Раббыны ҡаршылау сиркәүе (Вытегра)
Раббыны ҡаршылау сиркәүе | |
Нигеҙләү датаһы | 1869 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Вытегра[d] |
Архитектура стиле | русско-византийский стиль[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Cultural heritage monuments in Vytegra[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | Ленинградский тракт (Красная горка), Советская улица, 1а, 1в |
Раббыны ҡаршылау сиркәүе (Вытегра) Викимилектә |
төбәк архитектураһы ҡомартҡыһы
Раббыны ҡаршылау сиркәүе — православие ҡорамы, Вологда өлкәһенең Вытегра ҡалаһындағы иң бейек урында- Ҡыҙыл тауҙа — урынлашҡан. Раббыны ҡаршылау сиркәүе төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.
Ҡорам тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Раббыны ҡаршылау ғибәҙәтханаһы Вытегра ҡалаһында xviii быуат аҙағында — xix быуат башында нигеҙләнгән һәм ҡоролған, хәҙерге көндә 1873 йылда төҙөлгән шул уҡ исемдәге ҡорам торған урында урынлашҡан булған. Иң беренсе ҡоролма 1801 йылда туҙғанлыҡтан һүтеп алына. Гибәҙәтхананың гранит нигеҙе, 1869 йылда, Санкт-Петербург епархияһы викарийы преосвященный Палладий тарафынан һалына башлаған. Ғибәҙәтхананы дүрт йыл дауамында төҙөгәндәр. Ғибәҙәтхананы асыу һәм уның ҡабырға ҡанатын изге Павел хөрмәтенә изгеләндереү 1873 йылдың 20 декабрендә үткәрелә һәм был тантана ҡаланың 100 йыллыҡ юбилейына тап килтерелеп үткәрелә[2].
Сиркәүҙең үҙәк миһрабы Раббыны ҡаршылау хөрмәтенә бары тик 1875 йылда ғына изгеләндерелә. Һулдан һәм уңдан уның ике ҡабырға ҡанаттары урынлашҡан — Изге Божья Матерь һәм изге Прусиадский Павел хөрмәтенә[3] төҙөлгән.
Сиркәү төҙөү өсөн аҡсаның күп өлөшөн урындағы сауҙагәрҙәр Павел Рулев индергән, ул 1821 йылда вафат булған. Байтаҡ аҡсаны билдәле Вытегра сауҙагәрҙәре А. П. Игнатьев иғәнә итеп биргән.
Сиркәү Совет власы осоронда тулыһынса бөлгөнлөккәтөшөрөлә, ҡыңғырауҙары һәм ҡыйыҡтағы тәреләре ергә ауҙарып төшөрөлә һәм юғала. 1926 йылдан алып ҡорамды Вытегра тыуған яҡты өйрәнеү музейы файҙалана. Бында музей экспонаттары һаҡланған һәм экспозициялар ҡуйылған[4].
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөлөштөң өс ишегеб ар: көнбайыш, төньяҡ һәм көньяҡ. Көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан сиркәү манараһы сатырлы. Ғибәҙәтхананың проектын Олонец губернаһының архитекторы А. С. Четвертухин башҡарған. Биш 8иге7 һырлы барабан, елкәнле түшәм һәм уларҙы тартып торған аркалар бинаның массив диуарҙарына һәм дүрт тәре һымаҡ бағаналарына таянып торалар. Һуған башы һымаҡ һигеҙ ҡырлы баштары барабан өҫтөнә ҡуйылған. Дүрткел формалы абсида ике яҡлы фронтонлы итеп төҙөлгән. Бинаның тәҙрәләре арка формалы, уларға күләмле биҙәкле, ослайып тамамланған ҡашағалар ҡуйылған. Ҡайһы бер тәҙрәләре өҙөлгән фронтон кеүек сандриклы. Бейек ҡыңғырауҙар манараһы шпиль менән тамамланған[2].
Бөгөн ҡорам
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылдан башлап ҡорам биналарының өлөштәре православие мәхәлләһенә тапшырыла башлай. Тәүҙә төп михраб һәм ҡабырға ҡанатттары урындағы мәхәлләгә бушлай тапшырыла. 2004 йылда, ҡорам көмбәҙҙәренә тәреләр ҡуйылғас, реставрация эштәре башлана. 2009 йылда урындағы хакимиәт ҡорамдың күпселек майҙанын епархияға тапшыра. Ергә һәм ҡорамға бөтә тейешле документтар 2013 йылда әҙерләнеп бөтә. 2013 йылдың авгусында ремонт-тергеҙеү эштәре башланып китә[5].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Губернатора Вологодской области № 101 от 15.02.1999
- ↑ 2,0 2,1 храм Сретения Господня, г.Вытегра | наш приходской сайт . Дата обращения: 13 ноябрь 2020.
- ↑ Церковь Сретения Господня - Вытегра, Вологодская область - на карте . Дата обращения: 13 ноябрь 2020.
- ↑ Сретенская церковь - Церковь Сретения Господня в Вытегре, Вытегра . Дата обращения: 13 ноябрь 2020.(недоступная ссылка)
- ↑ Сретенская церковь в Вытегре . Дата обращения: 13 ноябрь 2020. 2020 йыл 13 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Терехова В. Главный храм Вытегры 20 декабря отметит юбилей / В. Терехова // Красное знамя. — Вытегра, 2008. — 11 декабря. — С. 2.