бар.
  • берҙән, ул өлкәлә эшләмәҫтәр.
  • икенсенән, талап үтәлерлек кенә итеп мәғлүмәт өҫтәрҙәр. Википедияла мәғлүмәт табырлыҡ булып та, 1-2 һөйләм менән ҡалған мәҡәләләр күп.Тимәк, ҡасандыр мәҡәлә һаны артынан ғына ҡыуғандар.
  • Яңы өҫтәлгән мәғлүмәтте асыҡлау проблемаһы юҡ.Һәр ҡатнашыусы күпме мәғлүмәт өҫтәгән, тарихта күренә. Таблицала элек тә күрһәтелеп барҙы ул. Башҡортостан -100 марафонында ла.

Шуға ла, тап ана шул өҫтәлгән материал күләменән сығып байт аша балл сығарып була.Һәм ул мәғлүмәтте эҙләү өсөн дә ваҡыт, көс талап ителә.Шуға,был осраҡта ла Викила булмаған яңы мәҡәлә ҡуйылған осраҡта коэфициэнт тейеш тип тәҡдим итәм.--Һәҙиә (әңгәмә) 05:52, 18 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Был тәҡдимдәрем эште дөйөм һәм даими ойоштороу өсөн:

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркөм эсендә артабан Башвики эшмәкәрлеген яйға һалыу, бергәләшеү, эште еңеләйтеү, эшкә мотивация булдырыу йәһәтенән.

Күп өлкәләрҙә, бигерәк тә тап тап башҡорт темаһында беҙгә мәҡәләләрҙе тәү башлап яҙырға тура килә. Һәм тейешбеҙ ҙә.Беҙ яҙмаһаҡ, улар бер ҡасан да яҙылмаясаҡ.Яҙылһа ла, ситтәр тарафынан уйҙырмалар ҡушып яҙылыасаҡ.Ошоғаса башҡорт тарихын күбеһенсә ситтәр яҙған.Күпселеге тураһында ла намыҫ менән башҡарылған тип әйтеп булмай.

Аҡсалы конкурстар булып тора.Аҡса эшләйем тиһәң, юлдары күп.Етмәһә, ундай конкурстарҙа тәржемә өсөн мәҡәлә табыуы әллә ни проблема түгел

Шуға ла, ошо ситуацияларҙы иҫәпкә алырға кәрәк тип уйлайым.Юғиһә, әлеге төркөмгә алмашҡа ҡайҙа күпме түләйҙәр, шунда сабып йөрөүсе ирекмәндәр йыйып алыуығыҙ бар.

Ә бындағы эшебеҙ аҡса эшләүгә генә ҡайтып ҡалмай. Мөмкин тиклем күберәк мәҡәлә булдырыу зарур, иң беренсе урында шул. Күп атамаларға Викила бөтөнләй мәҡәлә юҡ.Булғаны ла 1-2 һөйләмдән. Шуның өсөн интернеттан гиҙеп йөрөп эҙләргә тура килә.

  • Шуға конкурс мәҡәләләре өсөн алдан әҙерлек барыуы мотлаҡ.
    • 1-се этап- был тема буйынса мәҡәлә яҙырлыҡ йәки тулыландырырлыҡ мәғлүмәт бармы?
    • 2-этап- мәҡәлә өсөн яҙырлыҡ мәғлүмәт булғанда ла, тәү булдырылған мәҡәлә өсөн атамаһын эҙләргә ваҡыт кәрәк. Шувалов энц-нан башҡаларында ундай мәғлүмәт юҡ тиерлек.Әммә бөтә осраҡта ла Шуваловта булған аңлатманан ғына ла саф башҡортса атаманы асыҡлап бөтөп булмай.Эҙләнергә тура килә.
    • 3 этап- мәҡәлә мәғлүмәттәтәре эсендә әллә күпме ят атама.Тау һырты т-да яҙам тиһәң, унда кәмендә 2-5 түбә, суҡы, йырын, йылға һ.б.
    • 4. этап- башҡортса мәғлүмәттәр булғанда ла, Башҡ. энц-да һығып алынған ғына информация.Уны ла ҡулланып булмай тиерлек.Бары дәлил итеп һылтанмаға ҡуйып ҡына була. Урыҫса, унан- бынан йыйған материалдарҙы тәржемәләү, мәҡәлә ҡороуға ла байтаҡ ваҡыт китә. Көнөнә 1 мәҡәлә яҙыуы ла был өлкәлә ауыр, күбеһенә 4-5 көн китә.
    • 5-этап- мәҡәләне ултыртҡас та, уны мөхәррирләргә ваҡыт кәрәк.

Шуға ла эшләп йөрөгәндәрҙән түгел, пенсионерҙарҙан да яңы ирекмәндәр йәлеп итеү проблемалы хәл. Ниндәйҙер етди мотивация табырға кәрәк. Миллиондан ашыу башҡорто булған Республикала ун тирәһе генә башҡорт ултыра яҙышып.

Үҙаллы һәйбәт эшләгәндәр бар төркөмдә.Ярҙам һораһаң да әҙер торалар бергәләшергә.Был эшебеҙҙә мин конкуренция күрмәйем.Тауға менгәндә нисек бер-береңә тотоношоп күтәреләһең, шулай еңелерәк, тиҙерәк, эффектлыраҡ.

Бөтәбеҙ ҙә телсе белгес түгел. Ундайҙарҙы ғына төркөм төҙөп ала алыу ҙа мөмкин түгел. Теүәл йәки тәбиғи фәндәр эсендә генә ҡайнап, бында тел, тәржемә, тарих, топонимика, геогр. төшөнсәләр араһына килеп ингәндәребеҙгә ике фронтта эшләргә тура килә.Тәүҙә үҙеңә өйрәнеп алырға, унан мәҡәлә яҙырға.--Һәҙиә (әңгәмә) 07:31, 18 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Шулай! Кем уҙарҙан яҙышырға түгел, төплө алдан уйланылған мәҡәләләр яҙырға кәрәк. Мин үҙем һәр мәҡәләне уҡып, эшләмәгән һылтанмаларын-ҡалыптарын төҙәтеп-биҙәп торормон. --ZUFAr (әңгәмә) 07:43, 18 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
ZUFAr, һин тағы хаталанаһың. Бына шулай «эшләмәгән һылтанмаларын-ҡалыптарын төҙәтеп-биҙәп торормон» тип һан артынан ҡыуыусыларҙы артабан дәртләндерәһең булып сыға. Улай ярамай. Әнә, артабан уҡы. Ойоштороусы, жюри-эксперттарға бында түбәндәге талаптарҙы яҙғайным, (исемеңде эксперттар таблицаһына ҡуйғанда уҡығанһыңдыр):

Эксператтар (жюри ағзалары) конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың конкурс иҫәбенә тәҡдим ителгән мәҡәләләрен уҡып сыға, мәҡәләләргә ҡарата булған талаптарҙың үтәлешен тикшерә. Тап килгән осраҡта иҫәп таблицаһындағы мәҡәлә исеме янына ✔ ҡалыбын ҡуя һәм конкурс иҫәбенә ҡабул итә. Тап килмәгән осраҡта ✔ тамғаһын ҡуя һәм мәҡәләнең ФА битенә етешһеҙлектәр тураһында аңлатма бирә, ҡатнашыусыға Ҡатнашыусы исеме-н ҡуйып хәбәр итә. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгәндән һуң мәҡәләне ҡабаттан тикшерә.

Конкурс мәҡәләлрендә етешһеҙлектәрҙе һәр кем үҙе төҙәтеп өйрәнһен ул. Тәжрибәлеһе лә, яңы башлап яҙышҡаны ла.--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:08, 18 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Конкурс шарттарын ҡатнашыусылар ҙа, жюри ағзалары ла иғтибар менән уҡыһа, уларҙы үтәһә, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Элекке конкурстарҙа ла шулай уҡ булыр ине, әгәр конкурс шарттары үтәлһә. Ойоштороусы һәм жюри ағзалары шарттарҙың үтәлеүен талап итергә тейеш. Үтәлмәй икән, конкурс иҫәбенә алмайыҡ. Атыу байт арттырабыҙ тип урыҫ тексын тулыһынса ултыртып ҡалдырған мәҡәләләр бар. Исемләп әйтә башлаһаң, «мәсхәрәйләһең» тип үпкәләйҙәр. Конкурста ваҡытында өлгөрөп булмай, тип аҡланалар. Өлгөрмәгәс, күп яҙмаҫҡа кәрәк. Мәҡәлә тарихында ул «мәсхәрә» мин өндәшмәһәм дә бар донъяға күренеп тора. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:08, 18 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Рөстәм Нурыев Ҡатанашыусыларҙың әҙерлек кимәле төрлөсә, кем нимә эшләй белә йәки белмәй икәнен яҡшы беләбеҙ. Тик талап итеү генә лә дөрөҫ түгел, кемделер ҡолатыу кеүек дәүләт имтиханы тапшырмайбыҙ, күмәкләп файҙалы эш башҡарабыҙ. Эштең нәтижәһе булырға тейеш. Күршеләрҙә бәйгелә курс тамамлаған йөҙҙән яҡын кеше ҡатнаша, уларға әҙ генә ярҙам итеүсе юҡ, тик дөрөҫ эшләгәнме-юҡмы икәнен тикшерәләр, шуға бер мәртәбә ҡатнашып ҡарайҙар ҙа юғалалар. --ZUFAr (әңгәмә) 14:44, 18 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Нисә йылдар үткәрелгән конкурстар нәтижәһен үҙең үк тәңҡитләп сыҡтыңсы былтыр. Конкурстан тыш талаптар ҙа индерҙең. Талаптарҙы конкурс ваҡытында ғына ҡуйырға була тигәнде ишетмәнең. Һинең тәңҡитеңде иҫәпкә алып әлеге конкурстарҙа ойоштороусыларға һәм жюри ағзаларына талаптар тәҡдим итәм дә инде. Юҡһа конкурс мәҡәләлерен баһалау байт иҫәпләүгә ҡайтып ҡалды, мәҡәлә йөкмәткеһе уҡып сығылмай. Әҙерлек кимәле түбән булғандар конкурста ҡатнашмай торһон, башта күҙәтеп өйрәнһен әҙерәк. Яңы ҡатнашыусылар өсөн ябай темалы, мәҡәлә исемдәре бирелгән, сығанаҡтар күрһәтелгән, мәҡәләне яҙыу өлгөһө булған конкурс ойоштороу зарур. Ярҙам итеп, етешмәгән ерен төҙөтергә лә була ул. Әгәр һинең төҙөткәнде күрһәләр, башҡа ундай хата эшләмәһәләр. Ә һинең-минең төҙөтеүҙергә ышанып һан артынан ҡыуыусыларға ярҙам итеп тә өлгөрөп булмай. Ләйсән башҡаларҙың мәҡәләһен төҙөтеүҙән ялҡып ҡаҡсыны ла инде викинан. Шуға күрә минең әйткәнде дөрөҫ аңлап эш ит, етешһеҙлектәрен конкурста ҡатнашыусыларға күрһәт, бергәләп төҙәтегеҙ. P.S. Был кәңәш, күрһәтмә түгел. Үҙең нисек дөрөҫ тип иҫәпләйһең, шулай эшлә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:29, 18 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Иғтибарығыҙға мәҡәләләргә ҡарата универсаль шарттар тәҡдим итәм. Үҙегеҙҙең проектта шуға таянып яҙа алаһығыҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:44, 3 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Конкурсты ойоштороусы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Грант проектын эшләгәндә «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» бәйгеһен ойоштороусы итеп мин күрһәтелгәйнем. Халыҡ иҫәбен алыу алдынан бик мөһим проект был, сөнки топонимдар — беҙҙең тарихыбыҙҙың ҡомартҡыһы, милләтебеҙҙең көн иткән урындарының «мөһөрө», һәм уларҙы иҫкә төшөрөү — тамырҙарҙы барлау ул. Был эш башҡа өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәр ярҙамында ла барырға тейеш, тап шуның өсөн БДБҠ ошо бәйгегә ҙур әһәмиәт бирә лә инде. Ноябрҙә үткәрелгән бәйгенең приз фонды бик сикле генә булыу арҡаһында беҙ башҡа өлкәләрҙәге ҡоролтайҙарҙы йәлеп итә алманыҡ. Хәҙер БДБҠ менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләргә кәрәк. Был юлы иһә беҙҙең киңерәк планда эшләү өсөн мөмкинлектәребеҙ ҙә бар. Эш һөҙөмтәлерәк килеп сыҡһын өсөн мин үҙемдең урыныма, йәғни ойоштороусы вазифаһына, урыҫ Википедияһында ла байтаҡ йылдар яҙышҡан, Башҡорт Википедияһында ла әүҙем эшләгән йәш кешене — админыбыҙ Ryanagты тәҡдим итәм.---Guram52 (әңгәмә) 15:46, 3 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Guram52, Ryanag. Грантҡа яҙылған шарттарҙы үҙгәртеп, яңы ойоштороусы индереп буламы икән? Ҡатмарлыҡ тыуҙырыуы ихтимал тип уйлайым. Грант етәксһе Медейконан һорап ҡарағыҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:07, 3 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Рөстәм Нурыев, Мин Медейкоға хат ебәрҙем инде. Әле, әйтеүегеҙсә, килешеүгә ҡул ҡуйылмаған. Унан, тормошта төрлөсә була бит - бөгөн барбыҙ, иртәгә юҡбыҙ. Әммә алмаш табыла тора. Мин сәләмәтлегем арҡаһында конкурс үткәреүҙән баш тартырға мәжбүрмен. Конкурс үткәреү тәжрибәм бар инде, был юлы ундай көсөргәнеште күтәрә алмаясаҡмын. Грант проекты төҙөлгәндә мин сәләмәтлегем менән проблема килеп сығыр тип уйламағайным. Раян теге юлы конкурс үткәреүҙә миңә ярҙам итеп торҙо, тема буйынса тәжрибәһе бар. Шуға күрә унан да тап килгәнерәк башҡа кандидатура күрмәйем--Guram52 (әңгәмә) 18:52, 3 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Guram52, Ryanag. БДБҠ башҡарма комитетында булдым. Проект:Башҡорт тарихы йылы менән таныштырҙым. Айырым проекттарға туҡталып киттем. Урындағы ҡоролтайҙарҙы проект менән таныштырыуҙы ойоштороуҙарын һораным. БДБҠ башҡарма комитеты район-ҡала комитетына Википедияла шөғөлләнерлек кәмендә бер кеше табырға ҡушҡан булған икән үткән эшлекле осрашыуҙарында. Шул кешеләр менән 24 февралдә сәғәт көндөҙөгө сәғәт дүрттә семинар үткәрергә килештек, сәғәт-сәғәт ярымлыҡ. Семинар онлайн форматта Zoom конференция залында була, башҡарма комитет үҙе ойошторасаҡ. Беҙгә сығыш яһап, проекттар менән таныштырырға кәрәк була. Киләһе аҙна башына семинар программаһын төҙөп бирергә кәрә. Тарихи Башҡортостан топонимияһы конкурсы мәнән ҡайһығыҙ танышытыр һәм нисә минут кәрәк? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:18, 9 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Рөстәм Нурыев, семинарҙа Ryanag сығыш яһаясаҡ. Кәрәк булһа, мин дә ҡушылып өҫтәрмен--Guram52 (әңгәмә) 06:09, 10 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Мәҡәләләр категорияһы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ryanag, конкурс мәҡәләләренең ФА битенә ҡуйыла торған шаблон кәрәк, Категория:Проект:Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2021 бәйгеһе мәҡәләләре категорияһы кәрәк. Мониторинг өсөн мин РуВикила ботоводттарға заявка яҙам.

ҡалыптар бар бит Ҡалып:Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2021 Ҡалып:Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2021/тулылардырылған --ZUFAr (әңгәмә) 08:53, 23 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Ryanag, ZUFAr, рәхмәт. Проектҡа ҡағылышлы биттәрҙең категориялары төрлө булыу сәбәпле күрмәгәнмен. Әле үткән һәм буласаҡ конкурстың проект биттәрен категория буйынса тәртипкә килтерҙем шай - Категория:Проект:Тарихи Башҡортостан топонимияһы. Ниңәлер был категорияға мәҡәләләр ҙә ҡуйылған. Улай дөрөҫ түгел дә инде. Конкурс битендә ҡалып һәм категория ҡуйыу (ҡайҙа ҡуйыу) буйынса аңлатма яҙырға кәрәктер ул. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:09, 23 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Рөстәм Нурыев, Ryanag, Alfiya55 Фекерләшеү:Ләлим (йылға) битен ҡарағыҙ. Ҡалып "Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2021 мәҡәләләре" тигән категория өҫтәй. Ә өҫтә яҙылған "Категория:Проект:Тарихи Башҡортостан топонимияһы" категория үткән конкурстыҡы. -ZUFAr (әңгәмә) 15:23, 23 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Ҡалып эсендә категорияны көйләнем. Категория:Проект:Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2021 бәйгеһе мәҡәләләре тигән категория була. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:41, 23 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Шулай уҡ баһалау таблицаһы ҡуйып ҡараным. Мәҡәлә уртаса күләмдә күренһә лә ни бары 82 һуҙ өсөн 0 мәрәй ала. Ҡайһы ерен үҙгәртергә кәрәк?--ZUFAr (әңгәмә) 15:23, 23 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

82 һүҙ тигән статистиканы ҡайҙан алдың? Миңә 210 һаны күренә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:41, 23 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Ҡушылдыҡтары тексты айырып тора ине. Ҙур булғас, сквозной тексты күрһәтмәй. Урынын алмаштырып ҡуйғайным, тексты тулыһынса күрһәтә. Исемлек (список), һанау, йондозсоҡ (*) менән ҡуйылған теҙмәләрҙе һанамай. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 15:44, 23 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Хәҙер 213 һүҙ күренә. Мәҡәләне тәржемә иткән, топонимика тигән абзацты үҙе өҫтәгән — шуны баһаларға кәрәк. Әгәр мәҡәләне тулыһынса үҙе эшләһә, артығыраҡ баһаларға кәрәк.--ZUFAr (әңгәмә) 15:59, 23 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

{{колонка}} һәм {{конец колонки}} ҡуйылғайны, бәлки шуға иҫәпсе ҡоралы аша үтеп китәлер. Әле бүлекте ябай текст итеп эшләнем. 280 һүҙ булып китте. Әммә, бүлек тәржемә ителмәгән, {{Тәржемә кәрәк}} ҡалыбы ҡуйҙым. Етешһеҙлек ҡалыбы булған мәҡәләне бөтөнләй конкурс иҫәбенә алырға ярамай, шартҡа тап килмәй бит. Бүлекте юйырға ла ярамай, йылғаның ҡушылдыҡтары күрһәтелергә тейеш. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:02, 23 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Ryanag, ZUFAr, Guram52, емайл почтағыҙға бына ошо текст тураһында кисә хат яҙғайным. Иртәгә Башинформға бирергә ине. Ризалыҡ бирәһегеҙме? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:06, 28 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Башкирская Википедия приглашает на творческий конкурс «Топонимия исторического Башкортостана»

В конкурсе энциклопедических статей «Топонимия исторического Башкортостана», который проводится с 1 по 31 марта в Башкирской Википедии, могут принять участие все желающие. Конкурс реализуется на средства гранта Главы Республики Башкортостан при поддержке Фонда содействия гражданскому обществу Республики Башкортостан. Активные участники конкурса будут поощрены призами.

Известная писательница, вики-волонтер с 2012 года, инициатор конкурса Гузаль Ситдыкова призывает закреплять географические названия и популяризовать их употребление в исходном, башкирском варианте:

«В последние годы все больше и больше наблюдается неправильное, искаженное использование названий географических объектов, расположенных на территории исторического Башкортостана — историко-географической области, населённой башкирами. Это в конечном итоге приводит к потере национальной самобытности, культуры, истории башкирского народа. Так, скалы Ирякташ называются нынче - Инзерские Зубчатки, озеро Яктыкуль — Банное, серпантин на горе Зильмардак — Тёщин язык, хребет Бишитяк - Шатак. Что будет, если каждый турист или ученый начнет давать свое название рекам, озерам, урочищам, горам?! Даже ООН в своем „Руководстве по национальной стандартизации географических названий“ рекомендует употреблять местные наименования, созданные на языке автохтонного народа. У всех больших рек и маленьких ручейков, больших и малых озер, высоких гор, горных хребтов или небольших возвышенностей есть свое местное, башкирское название. Нам нужно их закреплять в книгах, в справочных изданиях, а опубликованные в источниках переносить в Википедию. Википедия является самым читаемым сайтом в мире, информация на одном языке быстро становится доступным на других языках. Давайте использовать свое исконное право на географические названия».


Башҡорт Википедияһы «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» ижади конкурсына саҡыра

Башҡорт Википедияһының «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» энциклопедик мәҡәләләр конкурсында теләгән бер кеше ҡатнаша ала. Конкурс 1-31 мартта Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә үткәрелә. Әүҙем ирекмәндәргә бүләктәр ҙә буласаҡ.

2012 йылдан алып вики-ирекмән, ошо конкурсты үткәреү тәҡдиме менән сығыш яһаған билдәле яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова географик атамаларҙы әүәл-әүәлдән килгән башҡортса вариантында нығытырға һәм ҡулланырға саҡыра:

«Һуңғы йылдарҙа башҡорттар борондан йәшәгән тарихи-географик өлкә - тарихи Башҡортостан территорияһында урынлашҡан географик объекттарҙың атамаларын хаталы итеп, боҙоп ҡулланыу осраҡтары артҡандан-арта бара. Был башҡорт халҡының милли үҙлелеген, мәҙәниәтен, тарихын юғалтыуға ла килтерә. Әйтәйек, Ирәкташ ҡаяһы — Инзерские Зубчатки (Инйәр тештәре), Яҡтыкүл (тарихи исеме Мауыҙҙы) — Банное (Мунсалы), Елмерҙәк бөгөлө - Тёщин язык (Ҡәйнә теле), Бишитәк һырты - Шатаҡ (Шатак) булып китте. Һәр турист йә ғалим йылғаларға, күлдәргә, төбәктәргә, тауҙарға үҙ атамаһын бирә башлаһа, нисек була инде ул? Хатта БМО үҙенең „Географик атамаларҙы милли стандартлаштырыу буйынса ҡулланма“һында автохтон халыҡ телендәге ерле атамаларҙы ҡулланырға тәҡдим итә. Бөтә йылғаларҙың һәм ваҡ шишмәләрҙең, ҙур һәм бәләкәй күлдәрҙең, бейек тауҙарҙың, тау һырттарының йәки ҡалҡыулыҡтарҙың урындағы башҡортса атамаһы бар. Беҙгә уларҙы китаптарҙа, белешмәлектәрҙә нығытырға, ә сығанаҡтарҙа баҫылғандарын Википедияға күсерергә кәрәк. Википедия донъяла иң күп уҡылған сайт, бер телдәге мәғлүмәт йәһәт кенә башҡа телдәргә лә күсерелә. Әйҙәгеҙ, географик атамаларға хоҡуғыбыҙҙы киңерәк файҙаланайыҡ».

Рөстәм Нурыев, у Вас, видимо, какой-то неправильный адрес, я никаких писем не получала ни вчера, ни раньше. В целом я согласна, с поправками--Guram52 (әңгәмә) 16:16, 28 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Guram52, бына шул адрес миндә, 20 декабрҙә шул адрестан хат та килгән. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:29, 28 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Рөстәм Нурыев, ғәжәп, әммә миңә хат килмәгән. Адрес дөрөҫ, әммә бында юйҙыртам. Яңыраҡ Зәйтүнәгә алған хаттарымдың скриншотын да һалғайным, ул Һеҙҙән хат булған тигәс. Ноябрҙә Тельман ағайҙың хатын ебәргәйнем, уға ла яуап килмәне--Guram52 (әңгәмә) 16:39, 28 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]