Эстәлеккә күсергә

Пушка һәйкәле (Таш кисеү (Каменный Брод)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Пушка һәйкәле
Ростов артиллерия училищеһы (РАУ) курсанттарына һәйкәл
Ил Рәсәй
Урыны Каменный Брод хуторы, Родионово-Несветайск районы, Ростов өлкәһе
Төҙөлгән ваҡыты 18 ноябрь, 1972 й.
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек
Тышҡы рәсемдәр
Памятник Пушка

Пушка һәйкәле — 1941 йылда һәләк булған Ростов артиллерия училищеһы (РАУ) курсанттарына һәйкәл. Ростов өлкәһенең Родионово-Несветайск районыныда, Таш кисеү ауылында урынлашҡан.

Пушка ЗИС-3

1941 йылдың ноябрендә немецтар Ростовҡа ынтыла. Уларҙың юлында Каменный Брод хуторы тора. Хуторҙы Бабичий ҡурғанында күптән түегл генә ойошторолған Бишенсе Коммунистик полк составына ингән Ростов Артиллерия училищеһы курсанттары отряды обороналай. Тап Каменный Брод алдында 1427 кешенән торған 3-сө йыйылма курсант полкының төп көстәре урынлаша.

17 ноябрь иртәһендә курсанттарға ҡаршы фашист танкылары һәм 14-се танк дивизияһының механизацияланған колонналары ташлана. Ҡаты һуғыш башлана. Тәүге һөжүмдә үк немецтар бер нисә танкыһын һәм тиҫтәләрсә һалдат һәм офицерын юғалта. Ҡурған улар өсөн дала ҡәлғәһе була. Ярты сәғәттән һуң гитлерсылар ҡабат һөжүм итә. Рота командиры капитан А. А. Смирнов һәләк була. Рота менән командалыҡ итеүҙе взвод командиры лейтенант И. Л. Сорока ҡабул итеп ала. Тиҙҙән ул да һәләк була, уны кесе политрук В. А. Байрученко алмаштыра, тиҙҙән ул да һәләк була. Оборонала киҫкен хәл килеп тыуғас уның, хәүефле участкаһына батальон комиссары М. А. Залкан килә һәм отряд менән командалыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Уның етәкселегендә алыш ҡараңғыға тиклем дауам итә.

Шул уҡ көндө Каменный Брод хуторынан немецтар киң фронт булып көнбыйышҡа, Ростовҡа табан хәрәкәт итә. Улар 317-се уҡсылар дивизияһын ер менән тигеҙләй, төш мәлендә Большие Салф ауылын ала һәм уларҙың бер өлөшө ҡабат Тузловоға әйләнеп ҡайта. Унда окоптарҙа Ҡыҙыл армияның бер нисә мең әсир совет һалдаты була. Немецтар әсирҙәре колоннаға теҙеп, Несветай ауылына ебәрә.

Икенсе көндө Кмаенный Брод ҡабат беҙҙең ғәскәрҙәр ҡулына күсә. Яу яланында һәләк булған курсанттар ята. Уларҙың күпселеге, шул иҫәптән комиссар Залкан да, танк сылбыры аҫтында ҡалып һәләк була. Оборонаны курсанттарҙың 78 кешенән торған ротаһы тота, уларҙың ни бары һигеҙе генә тере ҡала. Яугирҙар ҡурғанда туғандар ҡәберлегендә ерләнә. 21 ноябрҙә Көньяҡ фронт частарыТузловҡа килә һәм уның төньяғында позициялар биләй.

1960 йылда 72 курсанттың ҡалдыҡтары Каменный Брод хуторының үҙәк майҙанындағы туғандар ҡәберлегенә күсерелә. 1941 йылдың ноябрендә һуғыштар барған урында, Ростов училищеһының курсант-артиллеристары иҫтәлегенә 1972 йылда һәйкәл ҡуйыла.

ХХ быуаттың 90-сы йылдарында һәйкәл хулигандарҙан ныҡ зыян күрә, пушканың буяуы ҡуба һәм тут барлыҡҡа килә, иҫтәлекле табличкалар йолҡоп алына. 2000 йылда һәйкәл урындағы фермер Владимир Александрович тарафынан төҙөкләндерелә. 2009 йылда «Южархеология» коммерция булмаған партнерлыҡ һәйкәлде үҙ ҡарамағына ала. Иҫтәлекле таҡтаташ тергеҙеңлә, тирә-яҡ территория тәртипкә килтерелә, ағастар аллеяһы ултыртыла.

«Пушка» һәйкәле 41-се йылда Каменный Брод эргәһендә ҡаһармандарса алышҡан Ростов училищеһының курсант-артиллеристары иҫтәлегенә ҡуйыла. Ул ҡурған битләүендә, Каменный Брод хуторынан һәм Тузла йылғаһынан 2 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Һәйкәл 1972 йылдың 18 ноябрендә асыла һәм бейек кирбес пьедесталда урынлашҡан, көбәге ҡурған яғына йүнәлтелгән ЗИС — 3 пушкаһынан ғибәрәт. Уның алға өлөшөнә сәскәләр һалыу өсөн махсус урын эшләнгән. Ҡурған бейеклегенән тирә-яҡ яҡшы күренә. ЗИС — 3 (1942 йылғы өлгөлө 76 мм-лы дивизия пушкаһы) пушкаһы Ҡыҙыл армия яугирҙарының ҡаһарманлыҡ символы булып тора. Пьедесталдың алғы яғына аңлатмалы табличка беркетелгән.