Пөркөлт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пөркөлт
Рәсем
Ил Flag of Hungary.svg Венгрия
Commons-logo.svg Пөркөлт Викимилектә

Пөркөлт (мадьярса  pörkölt) — итте быҡтырып бешереүҙең венгрса бер ысулы. Паприкаштан айырмалы уны әҙерләгәндә ҡаймаҡ ҡулланмайҙар. Һөйәгенән айырып алынған итте (һыйыр, сусҡа, һарыҡ, тауыҡ,бауыр ҡайһы бер саҡта оло ҡарын) бер аҙ ҡыҙҙырып алырға, шунан татлы паприка, ҡыҙҙырылған һуған, сусҡа майы (сало) менән быҡтырыла, ҡайһы ваҡытта һарымһаҡ һәм йәшел борос та өҫтәйҙәр. Ни тиклем ит һалынһа, шул тиклем һыу өҫтәлә. Пөркөлт янына картуф та бирәләр; ҡайһы ваҡыт был ризыҡты әҙерләгәндә үк картуф өҫтәп ебәрәләр. Пөркөлткә күп ваҡыт тархоня ла өҫтәйҙәр.

Пөркөлтте әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һыйыр итенән әҙерләнгән пөркөлт

Пөркөлтте әҙерләү рецебы:

600—700 г һыйыр ите

1-2 эре башлы һуған

50 г май (иретелгән сусҡа майы)

1 татлы борос

5-6 тырнаҡ һарымһаҡ

2-3 шт.үҙ һутындағы томат, йәки яңы өлгөргән помидор

1 аш ҡалағы тмин

1-2 лавр япрағы

тоҙ (0,5 аш ҡалағы)

төйөлгән ҡара борос - бал ҡалағының 1/4, йәки тәменә ҡарап

1 аш ҡалағы паприка

Пөркөлттө икмәк йәки картуф менән ашарға була. Йыш ҡына уны ыумас менән бирәләр. Ыумас әҙерләү өсөн ярты килограмм онға ике-өс йомортҡа һытып, бер аҙ тоҙ өҫтәргә: яҡшылап болғатырға, 200 мл тирәһе йылы һыу өҫтәргә, ҡамыр ҡаймаҡ кеүегерәк ҡуйылыҡта булырға тейеш. Шунан тәрилкәгә һалып, бысаҡ менән бәләкәй генә киҫәктәр алып, ҡайнап торған һыуға һалып барырға. Ыумас киҫәктәре бешеп сыҡҡас, өҫкә ҡалҡа. Уларҙы һөҙөп алып, тәрилкәләргә һалырға, пөркөлт ыумас өҫтәнә һалына[1].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Наталья Шинкарёва, Надежда Бондаренко Пёркёльт // Кулинарная энциклопедия / Ольга Ивенская — Litres, 2017. — Т. 28.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]