Эстәлеккә күсергә

Рафаилович йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Архитектура һәйкәле

Иҫтәлекле урын
Рафаилович йорто
Рафаилович йортоноң фасады
Рафаилович йортоноң фасады
Ҡала Таганрог, Фрунзе урамы , 20
Бина тибы Йорт
Архитектура стиле Эклектика
Төҙөлгән ваҡыты 1860-сы йылдар
Билдәле йәшәүселәр Шарль Мария Эммануэль Манжен
Статус Архитектура һәйкәле

Рафаилович йорто — Таганрог ҡалаһындағы Фрунзе урамы, 20-се һанлы боронғо йорт). Караспасов Йорто һәм Дросси Йортоноң араһында тора. Архитектура һәйкәлдәре 1860-сы йылдар архитектура һәйкәле, Рәсәй Федерацияһы мәҙәни мираҫ объектына 6101266000 коды аҫтында инә. Иҫке Таганрогтың иң матур йорттарының береһе тип иҫәпләнә[1][2].

Йорт адресы: Николаев урамы, 22[3] , 1860 йылда төҙөлгән[4].

Бөгөнгө нумерацияла 18-се һан аҫтында торған йорт сауҙагәр Михаил Караспасовҡа ҡараған, аҙаҡтан төрөк подданныйы Панаш Константиниди милке булған[5].

1880 йылдар аҙағында бинаны Австрия подданныйы Екатерина Антоновна һатып ала. Уның ире Николай Иванович Рафаилович(18501912), 2-се гильдия сауҙагәре, кинәт кенә (9 ғинуар 1912 йыл) 62 йәшендә вафат була. Уларҙың 18 йәшлек сибәр ҡыҙы Зинаида атаһы талабы буйынса 54 йәшлек Николай Николаевич Алафузов менән никахлаша, әммә был никах ҡыҫҡа ғүмерле була һәм ул айырылышыу менән тамамлана. Икенсе ире Ростов ҡалаһының бай капиталисының улы Максимов менән бергә ул францияны һәм уның баш ҡалаһын күрергә тип сит илгә китә. 1895 йылда уның икенсе ире атаһы вафат булғандан һуң мираҫ буйынса 65 мең һум аҡса ала. Рәсәйҙә Октябрь революцияһы булыу сәбәпле Зинаида һәм уның ире Рәсәйгә кире әйләнеп ҡайтмай. Уларҙың Таганрогтағы йортоноң цоколь ҡатында Рафаиловичта кучер булып эшләгән Александр Михайлович Недодаев үҙенең ете йәшлек ҡыҙы Анастасия менән йәшәй. Николай Иванович Анастасияны ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡытып сығара. Ҡыҙ уҡыуын тамамлағандан һуң Рафаиловичтың секретарь-машинисткаһы булып эшләй.

1890 йылда «1890 йылда Таганрогтағы күсемһеҙ мөлкәтте баһалау һәм һалым йыйыу өсөн дәүләт описында» был йорт төрөк подданныйы Паная Константинидиға ҡарай һәм 1600 һум тора тип баһалана.

</gallery>

  • Манжен, Шарль Мария Эммануэль (18661925) — дивизион француз генералы, Рәсәйҙең Көньяҡ ҡораллы көстәре Баш Командующийы А. И. Деникин штабында француз хәрби миссияһының етәксеһе.

Рафаилович йорто хәҙерге мәҙәниәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
</gallery>
  • 2010 — «Synergos: 24», видеоарт. Автор Игорь Ваганов. Achtung Baby![6].
  1. Григорян М.
  2. Лоханкин В. Дом, который построил кто? // Новая таганрогская газета. — 2012. — 17 марта.
  3. Опись и оценка недвижимых имуществ г. Таганрога для раскладки государственного налога и других сборов на 1890 год. — Таганрог: Тип. А. М. Миронова, 1890. — С. 15.
  4. Седова Н. Таганрог. — М.: Научный мир, 2008. — 40 с.
  5. Гаврюшкин О. П. Мари Вальяно и другие (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: МИКМ, 2001. — 544 с.
  6. Словаева Н. Полёт Ваганова во сне и наяву // Про Ростов. — 2010. — № 10.