Псков Кромы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Псков Кромы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Псков
Архитектура стиле Псковская архитектурная школа[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Вид в ночное время
Карта
 Псков Кромы Викимилектә

Псков Кром (Кремле)Псковтың тарихи-архитектура үҙәге, Псков ҡәлғәһенең төп өлөшө. Пскова йылғаһының Бөйөк йылғаға ҡойған урындағы бейек һәм тар моронда урынлашҡан. 3 гектар майҙанды биләй.

Ҡаласыҡтың морон өлөшөндә башланғыс ултыраҡ беренсе мең йыллыҡтың уртаһына ҡарай. X—XII быуаттарҙа бында тупраҡ, ә бәлки, таш нығытмалар һәм ағас Троицкий соборы булған. Псков республикаһы (XIVXVI быуат башы) осоронда Кремь үҙенең соборы, йыйылыу майҙаны һәм келәттәре менән псков еренең рухи, юридик һәм административ үҙәге булған

Кремль биләмәһе бейеклеге 6-8 м һәм ҡалынлығы 2,5 м алып 6,0 м тиклем (Кромдың алғы (көньяҡ) ағас ҡыйыҡ менән ҡапланған таш ҡәлғә диуарҙары менән уратып алынған. Кремлдең көнсығыш стенаһының оҙонлоғо — 435 м; көнбайыш стенаһы — 345. м. Көньяҡ стенаның оҙонлоғо 88 м тәшкил итә.

2013 йылда Псков Кромы (Кремле) "Рәсәй-10" медиаконкурсында еңеп, "Рәсәй символдары" унлығына инә.

Кромдың архитектура ансамбле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Довмонтов ҡала (VIII—XVII вв.);
  • «Перси» (Перша, йәки Довмонтов диуары) (Кромдың алғы диуары) (1337 (беренсе тапҡыр телгә алына), 1393—1424 йй. );
  • Кремлдең көнсығыш һәм көнбайыш диуарҙары (XIV—XV быуаттар, XVII быуат);
  • Захаб (захабень йәки охабень);
  • Троицкий соборы (1682—1699 йй.);
  • манара (XIX в.);
  • Приказный палаталары (1692—1695, 1701 йылдар);
  • дары баҙы;
  • сиркәү әһелдәре йорто;
  • ҡунаҡ йорто.

Кром һәм Довмонтов ҡала манаралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Власьевский манараһы;
  • Рыбницкий манараһы (Изге ҡапҡалар өҫтөндә манара);
  • Троицкий (Сәғәт) манараһы;
  • Уртаса манара (1416—1419 йй.);
  • Кутекром манараһы (Ҡыҙыл йәки Кутий усағы) (1399—1400 йй.);
  • Яҫы манара;
  • Довмонтов (Смердие) манараһы.

2010 йылдың 27 апрелендәге янғын ваҡытында Власьевский һәм Рыбницкий манараларының сатырҙары янып юҡҡа сыға[1]

Иллюстрациялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 3

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]