Эстәлеккә күсергә

Рали Добсон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рали Добсон
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Австралия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Австралия
Тыуған көнө 21 апрель 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (32 йәш)
Тыуған урыны Австралия
Һөнәр төрө футболсы
Командалағы уйын позицияһы нападающий[d]
Спорт командаһы ағзаһы Newcastle Jets FC W-League[d], Newcastle Jets FC W-League[d] һәм Newcastle Jets FC W-League[d]
Спорт төрө футбол[2]
Номер игрока 10
Бейеклеге/буйы 1,65 ± 0,001 метр[2]

Рали Добсон (ингл. Rhali Dobson, тыуған 21 апрель 1992 йыл) — һөжүм итеүсе позицияһында сығыш яһаусы Австралия футболсыһы.

Рали футболда 5 йәштән үҙенең тыуған Вохоуп[en] ҡалаһында урындағы команда өсөн уйнай башлай[3][4]. Унда ҡатын-ҡыҙҙар У-Лигаһында «Ньюкасл Джетс» составында клуб ойошторолған ғына ваҡытта 2008 йылда беренсе тапҡыр уйнай[5].

2012 йылда Добсон Төньяҡ Яңы көньяҡ Уэльс чемпионатында «Мэриуэзер Юнайтед[en]» клубы өсөн сығыш яһай[6][7]. Артабан «Джетс» составына әйләнеп ҡайта, әммә «Адамстаун Роузбад[en]» һәм «Мэриузер Юнайтед» клубына ҡуртымға китә (2017 йылда һуңғыһы өсөн уйнай)[8]. 24 сентябрҙә Австралияның эшләп килгән чемпионадр командаһы «Мельбурн Сити[en]» клубына күсә[9].

2021 йылдың 25 мартында ул үҙ карьераһында һуңғы тапҡыр — «Перт Глори[en]» клубына ҡаршы үҙ клубы уйынында уйнай, 2:1 гол иҫәбе менән үҙ клубына еңеү килтерә[10]

Йыйылма командала карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Добсон Австралия йыйылма командаһы өсөн 2007 йылда өс уйында, шул иҫәптән Австралия үҫмерҙәр олимпия фестивалендә һәм 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Азия чемпионатында ҡатнаша[11]. Австралия командаһында беренсе һәм һуңғы уйынын 2014 йылдың 6 апрелендә Брисбенда Бразилияға ҡаршы уҙғара (еңелеүе 0:1)[12][13].

Һөнәре буйынса терапевт була[14]. Уның ике туған һеңлеһе футболсы Трэйси Макговерн[en][15].

Рали Добсон үҙ карьераһын тамамлауы тураһында 2021 йылдың 25 мартында баш мейеһендә шеш булыуы асыҡланған егете Мэтт менән йәрәшеү көнөндә иғлан итә. Мэтт уға Рали хушлашҡандан һуң тәҡдим яһай: ҡыҙ киләсәктә үҙ ваҡытын күберәк иренә бағышларға ҡарар итә[16][17].

  1. Soccerway (билдәһеҙ)
  2. 2,0 2,1 Soccerdonna (нем.) — 2010.
  3. Anita Antunovich.On the Bench with Rhali Dobson. Northern NSW Football(9 декабря 2016).Дата обращения: 5 марта 2017.
  4. Wauchope's Rhali Dobson says a shift into right half with the Newcastle Jets has improved her reading of games in the W-League (инг.) // Hastings Gazette. — 2011.
  5. Craig Kerry.Dobson step closer to Matildas call-up. The Newcastle Heral(21 февраля 2014).Дата обращения: 5 марта 2017.
  6. Craig Kerry Merewether looking to move on (инг.) // The Newcastle Herald. — 2013.
  7. Craig Kerry Merewether ready for old mate (инг.) // The Newcastle Herald. — 2013.
  8. Renee Valentine.Jets add boost as WPL prepares to launch (англ.). The Star (27 February 2017).Дата обращения: 5 марта 2017.
  9. Melbourne City FC signs talented trio ahead of W-League title defence. ЖФК «Мельбурн Сити[en]» (24 сентября 2017).
  10. Melbourne City's Rhali Dobson gets engaged on the pitch after retiring to support ill partner (ингл.). BBC Sport (25 март 2021).
  11. Thomas Esamie. Under 17 Internationals for 2007 (англ.). OzFootball.net. Дата обращения: 28 марта 2021.
  12. Craig Kerry. Rhali Dobson still buzzing after Matildas' debut win. The Newcastle Herald. Дата обращения: 5 март 2017. 2017 йыл 5 март архивланған.
  13. Thomas Esamie. Matildas Internationals for 2015 (ингл.). OzFootball. Дата обращения: 5 март 2017. 2019 йыл 25 май архивланған.
  14. David Davutovic, Matt Windley. Female footballers will be forced to quit sport if pay does not improve in W-League, survey reveals. Herald Sun. Дата обращения: 5 март 2017.
  15. W-League Player of the Week: Rhali Dobson. Федерация футбола Австралии. Дата обращения: 5 март 2017.
  16. Голливудская история из Австралии: футболистка завершила карьеру ради парня, у которого рак. Он сделал ей предложение после матча
  17. Девушка бросила футбол ради парня. Они хотят победить смертельную болезнь