Рамирес Серхио
Рамирес Серхио | |
исп. Sergio Ramírez Mercado | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Никарагуа |
Вторая фамилия в испанском имени | Mercado[d] |
Тыуған көнө | 5 август 1942[1][2][3][…] (82 йәш) |
Тыуған урыны | Масатепе[d], Масая[d], Никарагуа |
Туған тел | Испан теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист, адвокат, сәйәсмән |
Эшмәкәрлек төрө | литература Никарагуа[d][4], эссе[d][4], Сәйәсәт[4] һәм журналистика[4] |
Эш урыны | Свободный университет Берлина[d] |
Биләгән вазифаһы | вице-президент Никарагуа[d] һәм депутат Национальной ассамблеи Никарагуа[d] |
Уҡыу йорто | Национальный автономный университет Никарагуа[d] |
Ойошма ағзаһы | Никарагуанская академия языка[d] |
Жанр | проза |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт |
sergioramirez.com centroamericacuenta.com |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 64 544 |
Рамирес Серхио Викимилектә |
Серхио Рамирес Меркадо (исп. Sergio Ramírez Mercado; 5 август 1942 йыл, Масатепе) — Никарагуа яҙыусыһы һәм революционеры, СФНО (Милли азатлыҡтың Сандино фронты) ағзаһы. Сандино революцияһының еңеүенән һуң — Милли яңырыуҙың хөкүмәт хунтаһы координаторы (1980—1981), 1985—1990 йылдарҙа вице-президент.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамирес Серхио ваҡ ҡәһүә плантаторы, бер ваҡыт ҡала мэры һәм мәктәп директоры ғаиләһендә тыуған.
1959 йылда Леон Автономиялы милли университеттың юридик факультетына уҡырға инә. 1960 йылда «Ventana» журналын ойоштора һәм шул уҡ исемле әҙәби хәрәкәтте етәкләй. Студент сағында уҡ Сомосаның ғаилә диктатураһына ҡаршы сығыштарҙа ҡатнаша башлай.
1964 йылда уҡыуын тамамлай, доктор дәрәжәһе ала һәм иң яҡшы сығарылыш студенты булараҡ алтын миҙалға лайыҡ була.
1964—1973 йылдарҙа Коста-Рикала, 1973—75 йылдарҙа Берлинда йәшәй. Ике тапҡыр (1976 һәм 1968 йыл) Коста-Рикала урынлашҡан Үҙәк Америка университеттары конфедерацияһының генераль секретары (CSUCA) итеп һайлана. 1968 йылда Үҙәк Америка университетың нәшриәтенә (EDUCA) нигеҙ һала. 1975 йылдан Сандино милли азат итеү фронты ағзаһы (СФНО).
1977 йылда Сомоса режимы менән күрәшеүсе СФНО-ға ярҙам итеп, интеллектуалдар, эшҡыуарҙар, руханиҙар һәм граждан лидерҙарының «Ун ике төркөмөн» етәкләй.
Сандино революцияһының еңеүенән һуң илдә хакимлыҡ иткән Милли яңырыуҙың хөкүмәт хунтаһының ағзаһы итеп тәғәйенләнә. 1981 йылда мәғариф мәсьәләләре буйынса Милли совет рәйесе итеп тәғәйенләнә, шул уҡ ваҡытта «Яңы Никарагуа» нәшриәтенә нигеҙ һала.
1984 йылда президент һайлауҙары ваҡытында Д.Ортеге янында Никарагуаның вице-президенты итеп һайлана. Д. (66,97 % тауыш йыялар). 1990 йылда Д. Ортеге менән яңынан пар тәшкил итә, әммә СФНО 40,8 % йыйып, еңелә. 1990—1995 йылдарҙа Милли йыйылышта сандинолылар фракицяһын етәкләй. 1991 йылда СФНО Милли Етәкселеге ағзаһы итеп һайлана.
1987 йылда уға демократик биреү өсөн конституция реформаларының әүҙем яҡлыһы була (реформа 1995 йылда тормошҡа ашырыла).
1995 йылдың 21 майында СФНО етәкселеге, шул иҫәптән Д. Ортега менән килешмәүсәнлек арҡаһында айырым һул Сандино яңы хәрәкәте партияһын ойоштора (Movimiento Renovador Sandinista, MRS) (Уның менән бергә партияға Дора Мария Тельес һәм Луис Каррион Крус кеүек СФНО-ның күренекеле эшмәкәрҙәре инә).
1996 йылда Сандино яңырыу хәрәкәте партияһынан президент һайлауҙарында кандидат була, 7665 тауыш йыйып, 6-сы урынды ала (0,44 %).
1996 йылда сәйәсәттән китә һәм яҙыусы эшмәкәрлегенә ҡайта. Төп испан һәм латин америка баҫмаларының колумнисы. 1999—2001 йылдарҙа Мэриленд университетында (АҠШ) әҙәбиәт уҡыта
2018 йылдың ноябрь айында Испания гражданлығын ҡабул итә[5].
Әҙәбиәтсе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Серхио Рамирестың әҙәби ижады Латин Америкаһы ысынбарлығына арналған, уның үҙәк темаһы — көс ҡулланыу сәйәси маҡсаттарға өлгәшеү өсөн мөмкин сара: «Хикәйәләр» («Cuentos», 1963), «Блестящее время» («Tiempo de fulgor», 1970), «Ты испугался крови?» («¿Te dio miedo la sangre?», 1977), «Божественное наказание» («Castigo Divino», 1988), «Для меня плачет небо» («El cielo llora por mí», 2008 романдары һ. б. Уның реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән прозаһы нескә психологизм һәм публицистикалыҡ менән һуғарылған.
Уның беренсе хикәйәһе 1960 йылда, беренсе китабы (хикәйәләр йыйынтығы) — 1963 йылда, беренсе романы «Маргарита, как красивое море» (Margarita, está linda la mar) 1970 йылда баҫылып сыға. 1998 йылдарҙа уның ижады халыҡ-ара танылыу ала: шул уҡ романы өсөн испан телле әҫәрҙәрҙе бүләкләгән «Alfaguara» нәшриәтенең премияһын ала.
1999 —2000 йылдарҙа һәм 2001 йылда Мэриленд университетында профессор булып эшләй. Никарагуа, Колумбия, Испания, Мексика, Венесуэла һәм АҠШ-тың төрлө баҫмаларында әҙәби күҙәтеүсе булып тора. Үҙәк Америка электрон Carátula журналын еткәләй.
Уның бер нисә китабы («Первый дождь», «Божья кара» (ISBN 978-5-280-02907-1), «Ты боишься крови?») урыҫ телендә баҫылып сыҡҡан.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылға 9 әҙәби премияға эйә була. Уның китаптары 17 телгә тәржемә ителгән.
Халыҡ-ара әҙәби бүләктәре:
- Пабло Неруданың президент миҙалы (Чили)
- Бруно Крайский премияһы (Австрия, 1988 йыл)
- «Alfaguara» нәшриәте премияһы
- Испан телендә иң яҡшы әҙәби әҫәр өсөн Карлос Фуэнтестың Халыҡ-ара премияһы
- Америка Йорттары Премияһы
- Хосе Доносо премияһы
6 университеттың почётлы профессоры һәм докторы.
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ya nadie llora por mí Novela. Alfaguara, Madrid, octubre 2017
- Antología Personal 50 años de cuentos (1963—2013), Océano, México, noviembre 2017
- A la mesa con Rubén Darío Editorial Trilce, Ciudad de México, 2016
- Lección de participación social (Ventura y aventura de leer) El elogio de la educación. Consejo de mentes brillantes. Sindicato Nacional de Trabajadores de la Educación (SNTE), Ciudad de México, 2015
- Sara Novela Alfaguara, Madrid, 2015
- Lo que sabe el paladar (Diccionario de los alimentos de Nicaragua), Editorial Hispamer, Managua, 2014
- Juan de Juanes (Óleo sobre tabla). Crónicas literarias. Alfaguara, México, 2014
- Cuentos Completos Fondo de Cultura Económica, Colección Tierra Firme. México, 2013
- Flores oscuras (cuentos). Alfaguara, Madrid, 2013
- La jirafa embarazada (cuento infantil). Ilustrado por Vicky Ramos. Fundación Libros para Niños, Managua, 2013
- Las alas de la gloria (cuento). Edición conmemorativa de los setenta años del autor. Ilustrada por Agustín Esteban Escalante. Del Centro Ediciones, Madrid, 2012
- La manzana de oro (ensayos sobre literatura). La crítica practicante. Iberoamericana Vervuert, Madrid, 2012
- La viu da Carlota y otros cuentos. Editorial Amerrisque, Managua, 2012
- Por qué cantan los pájaros y otros cuentos (Antología Personal). Edición Conmemorativa del Premio José Donoso. Editorial Universitaria de la Universidad de Talca. Santiago de Chile, 2012
- Historias para ser contadas. Artículos de prensa reunidos. Editorial Universitaria de la Universidad de Nuevo León. Monterrey, México, 2012
- Puertos Abiertos. Antología del Cuento Centroamericano (prólogo, selección y notas). Fondo de Cultura Económica (FCE), México, 2011
- Puertas Abiertas. Antología de la Poesía Centroamericana (prólogo, selección y notas). Fondo de Cultura Económica (FCE), México, 2011
- La Fugitiva (Novela). Premio del Festival Bleu Metropole, Montreal, 2013. Alfaguara, Madrid, 2011
- Perdón y olvido. (Antología de cuentos). Ediciones Leteo, Managua, 2009
- El cielo llora por mí (Novela). Alfaguara, México, 2008
- Antología Personal. (Prólogo de Edgardo Rodríguez Juliá). Editorial de la Universidad de Puerto Rico, San Juan, 2008
- Juego Perfecto (Cuentos). Editorial Piedrasanta, Guatemala, 2008
- Cuando todos hablamos. (Cuadernos de blogs en el Boomeran(g)). Alfaguara, Madrid, 2008
- Tambor Olvidado (Ensayos). Aguilar, San José, 2007
- El Reino Animal (Cuentos). Alfaguara, Madrid, 2007
- Señor de los tristes (Ensayos literarios). Editorial de la Universidad de Puerto Rico, San Juan, 2006
- El Perro Invisible (Cuento infantil). Con ilustraciones de Christa Unzner — Koebel. Fundación Libros para Niños, Managua, 2006
- Mil y una muertes (Novela). Alfaguara, Madrid, 2005
- El viejo arte de mentir (sobre la creación literaria). Fondo de Cultura Económica (FCE), México, 2004
- Sombras nada más (Novela). Alfaguara, Madrid, 2002
- Catalina y Catalina (Cuentos) Alfaguara, México, Madrid, 2001
- Mentiras verdaderas (sobre la creación literaria). Colección Textos de escritor. Alfaguara, México, Madrid, 2001
- Adiós Muchachos. (Memoria de la revolución sandinista). Aguilar, México, 1999
- Margarita, está linda la mar (Novela). Premio Internacional Alfaguara 1998, Premio José María Arguedas 2000. Alfaguara, Madrid, 1998
- Cuentos Completos (Cuentos). Prólogo de Mario Benedetti. Alfaguara, México, 1997
- Un baile de máscaras (Novela). Premio Laure Bataillon 1998, Francia. Alfaguara, México, 1995
- Oficios Compartidos (Ensayos). Siglo XXI Editores, México, 1994
- Cuentos. Difusión Cultural de la Universidad Nacional Autónoma de México, México, 1994
- Clave de Sol (Cuentos). Cal y Arena, México, 1992
- Confesión de Amor (Testimonio). Talasa, Madrid, 1992
- La marca del Zorro (Testimonio). Mondadori, Madrid, 1989
- Castigo Divino (Novela). Premio Dashiel Hammett, 1990, Independent Press Award, 2017, Mondadori, Madrid, 1988
- Las armas del futuro (Ensayos). Editorial Nueva Nicaragua, Managua 1987
- Balcanes y Volcanes (Ensayos). Editorial Nueva América, Buenos Aires, 1985
- Estás en Nicaragua (Testimonio). Muchnik Editores, Barcelona, 1985
- Seguimos de frente (Ensayos). Ediciones Centauro, Caracas, 1985
- El alba de oro (Ensayos). Siglo XXI Editores, México, 1983
- ¿Te dio miedo la sangre? (Novela). Monte Ávila, Caracas, 1977. (Publicada por Carlos Barral en la colección Bibliotheca del Fenice, Argos Vergara, Barcelona, 1979)
- Hombre del Caribe (Testimonio). Editorial Universitaria Centroamericana (EDUCA), San José, Costa Rica, 1977
- Charles Atlas también muere (Cuentos). Joaquín Mortiz, México, 1976
- El cuento nicaragüense (Antología). Ediciones El Pez y la Serpiente, Managua. 1976
- El pensamiento vivo de Sandino. (Introducción, recopilación y notas). Editorial Universitaria Centroamericana (EDUCA), San José, Costa Rica, 1975. Incorporado en la colección Ayacucho, (Caracas, 1982)
- El cuento centroamericano (Antología). Editorial Universitaria Centroamericana (EDUCA), San José, Costa Rica, 1973
- De Tropeles y Tropelías (Cuentos). Premio Imagen, 1971. Editorial Universitaria, San Salvador, 1973
- Mariano Fiallos (Biografía). Editorial Universitaria, León, Nicaragua, 1972
- Tiempo de Fulgor (Novela). Editorial Universitaria, Guatemala, 1970
- Nuevos Cuentos (Cuentos). Editorial Universitaria, León, Nicaragua, 1969
- Mis días con el rector (Testimonio). Editorial Universitaria, León, Nicaragua, 1965
- Cuentos (Cuentos). Editorial Nicaragüense, Managua, 1963
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119261502 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Sergio Ramírez // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Sergio Ramírez // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Sergio Ramírez y González Iñárritu obtienen la nacionalidad española
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография на личном сайте 2019 йыл 30 декабрь архивланған. (исп.)
- Биография в Большой Российской энциклопедии 2019 йыл 24 декабрь архивланған.