Регенсбург епископлығы
Регенсбург епископлығы | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | XIII быуат |
---|---|
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1803 |
Регенсбург епископлығы (нем. Hochstift Regensburg) — Изге Рим империяһының территориаль суверенлы кенәзлектәренең береһе. Был кенәзлек XIII быуат урталарында барлыҡҡа килә һәм 1803 йылда үткәрелгән медиатизация арҡаһында архиепископлыҡ итеп үҙгәртелә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Епископлыҡ Зальцбург архиепискобы Изге Бонифаций тарафынан 739 йылда нигеҙләнә. XIII быуатта епископлыҡтың статусы император хоҡуҡлы суверенлы император кенәзлеге статусын итеп күтәртелә.
XVI быуат башында епископ Йохан III протестант Реформацияһына ныҡ ҡаршы тора, әммә уның вариҫы Панкраце фон Зинценхофен ваҡытында протестанттар тарафынан бындағы собор емертелә. XVI быуаттың икенсе яртыһында иезуиттар вәғәзе 1589 йылда Регенсбургта католиктар колледжын ойоштора һәм дин хәлен католиктар файҙаһына үҙгәртә. 1614 йылда ҡайһы бер мәхәлләләр католицизмға кире ҡайта. Һуңынан Утыҙ йыллыҡ һуғыштан епархия ҙур зыян күрә. Ҡала талауға дусар була, ә епископтар һәм руханиҙар репрессиялана.
1653 йылда епархия семинарияһына нигеҙ һалына.
1668 йылда епископ Альберт Сигизмундтан башлап Регенсбургта Бавария династияһынан сыҡҡан архиерейҙар бер туҡтауһыҙ алмашынып тора һәм был 95 йыл буйына дауам итә.
1803 йылда дөйөм медиатизация ваҡытында епископлыҡ кенәз-епископ Дальберг Карл Теодор идаралығы аҫтында архиепископлыҡ итеп үҙгәртелә. 1810 йылда архиепископ территорияһы Баварияға күсә.
Билдәле епископтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге Вольфганг
- Изге Альберт
- Иосиф Климент Баварский
- Климент Август Баварский
Кенәз-епископтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зигфрид (1227—1246)
- Альберт I (1247—1260)
- Святой Альберт (Альберт II Магнус) (1260—1262)
- Лео Тундорфер (1262—1277)
- Генрих II фон Ротенек (1277—1296)
- Конрад V фон Лупург (1296—1313)
- Николай фон Ибс (1313—1340)
- Фридрих фон Цоллен-Нюрнберг (1340—1365)
- Генрих III фон Штейн (1365—1368)
- Конрад VI фон Хаймберг (1368—1381)
- Теодор фон Абенсберг (1381—1383)
- Иоганн I фон Мосбург (1384—1409)
- Альберт III фон Штауф (1409—1421)
- Иоганн II фон Штрайберг (1421—1428)
- Конрад VII фон Зост (1428—1437)
- Фридрих II фон Парсберг (1437—1450)
- Фридрих III фон Планкенфельс (1450—1457)
- Руперт I (1457—1465)
- Генрих IV фон Абсберг (1465—1492)
- Руперт II (1492—1507)
- Иоганн III фон дер Пфальц (1507—1538)
- Панкрац фон Зинценхофен (1538—1548)
- Георг фон Папенхейм (1548—1563)
- Витус фон Фраунберг (1563—1567)
- Давид фон Бургсталль (1567—1579)
- Филипп Баварский (1579—1598)
- Сигизмунд фон Фуггер (1598—1600)
- Вольфганг II фон Хаузен (1600—1613)
- Альберт IV фон Тюринг-Штейн (1613—1649)
- Франц Вильгельм фон Вартенберг (1649—1661)
- Иоганн Георг фон Герберштейн (1662—1663)
- Адам Лоренц фон Тюринг-Штейн (1663—1666)
- Гедобальд фон Тун (1666—1668)
- Альбрехт Сигизмунд фон Байерн (1668—1685)
- Иосиф Климент Баварский (1685—1716)
- Климент Август I Баварский (1716—1719)
- Иоганн Теодор Баварский (1719—1763)
- Клеменс Венцеслав Саксонский (1763—1769)
- Антон Игнац фон Фуггер-Глётт (1769—1787)
- Максимилиан Прокоп фон Тюринг-Еттенбах (1787—1789)
- Иосиф Конрад фон Шрофенберг (1790—1803)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Регенсбург
- Состав рейхстага Священной Римской империи в 1521 г.
- Состав рейхстага Священной Римской империи в 1792 г.