Ратуша майҙаны (Тарту)
Ратуша майҙаны | |
Дәүләт | Эстония |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Тарту[d] |
Урын | Кесклинн (Тарту)[d] |
Ратуша майҙаны Викимилектә |
Майҙан (эст. Raekoja plats) Тарту ҡалаһының тарихи өлөшөндә урынлашҡан, Тарту ратушаһынан алып Эмайыги йылғаһының яры буйына тиклем һуҙыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдан хәҙерге исеме менән. Совет власы заманында — Совет майҙаны.
XIII быуатта Эмайыги йылғаһындағы порт янында сауҙа майҙаны булараҡ барлыҡҡа килә (Оло баҙар). Тәүҙә йылғанан ҡәлғә диуары менән айырылып тора. Майҙанда йәмәғәт ҡоҙоғо урынлаша[1].
1775 йылда тарихи ағас ҡоролма ҙур ҡала янғынында һәләк була. Майҙан исемен билдәләгән ратушаның яңы бинаһы 1789 йылда архитектор Иоганн Генрих Вальтер проекты буйынса төҙөлгән. Майҙандағы 12 һәм 18-се йорттарҙы билдәле архитектор Ланге проектлаған.
Көньяҡ яҡтағы биналар 1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҡаланы утҡа тотоу һөҙөмтәһендә емерелә һәм һуңғы ваҡыттағы архитектура стилендә яңынан үҙгәртеп ҡорола. 1951 йылда майҙанда фонтан ойошторола, 1998 йылда фонтанды «Үбешеүсе студенттар» һыны биҙәй.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Үбешеүсе студенттар» фонтаны (1998)[2]
18 -се йорт — «Йығылып барыусы йорт», хәҙер — Тарту сәнғәт музейы[3][4]
Конрад Мяга ательеһы
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]18-се йортта М. Барклай-де-Толли йәшәгән
Майҙан кинематографияла.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Йәй» фильмының ҡайһы бер эпизодтары майҙанда төшөрөлгән (Таллинфильм, 1976)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ратушная площадь в Тарту 2019 йыл 25 май архивланған.