Резниченко йорто
Иҫтәлекле урын | |||
Резниченко йорто
| |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Ростов, Пушкинская урамы, 47 | ||
Статус |
| ||
Резниченко йорто Викимилектә |
Резниченко йорто — Дондағы Ростовтың Пушкин урамы, 47 адресы буйынса урынлашҡан бина. Йорт 1890 йылдар һуңында, августейший шәхестәрҙең ҡунаҡ йорто булараҡ төҙөлә[1]. Бина төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пушкин урамы менән Островский тыҡырығы сатындағы йорт 1890 йылдар аҙағында төҙөлә. Башта ул С. Резниченко милкендә булһа, артабан бер нисә хужа алмаштыра. Ололарҙың хәтерләүе буйынса, ундағы бер нисә бүлмә изгеләрҙән-изге шәхестәргә тәғәйенләнә. Августейшийҙар унда бер тапҡыр ҙа булмаһа ла, бик йыш юғары дәрәжәле кешеләр урынлаша.
1920 йылдар башында бина дәүләткә тапшырыла һәм Төньяҡ Кавказ хәрби округына бирелә. Йорттағы фатирҙарҙа Ҡыҙыл Армияның юғары дәрәжәле офицерҙары йәшәй.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике ҡатлы йорт «необарокко» стилендә төҙөлә. Уның төп фасады Пушкин урамына ҡарай. Ҡат араһындағы сығынтылар һәм кәрниздәр арҡаһында бина горизонталь бүленешле кеүек күренә. Беренсе ҡат рустиклы. Тәҙрә уйымдары декоратив йәҙләктәр менән биҙәлгән. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләрҙең бшы дуғаланып тора һәм уларҙа ҡатын-ҡыҙ башы төшөрөлгән. Уйым-ара стеналар коринф ордеры пилястралары менән биҙәлгән. Бинаны ҡабырға яҡлап урынлашҡан аттиктар һәм фронтондар тамамлап ҡуя. Икенсе ҡатта ҡойолған декоратив ҡойма менән кәртәләнгән балкон урынлашҡан. Йорт үҙенең тәүге һынланышын үҙгәртмәй, бары тик парапеттағы тумбалы ҡоймалар һәм тәҙрәләр генә алмаштырыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица. — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — С. 33—39. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87688-250-X.
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 23 сентябрь 2013.