Эстәлеккә күсергә

Пруссия урамындағы Михаил Архангел сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пруссия урамындағы Михаил Архангел сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1219
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөйөк Новгород
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Новгородская область/Великий Новгород, часть 1[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Прусская улица, 12
Карта
 Пруссия урамындағы Михаил Архангел сиркәүе Викимилектә

Пруссия урамындағы Михаил Архангел сиркәүе — Бөйөк Новгородтағы ғәмәлдән сыҡҡан православие сиркәүе. Был сиркәү XIII быуатта төҙөлгән, XV, XVII, XIX быуатта һәм ХХ быуаттарҙа үҙгәртеп ҡоролған. Рәсәйҙең Новгород ҡалаһындағы Пруссия һәм Десятинный урамдары киҫелеше районында (хәҙерге адресы: Пруссия урамы, 12) урынлашҡан.

Михаил Архангел сиркәүе Новгородта төҙөлгән иң боронғо ҡорамдарҙың береһе (нигеҙләү датаһы буйынса). 1088 йылда беренсе ағас сиркәү төҙөлә, ул 1175 йылда янғында һәләк була. 1219—1224 йылдарҙа таш ҡорам төҙөлә, төҙөлөш заказсыһы булып посадник Твердислав Михалкович менән уның ағаһы Федор тора. XV быуат башында Михаил Архангел сиркәүен посадник Кирилл Ондреянович яңыртып төҙөй. Моғайын, Новгород ҡалаһы Людин осоноң Пруссия урамында торған ҡорам иң мөһим ғибәҙәтханаларҙан һаналған булған, ул XV быуаттың аҙағына ҡарата собор булып иҫәпләнә һәм уға 13 сиркәү ҡарай. Артабан 1685 йылда был ғибәҙәтхана киңәйтеп төҙөлә, ә 1860-сы йылдарҙа ялған рус стилендә яңыртып ҡорола. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Михаил Архангел сиркәүе ныҡ зыянлана. Һуғыштан һуң уның бинаһы торлаҡ йорто итеп үҙгәртеп ҡорола, бының өсөн сиркәү баштары тулыһынса һүтелә, бина сиркәү бинаһын бөтөнләй хәтерләтмәй. 1988-1989 йылдарҙа Г. М. Штендер етәкселегендә бинала эксперт тикшереүҙәре башҡарыла, сиркәүҙең ер аҫтындағы боронғо өлөшө ҡаҙыла һәм сиркәү урынындағы янғын ҡалдыҡтары табыла. 2000-се йылдарҙа сиркәүгә өлөшләтә реставрация үткәрелә. Хәҙер Михаил Архангел ҡорамының бинаһы административ бина булып тора[2].

XХ быуат башында сиркәүҙең ҡыңғырауҙар манараһы

XIII быуатта сиркәү дүрт бағаналы, бер апсидлы, квадрат формаһындағы ҡорам булған. Архитектураһы Новгородта өсөн типик булмаған, ул бары тик — Параскева Пятница сиркәүенә генә оҡшаңҡырап тора. Сиркәүҙең архитектураһы смоленск архитектураһын новогород архитектураһына яраҡлаштырылған формаһы. Сиркәүҙең стеналары плинфтан (күләме 25-28 × 17-21 × 4,5-6 см) һәм ҡабырсаҡтан төҙөлөп, аралары эзбизташ менән цемент ҡушылма иҙелмәһе менән һыланған, араларына бут таштары ҡыҫтырылған. XV быуатта сиркәү яңынан үҙгәртеп ҡоролғанда уның бағаналары, түбәһе, аркалары һәм көньяҡтағы ҡанаты, төньяҡ галереяһы яңынан төҙөлә. XVII быуатта ҡорам киңәйтелә, уның үҙәк өлөшө оҙонайтыла, ҡабырға апсидтары һәм ҡыңғырау манараһы төкәтеп эшлэнә. Хәҙерге ваҡытта бинала элекке заман төҙөлөшөнөң ҡалдыҡтары өлөшләтә һаҡланған[2]. Заманса бина — ике ҡатлы, планда тура мөйөшлө, өлөшләтә элекке декор эҙҙәрен һаҡлай.

  1. Постановление Администрации Новгородской области № 104 от 31.05.2002
  2. 2,0 2,1 Церковь Михаила Архангела на Прусской улице // Архитектурное наследие Великого Новгорода и Новгородской области / Мильчик М. И. (составитель). — СПб.: Спас, Лики России, 2008. — С. 173—174. — 656 с. — 2500 экз. — ISBN 978-5-903672-3-5.