Пушкин һәйкәле (Хабаровск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пушкин һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1990
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Хабаровск
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1949
Карта

Александр Сергеевич Пушкин һәйкәле Хабаровскиҙа (башта, 1949 йылдан алып 1990 йылға тиклем — бетон, 1990 йылда — реконструкцияланған, баҡырҙан күсермәһе эшләнгән) — 1950 йылда Хабаровск педагогия институтының скверында ҡуйылған. 1971 йылда һәйкәлдең постаментын алмаштыралар һәм скверға яҡын урынлаштыралар. Авторы билдәһеҙ[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, скульпторҙың авторы Бөйөк Ватан һуғышына тиклем мәскәү һынлы сәнғәт оҫтаханаларында эшләгән. Башҡа фараз буйынса һәйкәлдең авторы һәм башҡарыусыһы пединститут ятағын төҙөүсе япон хәрби әсире. Эштең нигеҙе булып скульптор Опекушиндың һәйкәле фотоһүрәте тора[2].

Башта монумент бетондан эшләнгән, бронза төҫөндәге буяуға буялған. Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса бөтә Рәсәй йәмғиәте Хабаровск крайы бүлексәһенең мөрәжәғәтенән һуң 1986 йылдың 1 авгусында һәйкәл реставрацияға мохтаж тигән ҡарар сығарыла[3].

Реставрацияға Комсомольсктағы Амурҙан скульпторҙар шағирҙың үлгәндән һуңғы битлеген һаҡлаусы Н. С. Ивлева һәм С.В. Николенко йәлеп ителә. Улар скульптураны яңынан төҙөйҙәр. Пьедесталға шағирҙың фигураһын Хабаровск скульптура цехы белгестәре урынлаштыра.

1990 йылдың 6 июнендә һәйкәл яңынан асыла.

Авторлыҡ версиялары[2][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баҡса-парк скульптураһы. Пушкин һәйкәленә бетондан 1935 йылдың яҙында Мәскәүҙә Хабаровск педагогия институтының беренсе директоры Василий Вишняков заказ бирә. 1936—1937 йылдарҙа һәйкәл конструктор кеүек, өлөштәрҙә Хабаровскҡа йәшниктәрҙә килә. Ректор алмашыныуы, һуғыш башланыуы, уҡыу йорто төҙөлөшөнөң һуҙылыу арҡаһында һәйкәл тураһында оноталар. 1949 йылда, склад биналарын таҙалаған ваҡытта Пушкин скульптураһы менән йәшниктәрҙе табалар.
  • 30-сы йылдарҙағы билдәһеҙ авторҙың скульптураһы. СССР Сәнғәт академияһының монументаль сәнғәт секторы 1986 йылда был эште 1930 йылдарҙағы совет скульпторының профессиональ эше тип таба.
  • Опекушиндың тәүге варианты күсермәһе. 1872, 1875 йылдарҙа Рәсәйҙә Пушкин һәйкәленә конкурстар иғлан ителә, беренсе осраҡта 15 проект ҡарала, икенсеһендә 19 проект тәҡдим ителә. Конкурстарҙа башҡарыусыларҙың исемдәре аталмай. Опекушиндың Пушкины 1880 йылдың 6 июнендә Мәскәүҙә ҡуйыла, ә автор-скульптор 1923 йылға тиклем генә йәшәй. Үҙенең гипс эштәренең күсермәһен Опекушин совет оҫталарына ҡалдыра. Опекушиндың конкурс моделенең бер варианты күсермәһенән Советтар Союзында әллә күпме күсермә эшләйҙәр, уларҙы 1936 йылда бөтә ил буйлап өлөштәр менән конструктор һымаҡ тараталар. Пушкиндың китап тотоп торған өс оҡшаш һәйкәле бар. 1936—37 йылдарҙа Махачкала[4] һәм Калинин (Тверь) ҡалаһында ҡуялар[5]. 1937 йылда һәйкәлде деталдәрҙә Хабаровскиға алып киләләр, 1950 йылда һәйкәлде ҡуялар.
  • Япон хәрби әсире —скульпторы —Токио нәфис сәнғәт мәктәбе сығарылышы уҡыусыһының һәйкәле. Был Хабаровск скульпторы Владимир Бабуровтың версияһы, ул 1971 йылда Хабаровск педагогия институтының художество-график факультеты студенттары А.И. Ванаков, А.И. Вилков һәм О.В. Кабиндың диплом эштәре етәксеһе була.

Бабуров һүҙҙәре буйынса, тергеҙеү эштәре ваҡытында бер эшсе килеп, һәйкәлде япон хәрби әсире эшләгәнлеге тураһында тасуирлап һөйләй. Япон скульптураны Пушкиндың «Огонёк» журналында баҫылып сыҡҡан фотоһүрәте буйынса әүәләй. Шуға күрә был, йәнәһе, Опекушин һәйкәленең моделе, тигән фараз тыуа. Хабаровскта 40-сы йылдар аҙағында педагогия институтының дөйөм ятағын төҙөүҙә ысынлап та япон хәрби әсирҙәре эшләй.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Наш Пушкин. Президиум Хабаровского краевого Совета общества охраны памятников истории и культуры. Хабаровск, 1999 г. — 16 с.
  • Наш Пушкин. Воспоминания Антонины Константиновны Дмитриевой. / Данные ДВГНБ.
  • Знаменательные и памятные даты Хабаровского края. Календарный указатель 2014 г. Хабаровск, ДВГНБ, 2013.
  • Пушкин и Дальний Восток. // ДВ ученый, № 6 (1328), 28 марта 2007 г.
  • На фоне Пушкина пусть снимется семейство. // ТОЗ, 10 июня 1998 г.
  • Наш Пушкин. Очерк. Садовая Т. П. (Записано со слов В. Ф. Бабурова). / Музей ДВГГУ. — Хабаровск, 2014 г.
  • Выписка из протокола заседания Сектора монументального искусства научно-исследовательского института теории и истории изобразительных искусств Ордена Ленина Академии Художеств СССР от 1 августа 1986 г.
  • Вилков А. И. «Дела давно минувших дней …». История одного памятника. // Юный художник, № 6, 2011 г.
  • Кто сделал нам Пушкина? Рассказ о создании памятника Александру Сергеевичу Пушкину в Хабаровске. // Молодой дальневосточник, № 22, 1-8 июня 2011 г.
  • Вилков А.И. на сайте Российской академии художеств
  • К. А. Пронякин. Японо-Пушкин. Известный памятник русского классика в Хабаровске сделал военнопленный японец?/ «Дебри-ДВ», 27.05.2014 г.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Наш Пушкин. Президиум Хабаровского краевого Совета общества охраны памятников истории и культуры. Хабаровск, 1999 г. — 16 с. Здесь, и далее.
  2. 2,0 2,1 Японо-Пушкин << Наука, История, Образование, СМИ | Дебри-ДВ. debri-dv.com. Дата обращения: 8 июнь 2017.
  3. Наш Пушкин. Президиум Хабаровского краевого Совета общества охраны памятников истории и культуры. Хабаровск, 1999 г. — 16 с.
  4. Аналогичная копия Пушкину до сих пор стоит в Махачкале (во дворе Музея-заповедника — этнографического комплекса «Дагестанский аул», на проспекте Гамзатова, 12-б, бывшая ул. Ленина, где ранее располагалась Республиканская юношеская библиотека им. А. С. Пушкина), то точной даты у памятника нет, как не известен и скульптор. Предположительно, его изготовили в 1936 году.
  5. Такой же бетонный памятник появился в Твери (тогда Калинин). Памятник в полный рост установили возле бывшей кирхи (лютеранской церкви), а площадь получила название Пушкинской. В 1942-м монумент был разрушен, но уже в 1949-м году его восстановили. В 1960-х, на месте кирхи, был выстроен обком КПСС, и памятник, как мешавший строительству, разбили. Тогда же площадь утратила название Пушкинской. Скульптор калининского Пушкина тоже остался неизвестным.