Эстәлеккә күсергә

Пепеляев Пётр Кузьмич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пётр Пепеляев битенән йүнәлтелде)
Пепеляев Пётр Кузьмич
Файл:Pepeljaev PrtrKuzmich.jpg
Тыуған ваҡыты

14 июнь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе [1] Торналы ауылы

Үлгән ваҡыты

6 октябрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (35 йәш)

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1945

Хәрби звание
Сержант
Сержант
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены

Пепеляев Пётр Кузьмич (14 июнь 1920 йыл — 6 октябрь 1955 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, Дан орденының тулы кавалеры.

Пётр Кузьмич Пепеляев 1920 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ы Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе [1] Торналы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, рус. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 7 класс тамамлай. Колхозда тракторсы булып эшләй.

1940 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың июленән. 3-сө гвардия кавалерия корпусы 5-се гвардия кавалерия дивизияһы 178-се гвардия артиллерия-миномёт полкының өлкән разведчигы булараҡ, Сталинград өсөн алышта, Донбассты азат итеүҙә ҡатнаша. Дошмандың тиҫтәләгән ут нөктәһен баҫтыра. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана.

1946 йылда гвардия старшинаһы Пепеляев П. К. демобилизациялана. Тыуған ауылына ҡайтып, Мөрсәлим тимер юл станцияһында эшләй, һуңынан колхозда шофер була. Башҡортостандың Салауат районындағы Ҡалмаҡол ауылында йәшәй.

1955 йылдың 6 октябрендә фәжиғәле һәләк була[2].

178-се гвардия артиллерия-миномёт полкының (5-се гвардия кавалерия дивизияһы, 3-сө гвардия кавалерия корпусы, 1-се Балтик буйы фронты) өлкән разведчигы Пепеляев Петр 1943 йылдың 22 декабрендә Белоруссияның Витебск өлкәһе Городок ҡалаһынан 20 километрҙараҡ көньяҡ-көнбайышта эскадрондың хәрби порядогында эш итеп, дошман батареяһын асыҡлай һәм үҙ орудиеларының утын төҙәтеп, уны юҡ итә. Разведкала немецтарҙың ьупланған урынын күрә һәм командованиеға хәбәр итә. Дошман төркөмө совет артиллерия утына тотола, өлөшләтә тарҡатыла һәм юҡ ителә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы, «немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн» гвардия сержанты Пепеляев Петр Кузьмич 3-сө дәрәжә Дан ордены менән наградлана (№ 61278).

1944 йылдың 4 июлендә178-се гвардия артиллерия-миномёт полкының (5-се гвардия кавалерия дивизияһы, 3-сө гвардия кавалерия корпусы, 3-сө Белорус фронты) өлкән разведчигы гвардия сержанты Пепеляев П. К. Белоруссияның Минск өлкәһе Молодечненское районының Красное ауылы эргәһендә яралана, ләкин утты төҙәтеүен дауам итә.

1944 йылдың 10 авгусында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн» гвардия сержанты Пепеляев Петр Кузьмич 2-се дәрәжә Дан ордены менән наградлана (№ 2988).

1945 йылдың 27 ғинуарында гвардия сержанты Петр Пепеляев, 2-се Белорус фронты составында, Алленштайн (хәҙер Олыптын, Польша) ҡалаһынан 10 километр төньяҡтараҡ урынлашҡан Гросс-Дамерау тораҡ пункты өсөн барған һуғыштарҙа дошман батареяһын һәм пулемёт нөктәһен баҫтырыуға булышлыҡ итә. 1945 йылдың 29 ғинуарында Вормдитт (хәҙерге Орнет, Польша) 10 километр көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан Гудник тораҡ пункты өсөн алышта гвардия сержанты Пеепляевтың сәпте күрһәтеүе буйынса артиллерия уты менән дошмандың боеприпастар тейәлгән ике автомашинаһы һәм һалдаттары бҡ ителә. 1945 йылдың 30 ғинуарында Вормдитт ҡалаһынан 13 километр көньяҡ-көнбайыштараҡ ҡурҡыу белмәҫ артиллерия разведчигы ҡаты яралана, әммә сафта ҡала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указына ярашлы, «немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн» гвардия сержанты Пепеляев Петр Кузьмич 1-се дәрәжә Дан ордены менән наградланып (№ 884), Дан орденының тулы кавалеры була.

  • Өс дәрәжә Дан ордены.
  • "Батырлыҡ өсөн" миҙалы.
  1. Несокрушимые. Уфа, 1985.
  2. Славные сыны Башкирии. Уфа.
  3. Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. -576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.